АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
7 Март 2018, 12:28

8 МАРТ

Әхирәтемдең серенән аяҡ аҫтымдағы ер уйылып киткәндәй булды: —Әсәйең ауырлы. Аңлаһам да ҡабатлап һорайым: —Кемдең әсәһе?—үҙем уның әсәһе юҡлығын беләм дә инде. —Һинеке. Шул мәл был күпте белгән һәм һәр нәмәне әллә ҡайҙан иң беренсе ишетеп ҡала торған әхирәтемде күрәлмаҫ хәлгә еттем.

Әхирәтемдең серенән аяҡ аҫтымдағы ер уйылып киткәндәй булды:
—Әсәйең ауырлы.
Аңлаһам да ҡабатлап һорайым:
—Кемдең әсәһе?—үҙем уның әсәһе юҡлығын беләм дә инде.
—Һинеке.
Шул мәл был күпте белгән һәм һәр нәмәне әллә ҡайҙан иң беренсе ишетеп ҡала торған әхирәтемде күрәлмаҫ хәлгә еттем.
—Алдама!—тип екереп икенсе партаға күсеп ултырҙым. Ул минең арттан күсә:
—Алдамайым. Кисә еңгәм әйтте.
Еңгәһе әйткәс—все, кәпис, тип уйлайым. Кәйефем бөтөү генә түгел, эсемдә буран ҡуба.
Ауырлы! Әпәт! Былай ҙа анау өсәүһен көтөп урамға ла сығалмайым!
Минең хәлемде уҡытыусы аңғарып ҡала.
—Нимә булды? Ауырып киттеңме әллә?—ти.
—Ҡоҫҡом килә,—тим шым ғына.
Ул килеп маңлайыма йылы усын ҡуйып ҡарай.
—Былай температураң юҡ... тик ҡалай сикәләрең яна,—унан китап-дәфтәрҙәремде йыйып сумкама һала.—Бар, әсәйең эргәһенә инеп сыҡ.
Әйберҙәремде күтәрешеп алып барышырға класташ малайымды эйәртә лә, мин тышҡа сығыу менән унан сумкамды һыпыра тартып алам:
—Кит мынан.
Әсәйем мәктәп күршеһендәге генә медпунктта эшләй. Ауыл халҡы телендә выраш. Унда барып еткәнсе мин инде буҙлайым. Илап барып инәм дә, сумкамды бер яҡҡа ырғытып, быймаларымды икенсе яҡҡа һелтәп сисәм. Өҫтәл артында яҙышып ултырған әсәйем, ҡағыҙҙарынан айырылып ҡарай:
—Нимә булды?
Төпкө бүлмәнән санитаркаһы сыға. Уны күргәс вис әйтеп һалырға тип асҡан ауыҙымды ябам, тик илауҙан туҡтап булмай.
—Һуғыштыңмы?—инәй мине төпкө яҡҡа әйҙәй, ундағы сәй эскән өҫтәлдәренә алып килә, ашарға һалып бирә. Эргәбеҙгә әсәйем сыға, башымды тотоп ҡарай, бармаҡ баштары менән тамағымды һәрмәй ҙә, битемде һөртә:
—Етәр, илама, бар танауыңды һеңгереп йыу.
Улар мине һуғышҡан икән тип уйлай. Гел малайҙар менән һуғышып йөрөгәс.
—Әйт, кемеһе шуларҙың? Хәҙер ул кейәнкегә иң ҙур укылды һалабыҙ,—тип шаяртып әүрәтеп ҡарай санитарка, тик мин улар менән һөйләшмәйем. Яратмайым! Икеһен дә!
... Көн аҙағында әсәйем уятып алып ҡайтып китә. Шунда ҡаҡ тапчанда йоҡлап киткәнмен икән. Ҡайтҡас та яҙылмайым. Әсәйемә бөтөнләй ҡарамайым. Уның был һатлыҡ йәнлеген ғәфү итер хәлем юҡ. «Балалар менән ауыр-ауыр» ти үҙе, үҙе тағы бәпәй алырға уйлай. Башы эшләмәйме әллә уның, тип эстән әрләп ҡара янам. Шуға бөгөн ул мал ҡарап, һыу ташып, тамаҡ йүнәтеп алғансы бәләкәстәрҙе көтөүҙән бөтөнләй үк баш тарта алмаһам да, яҡшылап күҙ-ҡолаҡ булмайым. Шул сәбәпле яңы атлап йөрөгән берәүһе урындыҡтан яҙа баҫып ҡолап та төшә. Һене ҡата, маңлайы күбеп китә. Мин уны йәһәт кенә тымыҙа алмаҫымды белеп, күтәреп алам да, тәҙрә төбөндә әҙер ятҡан биш тинлек баҡыр аҡса менән ороһона баҫам. Бәпәй тағы ла ярһый төшә. Ҡулымды алмайым, шулайтһаң шеше тиҙерәк ҡайта. Бала көтөп, уларҙы аунатып-ҡолатып үҫтереп барғас, белеп бөткәнмен. Тәҙрә быялаһы ситендәге боҙға, йәй һыу багына, тинлек һалып ҡуям. Шул һыуыҡ менән баҫырға кәрәк.
