Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
13 Апрель 2018, 12:03

ШАҠМАҠ ҠОЯШ. Дауамы

Йәмил тышҡа сығып китте. Тағы тынлыҡ урынлашты. Fәлимә түҙмәне, кейенеп, уның артынан эйәрҙе. Хужабикәнең, ҡайҙа киттең, тигәненә, тышҡа сығам, тип кенә яуапланы. «Эт тешләп алмаһын үҙеңде, кеше балаһы, бәләһенән баш-аяҡ»,—тип киҫәтеүе ишетелде. Шунан үҙе лә сығып күтәрмәлә ҡарап торҙо, улына өҫтәп бер нисә йомош ҡушҡан булды ла, былай ҡарап тороуҙы әҙәпһеҙлеккә һананымы, ишекте шап итеп ябып инеп китте.

Йәмил тышҡа сығып китте. Тағы тынлыҡ урынлашты. Fәлимә түҙмәне, кейенеп, уның артынан эйәрҙе. Хужабикәнең, ҡайҙа киттең, тигәненә, тышҡа сығам, тип кенә яуапланы. «Эт тешләп алмаһын үҙеңде, кеше балаһы, бәләһенән баш-аяҡ»,—тип киҫәтеүе ишетелде. Шунан үҙе лә сығып күтәрмәлә ҡарап торҙо, улына өҫтәп бер нисә йомош ҡушҡан булды ла, былай ҡарап тороуҙы әҙәпһеҙлеккә һананымы, ишекте шап итеп ябып инеп китте.
Донъялары, ысынлап та, етеш. Бая килеп ингәс тә һиҙгәйне уны ҡыҙ бала. Һигеҙ босмаҡлы ҙур йорт тирә-яҡтан алма, сейә, муйыл ағастары менән уратылған. Теплицалары ла бар. Йәй көнө бында иҫ киткестер инде. Һарай, мунса, башҡа ҡаралтылар торған яҡта трактор менән һүтелгән машина ҡарға күмелеп ултыра. Арыраҡ һыйыр, һарыҡтар көн үҙәгендә йылынып баҫып тора. Һарай эсенән Йәмилдең тауышы ишетелеп ҡала, кемделер һүгеп маташ-ҡан була. Берәй хайуандылыр.
Ауылда тынлыҡ. Рәхәт тә, ҡыйын да. Рәхәт, шундай күркәм етеш донъя. Йәмил бәхетле, атаһы ла, әсәһе лә янында. Нимә теләйһең—барыһы ла алдыңда. Ҡыйын, һин бында ят… Атаһы уны нисек ҡабул итә әле. Танымайым, белмәйем тиһә. Улай итмәҫ, ныҡ ярата ине бит. Тик былай оҙаҡ килмәүе аптырата. Әсәй менән бергә булмаһа ла, баланы йылына бер тапҡыр булһа ла килеп күреп була бит.
Йәмил эшен бөтөп, маңлайын һөртөп килеп сыҡты. Үҙ эшен белеп үҫеп килә, маладис.
—Һин һүрәт эшләргә яратаһыңмы?—Fәлимәнең уның менән һөйләшкеһе килде.
—Ҡайҙан белдең?
—Бая «конкурста еңдем» тип әсәйеңә һөйөнсөләнең дә, шилма малай.
Йәмил көлгән булды. Үҙе төймәгә баҫып ҡоҙоҡто «ебәрҙе» лә, һауыттарға һыу тултырырға тотондо.
—Юҡ, мин улай шәп эшләмәйем. Матур килеп сыҡмай минең. Бесәйҙе нишләптер өсмөйөш итеп, этте ишек итеп күрәм. Башҡалар көлә, ә уҡытыусы, эшлә, һинең үҙ күҙең бар, ти. Шуға бик һүрәт эшләргә яратмайым да.
—Ҡыҙыҡ, ысынлап ҡыҙыҡ. Ә конкурста еңгән һүрәтең һуң? «Сулаҡ бабай менән эт»ме шул.
—Хәҙер,—Йәмил ҡоҙоҡто «туҡтатты» ла биҙрәләге һыуҙы тимер ялғашҡа алып барып ауҙарҙы. Fәлимә икенсе биҙрәне күтәрешергә ярҙам итте. Тағы һыу тултырырға ҡуйҙы ла Йәмил һүҙен дауам итте.—Аҫтындағы яҙыуынан ғына аңлап була уны. Унда ҡояш квадрат, юл ҡыҙыл, ә сулаҡ бабай тишек тоҡ итеп эшләнгән, эт бәләкәй ишек итеп. Бер нимә лә аңлашылмай. Ә мин бына шулай күрәм.
—Ҡояш шаҡмаҡ. Мин белгәне бирле ул түңәрәк.
