Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
18 Май 2018, 11:51

ХЫЯЛ

Fалимды тыуған яҡтарында яраталар инде. Улай тиһәң, республикаһының ҡайһы төбәгенә барып төшһә лә аяғын ергә тигеҙмәй халыҡ, күтәреп алып йөрөгәндәй булалар. Булмай һуң. Ул бит фән донъяһында әллә ниндәй асыштар яһаған, күпме баҫмалар авторы булған, юғары уҡыу йортонда белем биргән доктор. Ысын мәғәнәһендәге, хоҙайҙан һәләт һалынған табип. Был юлы айырата ҙурланылар. Ни тиһәң дә юбилейы—70 йәшен билдәләйҙәр.

Fалимды тыуған яҡтарында яраталар инде. Улай тиһәң, республикаһының ҡайһы төбәгенә барып төшһә лә аяғын ергә тигеҙмәй халыҡ, күтәреп алып йөрөгәндәй булалар. Булмай һуң. Ул бит фән донъяһында әллә ниндәй асыштар яһаған, күпме баҫмалар авторы булған, юғары уҡыу йортонда белем биргән доктор. Ысын мәғәнәһендәге, хоҙайҙан һәләт һалынған табип. Был юлы айырата ҙурланылар. Ни тиһәң дә юбилейы—70 йәшен билдәләйҙәр. Район үҙәгендә шау-шыулы, йыр-моңло кисә, сәскәләр, бүләктәр, банкет, йөҙ төрлө хәтирәләр уятҡан сығыштарҙың барыһы ла күңеленә хуш килде Рамаҙан Нуриман улының. Сәхнә ситендәге ҡәнәфиҙә сумып ҡына тамаша ҡылып ултыра ла алманы, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып йә ҡосоп һөйөп алыу дәрте менән һикереп килде лә торҙо, килде лә торҙо. Банкетта ла бик күп йылы һүҙҙәр булды, күҙҙәргә йәш төйөлдөргәндәре лә, быуылып көлдөргәндәре лә. Иң ахырҙа дәртле ҡурай көйөнә һәлмәк һелкенеп бейеп, оҙон көйгә ҡушылып йырлап ҡуйҙы.
Икенсе көн һуң ғына тороп ҡайтырға йыйына башлағайнылар, телефон шылтыраны.
—Сәлимгәрәев тыңлай.
—Рамаҙан Нуриманович, бында һеҙгә килгәндәр.
—Кем килгән?
Консьерж егет трубканан айырылып килеүсегә шул уҡ һорауҙы ҡабатланы ла, яуап алғас уны бында оҙатты:
—Кисә һеҙгә йүгән биргән кеше. Ат артынан барайыҡ, ти.
Шул ваҡыт докторҙың иҫенә төштө: кисә бит уға ат бүләк иттеләр. Ат! Уның бала саҡ хыялын.
—О-о! Әйҙүк-әйҙүк, үтһен.
Әйберҙәрҙе йыйышып машинаға ташыу менән мәшғүл булған ярҙамсыһы менән шоферына сығып торорға ҡушып, өй халатын йәһәт кенә салбар-күлдәккә алмаштырып алды, көҙгөгә күҙ һалып сәсен рәтләне. Унан күстәнәс көткән балалай булып, шатлығын йәшерә алмайынса ишеккә ҡарап ҡалды.
Кисәге егет шул. Оҙон буйлы, ҡара һылыу. Ул бит кисә хас уның бәләкәй саҡтарындағы әкиәттәгеләй итеп әйтеп һалды: «Бына һеҙгә йүгән. Өйөргә сығып ҡороғоңдо ҡалтырат, йүгәнеңде сылтырат. Ҡайһы йылҡы боролоп ҡарай—шул һеҙҙеке».
—Э-эй, мине атлы иткән ҡустымы был?!—оло кеше йәшенең ҡулдарын ҡармап ҡыҫты.
—Һаумыһығыҙ. Мин һеҙҙе ҡырға алып сығырға килдем, өйөр янына.
—Ниндәй хужалыҡ бүләк итә һуң миңә ат һынлы атты, ҡустым?—һаман егеттең ҡулын ысҡындырмай ҡарт.
—«Тарпан» шәхси хужалығы.
—Һинме уның етәксеһе?
—Юҡ, аға... олатай, мин түгел. Мин етәксенең улы булам, кинйә улы, беҙ дүрт малай унда.
—Ә-ә, бик яҡшы, бик мәслихәт, улым. Ул нишләп улай атлап ҙурланы икән мине шәхси хужалыҡ, ауырға тура килмәйме һуң үҙегеҙгә?
—Атай шулай хәл итте, мин уның ҡушыуын ғына үтәйем,—егеттең баҫалҡы йылмайыуында әллә ниндәй яҡынлыҡ, йылылыҡ тойолдо.
—Үҙе килмәнеме атайың?
Егет тағы йылмайҙы:
—Юҡ. Ул бындай сараларға йөрөмәй.
Доктор ҡулдарын йәйҙе:
—Ҡайҙа итермен икән мин ул атты?
—Белмәйем, уныһын атай менән хәл итерһегеҙ, минең бурыс һеҙҙе өйөргә алып барыу. Йүгәнде онотмағыҙ!
—Йүгәнде? Эйе лә һуң...—доктор бүләктәр өйөмө араһынан соҡоноп кисәге күн моҡсаға һалып бирелгән йүгәнде эҙләп тапты.
