Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
5 Август 2018, 13:45

Баҙлар сатҡыларҙан наҙ йыям.

Баҙыян да гөлкәй им һалғайны—Йөрәгемә барып етмәне;Һыҙылып та ғына тороп ҡалдыФанилыҡтың баҫып өткәне.Баҙыян да гөлдө ғәйепләмәм,Fүмеремә унан зыян юҡ.Йөрәгемде өтөп-өтөп алғанФанилыҡты уҙам. Туйған юҡ.

Баҙыян да гөлкәй им һалғайны—
Йөрәгемә барып етмәне;
Һыҙылып та ғына тороп ҡалды
Фанилыҡтың баҫып өткәне.
Баҙыян да гөлдө ғәйепләмәм,
Fүмеремә унан зыян юҡ.
Йөрәгемде өтөп-өтөп алған
Фанилыҡты уҙам. Туйған юҡ.
Имдәр алмаҫ, үҙҙәремдән ҡалмаҫ
Саҡтарым бар. Белә баҙыян.
Баҙамайым. Баҙнатым бар әле.
Баҙлар сатҡыларҙан наҙ йыям.
* * *
Йәйҙәремдә... ысыҡ кисер инем
Тәүге ҡояш нурын етәкләп...
Тылсым ҡушып йәйем биҙәп ҡуйғас
Сәхрәләрен сәскә-еләкләп.
Тере һыулы инеш ағыштарын
Юлдарыма асһа инселәп,
Усымдағы һәр тамсыһын наҙлап
Эсер инем таңға иркәләп.
Ҡыймай ғына күккә бағыр инем
Күрер өсөн күктең хикмәтен...
Ҡеүәт биреп торған аҡ болотҡа
Яҙыр инем күңел рәхмәтем.
* * *
Ишеттеңме?..
Кисә тау ишелде...
Иңрәп-иңрәп әллә ҡоланы?..
Бахыр ел дә даулап иҫә алмай
Үҙ өңөндә генә туланы...
Ай ҙа шаһит булды,
Сытырайып,
Сирегенән ашып тулышты!..
Күндәм аҡты һөйгән ҡайындар ҙа
Алды күләгәле булмышты...
Күк күкрәне!..
Аҙаҡ ямғыр яуҙы,
Тамсы түгел, йондоҙ йәш менән...
Йәтим йәйғор бер генә төҫ ҡуйҙы,
Йәшкәҙәгән йәшел йәшмәнән...
Сеү!.. ишеттем:
...нескә генә әсә даланында
Fүмер кискән Әсә иланы...
* * *
«Килер бер көн...
Һин дә, мин дә булмам...
Эҙебеҙҙә—
Борҡоп ятыр туҙан...»
Туҙмаҫ ошо һүҙҙәр
Туҙандарға ҡәҙәр
Нисә килеп—
Нисәнсегә уҙған...
* * *
Йәшәү тәме
Йәшәү тәмен, йәшермәйем,
Мин тойҙом бер аҙ һуңлап,
Тәме яйлап һутланғанын
Һуң ғына тәүләп аңлап.
Йәшәү тәме йәшерелгән,
Тоймаҫлыҡ була икән.
Һутына тат йыйғас ҡына
Булмышҡа тула икән.
* * *
—Яулығыңды йыуып элдем,
Әсәй... күктән күрәңме ?
Яулығыңда күҙ йәшем бар...
Күрһәң, әсәй, күнәңме ?
Зәкиә Мәжитова.
Сибай ҡалаһы.
Туҡмас таҡтаһы
Күҙем һалдым... Уйға ҡалдым.
Эленеп тора туҡмас таҡтаһы.
Меңәрләгән эҙҙәр һалған бысаҡ—
Әсәйемдең уңған ҡулдары.
Туй мәжлесе, никах, бәпес ашы,
Сабыйҙары ҡайтҡан ҡаланан?
Тәмлекәйҙәр иле-ошо таҡта.
Күпме хәтирәләр уйылған.
Иң тәмлеһе әсәй аштары бит,
Ҡайнап тора туҡмас таҡтаһы.
Ысынында «таҡта» аша уҙа
Тыуым менән үлем араһы.
Бына һорай ҡуйҙым, нисә йыл
Әсәкәйем һинең таҡтаға?
Егерме дүрт, балам, алыштырҙым
Ағас әйбер хатта бит туҙа.
...Меңәрләгән эҙҙәр һалған бысаҡ,
Әсәйемдең туҡмас таҡтаһы.
Күпме шатлыҡ, сәбәп, ҡыуаныстар
Һаҡлаған шул ағас таҡтаһы.
* * *
Эстән генә һупалайым
Ултыр, балам, һөйләп ебәр,
Ваҡыт бүл әсәйеңә.
Көнө буйы көтәм һине,
Мохтажмын һүҙҙәреңә.
Беләм инде эшең тығыҙ,
Баштан ашҡан эштәрең.
Ә, шулай ҙа ваҡыт тапсы,
Үлеп китһәм нишләрһең?
Эскән сәйҙәрем татлы бит
Икенселәй тәме лә.
Дөрөҫ икән, бала—сабый
Ҡуйыныңдан осһа ла
Юлда булһаң, эштә булһаң
Мин эргәңдә өйөрөләм.
Шатлыҡтарың булһа әгәр
Һөйөнөүгә төйөләм.
...Эстән генә һупалайым,
Ҡайғыртмайым баламды.
Ауыҙымдан бер һүҙ сыға
Эй, һағындым үҙеңде!
Өлөш
Таң иртәһе менән эшкә китәм
Ошо бәхет ҡулдан яҙмаһын.
Һайлап алған хеҙмәт иртәләрем
һуҡмаҡтарым ғына туҙмаһын.
Эшләр саҡта ут уйната кеше
Хеҙмәтеңдең була емеше.
Тыуған төйәк сәскә атыуына
Һәр кемебеҙ һала өлөшөн.
Римма Саньярова-
Fәлиәхмәтова.
Юғалттым мин һине ғүмерлеккә,
Юлдарыбыҙ тағы айырылды.
Таш ҡаялай ғорур
йөрәгемдең
Пар ҡанаты кинәт ҡайырылды.
Үкенмәйем, ҡара күҙҙәреңдең
Күрмәһәм дә шатлыҡ һирпкәнен.
Әрней бары, йәрәхәтле күңел
Иҫкә төшһә гүзәл үткәнем.
Үкенмәйем, атыр таңдарыбыҙ
Атмайынса тороп ҡалғанға.
Һыҡранмайым, нескә күңелемә
Уңалмаҫлыҡ яра һалғанға.
Үкенмәйем, ә шулай ҙа ауыр
Мәңгелеккә һине юғалтыу.
Үкенһәм дә, илап үтенһәм дә
Үткәндәргә юҡтыр, тим, ҡайтыу
Сәлимә Барлыбаева
(Иҫәндәүләтова).