—Квадрат булһа, минеңсә, камилыраҡ, бар яҡтан тигеҙерәк кеүек. Ҡояш барыһына ла тигеҙ ҡарай ҙаһа.
Fәлимә серле итеп йылмайҙы. Бик үҙенсәлекле уның ҡустыһы.
—Аптыратҡыс. Ә мине кем итеп эшләр инең?
Малай ҡапыл уның моңһоу күҙҙәрен иҫләп алды ла ҡунаҡҡа ҡараны. Оҙаҡ ҡарап торҙо. Хатта биҙрә тулып һыу ташып китте. Балалар сыр-сыу килеп ялғашҡа тағы ла һыу һалды. Унан кәртәне асып һыйыр менән һарыҡтарҙы ялғаш яғына сығарҙылар.
—Әйтәйемме? Болот итеп, тик ул болот ниндәй, беләһеңме?
—Зәңгәрҙер.
—Юҡ, белмәйем,—үҙенсәлекле ҡарашлы рәссам буталып китте.—Бәлки, ағас итеп… Елдә, яланда яңғыҙ ҡалған алты мөйөшлө ағас итеп.
Ҡустыһы уның был донъяла яңғыҙы ҡалып барғанын аңлаймы, әллә беләме лә икән?
—Ә нишләп алты мөйөшлө? Нишләп яңғыҙ?
—Алты мөйөшлө, ҡапланған—өшөмәһен өсөн. Яңғыҙ, белмәйем, күҙҙәрең ниңәлер шулай тип әйткән кеүек.
—Ысынлап та ҡыҙыҡ… һәр кемдең үҙ ҡарашы, үҙ яҙмышы, үҙ шаҡмаҡ ҡояшы… ҡыҙы-ыҡ һинең һүрәттәрең. Ингәс күрһәтерһең.
***
Ишек асылып ябылыуға барыһы ла терт итеп ҡалды. Кәмендә ике йән һиҫкәнде. Малай ғына дәрес әҙерләүен дауам итте.
—Бөгөн хәтәр хәбәр ишеттем әле. Һинең ҡыҙың да бар икән!—тип ҡаршы алды ҡатыны. Сисенергә йыйынған ир ҡапыл туҡтап ҡалды. Тултырып бисәһенә ҡараны. Күҙҙәрен селт-селт йомоп та алды. Һыр бирмәне:
—Булһа тағы. Шуна-ан, алимент-фәләнгә хат килгәнме?—Эйелеп һыңар быймаһын систе, уныһы көнө буйы һыуыҡта йөрөп ныҡ ҡына туңғайны. Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнде.
—Хат ҡына тиһеңме, үҙе килгә-ән,—ҡатындың нисек тә иренең күңеленә яра һалып еткергеһе килде был хәбәрҙе.
—Ул бында? Fәлимәме?—эйелгән еренән Йомаҙил ҡапыл турайҙы.
—Эйе.
—Ҡайҙа ул, ҡыҙы-ым?—Сисеп бөтмәгән быймаһы менән йыуылған иҙәндә еүеш эҙ ҡалдырып, сиселеп етмәгән бер еңенән эләккән тунын һөйрәтеп залға йүгереп килеп сыҡҡан ирҙе күреп ҡыҙ һикереп торҙо. Ҡаушап ҡалды. Уңарса булмай ир ихлас йылмайҙы ла уны ҡосағына алды. Бөршәйеп ҡалған ҡыҙ бала сабый ғына булып атаһы күкрәгенә һыйынды.
—Fәлимә, ҡалай үҫкә-ән. Һаумы, аҡыллым минең! Ынйыҡайғынам…
—Әсәй ауырый, үлер, ахыры… Шуға бында ебәрҙе… килгем килмәне… сараһыҙҙан,—ҡыҙ тешен ҡыҫып йөрәгенән, бында килгәндән бирле бер кемгә әйтә алмаған, әйтһә лә аңламаған ауыр хәбәрҙе сығарҙы. Ул ғына, бына әле ҡосағына алған кеше генә уны оло ҡайғыларҙан, ҙур ғазаптарҙан ҡурсып алыр, тигән ышаныс һығып сығарҙы был һүҙҙәрҙе. Шым ғына әйтте. Атаһы әллә ишетте, әллә юҡ.
Йомаҙил ҡыҙының башын күкрәгенә һалып оҙаҡ ҡосаҡлап торҙо. Бик оҙаҡ. Арттан биленән ҡосаҡлап, арҡаһына башын һалып тын ғына торған улын да шәйләмәне башта. Бисәһенең, харап, табыштылар, иҙәнде бысратып йөрөй шунда, тигәнен дә ишетмәне. Күҙенән эре йәш бөртөктәре ҡыҙының башына тамды. Оҙаҡ торҙолар шулай: атай, ҡыҙ һәм ул.