Ҡунаҡты оҙатырға тип ашығып килгән хакимиәт етәкселәренә эш айышын бер һүҙ менән генә аңлатып, егеттең машинаһына инеп тә ултырҙы ҡарт. Тау-таш араһында йөрөүгә ҡулайлаштырылған ҙур тәгәрмәсле авто ҡеүәтле геүләп алға елдерҙе.
«Ат» һүҙе менән дәртләнгән Рамаҙан ысынында бүләген ни эшләтерен дә белмәй әле. Асылда ул ат уға кәрәк тә түгел, әммә егет әйткәнсә «ҡороғон ҡалтыратып, йүгәнен сылтыратып» өйөргә барыу, үҙенә ҡараған атты бүләккә алыу...
—Улым, «ҡороғон ҡалтыратып, йүгәнен сылтыратып» тигәнде ҡайҙан беләһең әле һин?
Руль артындағы башын бора биреп яуапланы:
—Атай ҡушты. Йүгәнде тап шулай итеп тапшырырға тине.
Муйынын яурын эстәренә тартып уҡ һеңеп ултырған ҡарт ҡаштарын һикертте:
—Хәтә-әр... Бала саҡта әсәй шундай әкиәт һөйләй ҙә, эй, минең, маңҡа малайҙың, шулайтып өйөргә барып ат алғы килә бит. Ҡайҙа инде... атайһыҙ балаға ат...
Ысынында шулай итеп тә ҡарағайны бит ул. Атайлы малайҙарҙың аттарына элмәнләп, бер һыбай атландырыуҙарына ялланып йөрөп иптәштәренең хужалыҡ эштәренә ярҙамлашып хитлашып йөрөп арығас. Ауыл ситендәге колхоз йылҡыһы ҡышлаған һарайға килде лә, малдарҙың ялан кәртәлә сығарылған саҡтарын көтөп алып сүс ептән әтмәләнгән йүгәнен ялпылдатты. Ситтәге аттар тертләп йүгерешеп китте, әммә баш ҡалҡытып ҡарағаны булманы. Арыҡ беләге арығансы һелкетте йүгәнен малай, тик кәртә ситенә яҡынлаған ат та, исмаһам берәй ҡорсаңғы ҡолонсаҡ та булманы.
Был тәжрибәһен дуҫы Саматҡа һөйләгәйне, тегеһе уйлана биреп ултырҙы ла, хәҡиҡәтте асты:
—Һуң атайың юҡ та инде һинең. Атайһыҙ малайға ат килмәй инде, һин уны нисек итеп ҡарайһың? Атай булһа ат та була, унан, атайҙарҙың йүгәне лә былай булмай.
—Ҡалай була?—Рамаҙан үҙенең ҡырҡ төйнәүле еп йүгәненә ҡарап ҡалды.
—Атайҙарҙың йүгәне майлы ҡайыштан була. Унан дегет еҫе аңҡып тора. Етмәһә еҙ тимерҙәр менән биҙәлгән була. Ошолайтып болғаһаң ул ысынлап салтырап тора, белдең? Ундай йүгәнде сылтыратһаң ысынлап берәй ат ҡарай ҙа.
Был асыштан һуң күңеле төштө Рамаҙандың. Уның бер ваҡытта ла аты булмаясаҡ. Атаһы булмаған кеүек. Атайһыҙ ат та булмай икән. Шуға әсәһе тағы әлеге әкиәтен һөйләп, әлеге еренә еткәс кенә шып туҡтатты:
—Һөйләмә ҡабат быны!
Бығаса көн дә кис ныҡышып һөйләткән балаһының бындай ҡарарына аптырап ҡалды әсә.
—Оҡшамаймы?
—Оҡшамай. Икенсене һөйлә... ат булмағанды.
Шул хәлдән ары ат уның күңеленең иң төбөнә инеп йәшеренде. Бер ваҡытта ла тормошҡа ашмай торған хыял, үҫә бара бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаусы бер әкиәт булып.
* * *
Сәғәттән ашыу бәүелеп барып, урынға килеп еткәс, ялан кәртәлә тыныс ҡына һалам көйшәп, яҙғы ҡояшта йылынышып ирәйеп йөрөгән йылҡы көтөүе тәңгәленә туҡтанылар. Сығып баҫыуҙарына яндарына урта буйлы, киң яурынлы ир-уҙаман килде. Түбәһен генә япҡан баш кейеме аҫтынан сикә сәстәренең ағарғаны, эйәк-сикләрендәге шыртҡа ла аҡ юлаҡтар йүгергәнлеге аңғарыла. Сабыр ҡарашлы, тыныс йөҙлө ир тауыш-тынһыҙ ғына ҡуш услап күреште лә, улына эйәк ҡаҡты:
—Йүгән.
Тегенеһе машинаһының артҡы ултырғыстарына ташлаған моҡсаны алып йүгәнде сығарҙы. Ир, дегет еҫе сығып торған йүгәнде ҡарттың ҡулына тотторҙо. Бына ул ысын йүгән! Киң ҡара ҡайыштан... еҙ төймәләр менән һырланған... күн суҡтар менән биҙәлгән... Рамаҙан был күренештән юғалып ҡалып, сабыйҙарса бер ҡатлы ҡарашын иргә күтәрҙе:
Дауамын гәзитебеҙҙең 20-се һанында уҡығыҙ.