АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
2 Март 2018, 11:52

ХИКӘЙӘТТӘР

Ғәйеплеләр бәхетле!?Күрше генә булып ике ғаилә йәшәгән. Берәүҙәре көн дә талаша икән, икенселәрендә тауыш-тын сыҡмай, ти. Күршеләренең шулай бәхетле йәшәүенә тәүгеләре көнләшеп тә ҡуйған. Бер көн ҡатын ирен күршеләренә ебәргән. Ир барып тәҙрәнән күҙәтергә тотонған. Ҡатын шкафтағы саңды һөртөп йөрөгән мәлдә, бер ҡиммәтле генә көршәкте ситкәрәк ҡуйып тора. Шул саҡ залға килеп ингән ире уға терһәге менән төкөп, ҡолатып төшөрә. Көршәк ярыла.—Fәфү ит, яңылыш төкөнөм,—ти ир.—Юҡ, һин мине ғәфү ит, ситкә ҡуйғанмын,—ти ҡатын.Быны тәҙрәнән күреп-ишетеп торған ир өйөнә ҡайта.—Шунан, белдеңме бәхетле йәшәү серен,—тип һорай ҡатыны.—Эйе, уларҙа икеһе лә ғәйепле, ә беҙҙә икебеҙ ҙә гел хаҡлы,—тип яуаплаған ир.

Ғәйеплеләр бәхетле!?
Күрше генә булып ике ғаилә йәшәгән. Берәүҙәре көн дә талаша икән, икенселәрендә тауыш-тын сыҡмай, ти. Күршеләренең шулай бәхетле йәшәүенә тәүгеләре көнләшеп тә ҡуйған. Бер көн ҡатын ирен күршеләренә ебәргән. Ир барып тәҙрәнән күҙәтергә тотонған. Ҡатын шкафтағы саңды һөртөп йөрөгән мәлдә, бер ҡиммәтле генә көршәкте ситкәрәк ҡуйып тора. Шул саҡ залға килеп ингән ире уға терһәге менән төкөп, ҡолатып төшөрә. Көршәк ярыла.
—Fәфү ит, яңылыш төкөнөм,—ти ир.
—Юҡ, һин мине ғәфү ит, ситкә ҡуйғанмын,—ти ҡатын.
Быны тәҙрәнән күреп-ишетеп торған ир өйөнә ҡайта.
—Шунан, белдеңме бәхетле йәшәү серен,—тип һорай ҡатыны.
—Эйе, уларҙа икеһе лә ғәйепле, ә беҙҙә икебеҙ ҙә гел хаҡлы,—тип яуаплаған ир.
Бары тик өс сифат...
Бер ғаилә 100 кешенән торған. Улар бик татыу һәм бәхетле йәшәгән, ти. Барса халыҡты һоҡландырған, ғәжәпләндергән ғаилә хаҡында хәбәр батшаға ла барып еткән. Ул был ғаилә менән үҙе яҡындан танышырға ҡарар иткән.
—Ҙур ғаиләлә гармонияны нисек һаҡлайһың,—тип аптыраулы һорау биргән батша.
Fаилә башлығы булған ҡарт ҡулына ҡағыҙ һәм ҡәләм алған, унда нимәлер яҙған һәм батшаға һонған. Унда ни бары өс һүҙ—«Һөйөү», «Сабырлыҡ», «Fәфү итә белеү» тип яҙылған, ти.
—Шул ғынамы,—тип ғәжәпләнгән батша.
—Эйе,—тигән ҡарт.—Был күркәм сифаттар ғаиләне генә түгел, илде лә һаҡлап алып ҡалыр. Генерал ҡатыны.
Ике әхирәт осрашҡан. Автомобилдәр тураһында һүҙ сыҡҡан.
—Эх, мине машинаға ултыртып ҡына йөрөүҙәрен теләйем.
—Ә һине кем ултыртып йөрөргә тейеш?
—Ирем!
—Уның өсөн бит кейәүгә сығырға кәрәк. Ә ғаилә ҡорғас, иреңдең гел генә ваҡыты ла булмауы ихтимал.
—Ваҡыты булмаһа ни? Әгәр генералға сыҡһам, уның водителе мине алып йөрөр.
—Эх, әхирәт, генерал ҡатыны булыу өсөн лейтенантҡа кейәүгә сығырға кәрәк һәм ул хеҙмәт баҫҡысынан юғары күтәрелһен өсөн уға булышлыҡ итеү мөһим.