«Кеше» булып бөткәс күптән,
Гел дөрөҫөн әйткән булдым—
... Бөгөн аҡыл килде миңә
Сығып китте минең баштан?
...Күптән ҡалғанмын һуңға,
Ас бүрегә икмәк кеүек ярты телем—
Шикһеҙ, сикһеҙ ҡәҙерлеһең ғәзиз телем!
Икмәк өсөн йәнен бирер бүре кеүек,
Телем барҙа ғына үҙем кеүек...
Ҡанға батты, әммә, бирешмәне—
Шул телемен яттар менән бүлешмәне...
Бында ондо тоғо менән алырға, тип
Башын ватҡан шакалдарға әйтер һүҙем...