Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
25 Май 2018, 11:23

ХЫЯЛ. Аҙағы

Аҙағы. Башы 20-се һанда.Ҡарт ҡапылда яуап бирә алманы. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә тулған йәштәрен һөртөргә уңайһыҙланып тора бирҙе. Уның хәлен аңлаған хужа ла ҡамасауламаны:—Ҡапылда алып китә алмаһағыҙ, йөрөһөн ошонда,—тине лә машинаһы янында булышҡан улы эргәһенә китте.Бер килке торҙо Рамаҙан аттарға төбәлеп. Үҙенә тәғәйенләнгән йәш бейәне ҡарашы менән иркәләне. Юҡ, алмаясаҡ ул был малҡайҙы, һуғым да итмәйәсәк, ҡулға ла өйрәтмәйәсәк. Йөрөһөн ул ошонда, иректә. Әйҙә, ҡолонлаһын, үрсеһен. Уға хәҙер ҡайҙалыр бер ерҙә аты барлығын, атлы булыуын белеү ҙә етә. Ошо фекергә килгәс доктор арттағыларға боролдо:—Рәхмәт, ҡустылар. Ҡанаттарым үҫеп сыҡҡандай булды.Унан үҙе барып иргә ҡулын һуҙҙы:—Танышманыҡ та бит, ҡустым. Исемеңде лә белмәйем. Мин Рамаҙан ағайың булам.Теге лә ҡулын ҡыҫты:—Райман.

Аҙағы. Башы 20-се һанда.
Ҡарт ҡапылда яуап бирә алманы. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә тулған йәштәрен һөртөргә уңайһыҙланып тора бирҙе. Уның хәлен аңлаған хужа ла ҡамасауламаны:
—Ҡапылда алып китә алмаһағыҙ, йөрөһөн ошонда,—тине лә машинаһы янында булышҡан улы эргәһенә китте.
Бер килке торҙо Рамаҙан аттарға төбәлеп. Үҙенә тәғәйенләнгән йәш бейәне ҡарашы менән иркәләне. Юҡ, алмаясаҡ ул был малҡайҙы, һуғым да итмәйәсәк, ҡулға ла өйрәтмәйәсәк. Йөрөһөн ул ошонда, иректә. Әйҙә, ҡолонлаһын, үрсеһен. Уға хәҙер ҡайҙалыр бер ерҙә аты барлығын, атлы булыуын белеү ҙә етә. Ошо фекергә килгәс доктор арттағыларға боролдо:
—Рәхмәт, ҡустылар. Ҡанаттарым үҫеп сыҡҡандай булды.
Унан үҙе барып иргә ҡулын һуҙҙы:
—Танышманыҡ та бит, ҡустым. Исемеңде лә белмәйем. Мин Рамаҙан ағайың булам.
Теге лә ҡулын ҡыҫты:
—Райман.
—Ат һынлы атты йәлләмәнең миңә, Райман ҡусты, бигерәк киң күңелле кеше икәнһең. Ҡайһы ауылдан?
—Тәпәндән.
—Унан кемдең улы?Атайың кем?
—Атайым... Нәфисәнең улы мин.
—...
Ике ир ҡарашып ҡалды. Бер нисә секунд шулай торҙолар. Олоһо сикһеҙ шаңҡыу кисерҙе, хатта ауыҙы асыла төштө. Йәшерәге тағы ла ҡотҡарҙы уны.
—Ҡайтыуға машина көтә һеҙҙе. Ат буйынса нимә хәл итһәгеҙ ҙә егеттәр башҡарыр,—тине лә фермаларына ҡарай юлланды.
Ҡарт баҫҡан урынында ҡаҙаҡланған ише тороп ҡалды. Нәфисәнең улы... Нәфисә... Ат хаҡындағы бала саҡ хыялын да бары тик ул ғына белә ине. Нәфисәгә генә һөйләгәйне... ҡасандыр. Унан башҡа бер тере йәнгә лә был хаҡта билдәле түгел. Шаярып һөйләгәйне, уйын итеп. Ул, тимәк, нисә йылдар был тарихты күңелендә йөрөткән, онотмаған. Уның бала аҡылы менән генә уйланған әкиәти хыялын да хәтерәнән юймаған... Ә Рамаҙан... уны онотто.
Райманды һоло үлсәгән келәттә барып тапты ҡарт. Тегеһе бер генә һирпелеп ҡарап алды ла, эше менән булды. Уның тилбер ҡыланыштарын күҙәтеп ишек яҡтауына һөйәлде Рамаҙан.
—Үлсәйһеңме?—күреп торһа ла һораны.
—Эйе, ҡолонло бейәләрҙе айырым ашатам.
—Ҡолонло бейәләрҙе?.. Әсәйең һөйләнеме... ат тураһында?
Райман үлсәгес һандарына төбәлеп баш ҡаҡты:
—Эйе. Ул—мәрхүм, беләһегеҙҙер?
—Мәр... мәрхүм?..
—Йыл булды инде.
Тағы һүҙһеҙ ҡалдылар. Ул арала тоҡтар үлсәнеп бөттө. Уларҙы бер урынға өйгәс Райман һаман ишек уйымында торған Рамаҙандың яурыны аша тышҡа ҡарап дауам итте:
—Атайһыҙ үҫтем... Атайым үлгән тип белеп... Әсәй атайыңдың бала саҡ хыялы шулай булған, сүс йүгән тотоп өйөргә барып йөрөгән... ултырып илаған... хыялланған тип йыш һөйләне бала саҡта. Ә мин шул ваҡыт «Их, атайым тере булһа, мин ҙурайып күп аттар көтөр ҙә, уны өйөргә алып килеп теләгән атын һайлатыр инем» тип ярһып әйтә инем...
Ауыр бирелә ине уға ла был хәбәрҙәр. Уйланып тора бирҙе. Тағы һүҙен ялғаны:
—Мин дә ат яраттым. Атайлы малайҙарға ялланып йөрөп һыбай атланырға өйрәндем. Йылҡы аҫырарға хыялландым. Тәүге ҡолондо әсәй алып бирҙе... шунан үрсеттем. Түшәккә ятҡас... әсәй һеҙгә ат бирергә ҡушты. Йүгән менән үҙе килеп һайлап алһын тине. Мин... һеҙҙе... бер ваҡытта ла күрмәҫмен тигәйнем башта... Әммә... әсәй ғүмер буйы яратып һөйләп ныҡ һеңдергәнме... Юйылды ул нәфрәт тә... Бына, шулай...
Дауамын гәзитебеҙҙең 21-се һанында уҡығыҙ.