—Нимәгә илашаһығыҙ?—ишектән быу болото менән ингән әсәйем, ҡосағындағы утынын мейес алдына һалып, беҙҙең янға ашыға. Ҡулымдағы бала уны күргәс тағы ла тыпырсыныбыраҡ үкһей, мин уны тағы ла нығыраҡ ҡосаҡлап һелкетәм. Асыуҙан һелкетәм. Быны күргән әсәйем көйөп китә:
—Нишәп ул һәтте итәһең?—бейәләйҙәрен сисеп, баланы алып яурынына баҫа, унан ороһон күреп ҡала,—Әпәт ҡолаттыңмы? Төнәге күге китмәгән, тағы шул ере менән төшкән!
Тегене тынысландырып кире урындыҡҡа ебәрә лә, ашығып сығып китә. Бына ул быҙауҙы индереп килә. Көсө етмәй. Мал булған нәмә тулап ҡарыша. Ҡойроғонан, муйынсаһынан тотоп эләктереп тартып, артынан этеп ҡарай. Унан күтәреп маташа. Юҡ, атламай был тупһа аша. Әсәйем тирләп-бешә, «Сәсрәгере» тип быҙауҙың арҡаһына шапылдата һуғып ала. Мин урындыҡта бала тотоп тик ултырам. Ярҙам итмәйем. Бығаса индерешә торғайным, бөгөн—юҡ. Яуызлығымдан тантана итеп ултырам. Шулай була ул, бәпәй алғасың...
Быҙауҙы этеп-төртөп индереп ояһына ҡуйғас, хәле бөтөп ишек төбөндәге эскәмйәгә ултыра әсәйем. Күҙен йомоп, соңҡаһын стенаға терәп оҙаҡ ҡына улты ра шулай. Унан һыу эсә лә, бәрәстәрҙе ташый башлай.
Ул тамаҡ бешергәндә лә һөйләшмәйбеҙ. Хәтәр ҡыйын. Башҡа ваҡытта ошо мәл иң күңеллеһе була торғайны. Мейестә сытырлап ут яна, әсәй бешеренә, һин урындыҡта бәләкәстәр менән «һуғыша-һуғыша» дәрес әҙерләйһең. Шул арала әсәй менән һөйләшеп-көлөшөп алаһың. Атай өйҙә булһа, был бәйнәттәрҙе уға тапшырып уҡ ҡуяһың, өҫтөндә аунашһындар әйҙә. Ә бөгөн... был бәхет юҡҡа сыҡҡан. Һәм ҡабат бер ваҡытта ла кире ҡайтмаясаҡ.
Шундайға барып етәм, киске сәйгә килмәйем. «Яҡ» тип йөҙөмдө борам. Бәләкәстәрҙе ашатып ултырған әсәйемдең түҙемлеге бөтә:
—Ултыр йәһәт кенә! Минең менән һуғыштыңмы ни? Ул ниндәй бөтмәҫ үсегеү?
Мин иһә шуны ғына көткәнмен:
—Һуғышманым мин!
—Атыу нимештәнең?
—Эштәмәнем!—артыҡ ныҡ көслө сыҡты ахыры тауышым, әсәйем боролоп аптырап ҡараны.
—Кемгә үпкәләйһең һуң алайғас?
—Һиңә!!
—Бәтәс... миңә нишәп?
—Бәпәй алғасың!!—был яуаптан һуң зыулап төп яҡҡа сығып китәм дә, карауатҡа йөҙ түбән ауам. Все! Әйтелде. Хәҙер хет нимә булһа ла булһын.
Күпмелер ваҡыттан һуң, тегеләрен туйындырып бөткәс, әсәйем сығып эргәмә ултыра, ипләп кенә яурынымдан бәпләй. Көрһөнә лә, ғәйепле тауыш менән:
—Илама юҡҡа,—ти.
Сәсәй-сәсәй ирешәм:
—Надайыл миңә был баллар! Үҙең шулар маҙа тейең, үҙең алаһыың...
Ул мине ҡосаҡларға итә, ҡарышам.
—Туғандарын улай тип әйтмәйҙәр инде, улар һине ярата ла инде, тыуһа быныһы ла яратасаҡ.