—Улым, таныш, апайың Fәлимә,—тигән булды Йомаҙил. Шунан диванға ултырып һыңар быймаһын систе, тунын һалған ыңғай йөнлө еңе менән битен һөртөп алды. Кейемен Йәмилгә тотторҙо:
—Бар элеп ҡуй, быйманы ла ал. Зөләйха, табын әҙерлә, беҙгә иң ҙур ҡунаҡ килгән, ҡыҙым килгән. Ынйыҡайғынам.
Алдымда атайыммы, юҡмы тигәндәй, Fәлимә ир кешегә текләп ҡарап торҙо, шунан уның башын, шыр сәсен һыйпаны. «Ошо минуттарҙы ғүмерем буйы көт-төм»,—тине. Иламаны. Эшен бөтөрөп Йәмил дә атаһының муйынына һырылды.
—Һүрәт буйынса икенсе урын алдым,—атаһы уның арҡаһынан һөйҙө лә тағы ҡыҙына ҡараны.
—Ә һин нисек уҡыйһың, ҡыҙым?
—Унынсыла йөрөйөм шунда. Улай маҡтанырлыҡ бер нәмәм дә юҡ. Еңеүҙәрем дә,—бер аҙ торғас өҫтәне:—еңелеүҙәрем дә.
Ысынында ҡыҙ шәп уҡый ине. Мәктәбендә лә, ҡалала ла бер нисә фәндән әллә нисә тапҡыр еңеүсе лә булды. Өфөгә килеп биологиянан олимпиадала ҡатнашты. Телевизорға ла төшөргәйнеләр. Тик еңеүҙәре уға ләззәт бирмәне, шатлыҡты уртаҡлашыр ғәзиз кешеһе булманы. Әсәһе уның уңыштарына өйрәнеп бөткән, тәүге мәлдә күккә күтәреп маҡтай ине, хәҙер «ҡайттыңмы, балам»дан артыҡ һүҙ ҙә юҡ. Барыһы ла ғәҙәти. Хатта иртәгә иртән шаҡмаҡ ҡояш сыҡмаймы икән? Әсәһе ауырый башлағас, ул тәүҙә бик ҡайғырҙы, аҙаҡ ул сирҙән үҙенә йыуаныс та тапты. Ҡалай шәп, әсәй ауырыу, тип, бәлки, атайға телеграмма ла һуғырбыҙ? Ул килер, күрешерҙәр. Әсәй яңынан аяҡҡа баҫып китер. Тик… күрештеләр ҙә бына, оло теләге лә тормошҡа ашты, ә әсәй түшәктә һаман.
—Күптән ауырыймы?—бая ишеткән икән атаһы.
—Хәҙер ярты йыл түшәктә, ныҡ ябыҡты. Атайыңды барып күреп кил, тип адресыңды бирҙе.
«Ҡыҙыҡ, атайыңа бар, тигән, шулай ҙа миңә ебәргән».
—Ҡыҙ-ы-ыҡ,—тип һуҙҙы Йомаҙил.
—Нимә ҡыҙыҡ, атай?—Йәмил дә һүҙ ҡушҡан булды.—Миңә лә ҡыҙыҡ, минең апайым бар, үҙе матур, үҙе аҡыллы.
—Тормош ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Өйгә эшеңде ҡара, улым.
—Ниндәй өйгә эш, ти, әйҙәгеҙ өҫтәлгә, ҡунаҡ килгән бит,—ҡатынының яһалма тауышы ишетелде.
Ашаған саҡта йылмайышып, берсә моңланып шым ғына аш һемерҙеләр. Ҡунаҡ һис кенә лә инәлтмәне, атаһы ла ҡыҙын һыйлап бер булды. Үҙең дә аша әле, тигән булып ҡатыны уны ҡыҫтаны. Ҡыҙға ҡарап, ҡатын, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ булмаһа ла, бер сама сибәрлеге бар икән, ҡалай тыйнаҡ йылмая, ирен ситтәрендәге соҡорҙарынан нурҙар бөркөлгән кеүек, тип уйланды. Улай уҡ йәмһеҙ ҙә түгел, әҙерәк оҡшаған да кеүек Йомаҙилға.
—Атайыңды барып күреп кил, тинеме, ә? Атайыңа тинеме?—тип Йомаҙил ихлас көлөмһөрәгән булып, ҡыҙының арҡаһынан һөйөп-һөйөп алды. Йәмил дә, бында мин дә бар ҙа инде, тигәндәй:
—Әсәй, беҙ атай менән һөйәк кимерергә яратабыҙ, иве-ет,—тип хәбәр һалды.
Дауамын гәзитебеҙҙең 15-се һанында уҡығыҙ