Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
15 Июль 2018, 17:27

Сәхрәләрһеҙ күңел ирекһеҙ

Миләүшә ҠаһармановаСәхрәләргә тарта йәйен күңел,Йәйләүҙәргә, тиҙер, ҡан-хәтер.Ҡырҙа бит ул йоҡоһо ла татлы,Ҡош сорона сумған таң хәтәр!Ыҫланырға төтөн еҫтәренә,Бешерергә битте усаҡта.Утҡа ҡарап уйҙар урманынаИнеп китер инем ул саҡта.

Миләүшә Ҡаһарманова
Сәхрәләргә тарта йәйен күңел,
Йәйләүҙәргә, тиҙер, ҡан-хәтер.
Ҡырҙа бит ул йоҡоһо ла татлы,
Ҡош сорона сумған таң хәтәр!
Ыҫланырға төтөн еҫтәренә,
Бешерергә битте усаҡта.
Утҡа ҡарап уйҙар урманына
Инеп китер инем ул саҡта.
Бер ҡайҙа ла ҡабаланмай ғына,
Эше-көшө, кеше тиелмәй.
Яуып торған суғым муйылдарын
Өҙөп ҡабып ҡына эйелмәй,
Ҡаҙан тандырына иҙерә лә,
Ҡыҙыуына көндөң ире лә,
Күҙ күреме генә еләктәре,
Тейер-теймәҫ көйө тирелә.
Яр аҫтында ялтыр бәрҙе ҡарпый,
Сәм уятмаҡ булып әллә ней.
Шаҙра ғына йылға шаршыһынан
Балыҡ тоторға ла йәлләнем...
Йәйләүҙәргә тарта хәтере,
Сәхрәләрһеҙ күңел ирекһеҙ.
Ҡыр-һыуҙарға сығып уралмаһа,
Йәйҙәре лә кеүек кәрәкһеҙ.
* * *
Күл өҫтөнә аҡ болоттар
Һыу эсергә төшәлер.
Төндәрен ай шул табала
Бешеп килгән өшәлер.
Һыу өҫтөндә зәңгәр йыһан,
Һыу өҫтөндә йондоҙҙар.
Төшөп кенә йыйыр инем,
Хужа булған ҡондоҙ бар.
Тулҡын шаҙраһында ҡояш
Нурҙары балыҡ һөҙҙө.
Кәсәләй генә бер күлгә
Һыя алған күк йөҙө.