—Яратмаһын! Тыумаһын әйҙә! Беҙ и так һигеҙ штук!
Әйтмәгәнмен, минең бит әле дүрт оло ағайым бар, улар ҡырҙа уҡыуҙа.
Быныһына яуабы юҡ әсәйемдең. Былай ғына тынысландыра алмаҫын аңлаптыр, үҙ мәшәҡәттәренә тотона. Тегеләрен йоҡларға һала, бәләкәсен сәңгелдәктә бәүетеп йырлағанында былары ла ойоп китә. Йоҡлаған булып алдап ятҡан мине лә күтәреп һеңлем эргәһенә шылдыра. Унан ҡаҙанында имшегән һыуы менән кер йыуып, һабынлы йыуынтыһына түрбаш яҡты һөртөп ала. Һуңғы тапҡыр күҙемде асып ҡарағанымда, мейес алдына сүгәләп күмер ашап ултыра. (Шул күренеш бөгөн дә күҙ алдымда.)
Бынан аҙаҡ ғүмерҙең нисегерәк аҡҡанын хәтерләмәйем, әммә шул бала тыуған көндөң 8 март булғанын беләм. Әсәйемде был бәпәйгә бик алдан һалдылар (43 йәштә булған икән). Оҙаҡ ятты. Атайым менән донъя көтөп арып бөттөм. Элек тә әсәй эштә, мин уҡыуҙа булғанда балларҙы көтөшкән күрше әбей ярҙамлаша ла ул, тик инде бигерәк ҡарт. Бәләкәстәр уны тыңламай, йүгереп китһәләр тота алмай, тегеләр ялтарып ҡасалар, шуға ҡайһыларын бәйләп ҡуя. Ойоҡтарҙы ҡушып баланың биленән урата ла, осон урындыҡ тәңгәлендәге стенаға ҡатҡан сөйөнә эләктерә. Былар урындыҡта иркен ултырып уйнай, ә төшөп китә алмай. Кис һалышҡанда өс-дүрт йәшлектәрен дә нығытып ҡармап төрә лә ҡуя. Шулайтһаң ныҡ йоҡлай, өшөмәй ҙә, ти инде. Миңә ни—ҡалай ҙа, йоҡлаһалар булды, төндә һөт йә сәй һорап торғоҙмаһындар ғына.
Байрам көн иртә менән иҙән йыуып бөтөп кенә барһам, күрше еңгәй килеп инде лә, атайыма:
—Һөйөнсө! Улығыҙ бар,—тине.
Усаҡ тирәһендә болғанып йөрөгән атайым, нисектер уңайһыҙланып ҡына:
—Э-эй, ҡыҙ бумаған икән,—тип, барып шифоньерҙан бер төргәкте алып һөйөнсөләүсегә тотторҙо. Шул төргәкте әсәйем миңә ҡырҡ күрһәтеп һалғайны, мин үҙ сиратымда атайыма ҡырҡ күрһәтеп әйттем һәм бына ул маҡсатына етте.
Төштән һуң хәбәр килде, атайымды әсәйем эргәһенә балнисҡа саҡырттылар. Өйҙә апай тейеш кешене ҡалдырып, икебеҙ ҡуңалтаҡ биларуста сығып киттек. Мине ниңә эйәрткәндәрен аңламайым, әммә унда артыҡ эшем юҡ, өй мәшәҡәттәренән ҡасып китеп барыуым.
Үҙәккә барып етеп, балнис тупһаһына баҫҡас, ҡапыл ғына йөрәгемде шом биләп алды. Беҙҙе сисендереп палатаға индерҙеләр. Унда әсәйемдең һеңлеһе, тағы ла башҡа апайҙар бар. Барыһы ла аҡ халатта. Шул саҡ әсәйемде күреп шаҡ ҡаттым. Күҙ алдымда сикәләре эскә батып, ҡап-ҡара булған бер ят ҡатын ята ине. Күҙҙәре йомоҡ. Нисек эргәһенә алып килеп ултырҡандарын белмәйем. Бына ул ыҙалап ҡына күҙҙәрен асты ла, алмаһын ғына шылдырып башта атайыма, унан миңә ҡарап алды. Атайым ҡалайҡандыр инде, мин түгелеп илап та ебәрҙем:
—Әсә-әй! Әсә-ә-әй....
Бер аҙҙан телен саҡ ҡыбырлатып әйтте:
—Бәпәйҙе апайың алыр...—үҙенең һеңлеһен әйтә,—һеңлеңде лә ул ала... Һин ҡустыларыңды ҡара... ташлама...
Дауамын гәзитебеҙҙең 10-сы һанында уҡығыҙ.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА