АТАЙСАЛ
+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
9 Июнь 2018, 13:45
Ямғыр аҫтында күҙ йәше барыбер күренмәй...
Сәләм бирҙерә ул донъяСабатаға ла!Мәңге көйшәү һәүкәшкә ләҺабан тағыла.Кисмәм, тигәнде кистерә,Итек тә һалмай.«Мәңгелек»те өҙөп ташлай,Китек тә ҡалмай.
Ямғыр аҫтында күҙ йәше
Барыбер күренмәй...
Миләүшә Ҡаһарманова
Сәләм бирҙерә ул донъя
Сабатаға ла!
Мәңге көйшәү һәүкәшкә лә
Һабан тағыла.
Кисмәм, тигәнде кистерә,
Итек тә һалмай.
«Мәңгелек»те өҙөп ташлай,
Китек тә ҡалмай.
Эйәрҙән дә төшөрә ул,
Үксәң ярылыр.
Уйлама, һәр ваҡыт һыбай
Fына барылыр.
Бейектән ҡолап имгәнеү
Була ҡатыраҡ.
Беҙҙең кеүек ерҙәгегә
Былар ятыраҡ.
...Түрә саҡта бик йонсотҡан
Берәү баш һалды...
Сабатаға сәләм биреп,
Минән аш алды.
Миләүшә Ҡаһарманованың шиғырҙарын гәзитебеҙҙең 23-сө һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы