Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
2 Март 2018, 12:00

АҘАШҠАН ҠАР БӨРТӨГӨ. Нәҫер.

Поезд һуңғы станцияға яҡынлашҡан һайын, йөрәк үҙен нығыраҡ һиҙҙерҙе. Һыр бирмәҫкә тырышһам да, бөтөнләй ят ҡалаға беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуы тулҡынландыра шул. Көтөп торған кешең, йә эшең булһа бер хәл. Бөгөн хәл иткес көн: эшен дә, йәшәргә урынын да табыр кәрәк. Ә көн тигәнебеҙҙең яртыһы үтеп тә бара.

Поезд һуңғы станцияға яҡынлашҡан һайын, йөрәк үҙен нығыраҡ һиҙҙерҙе. Һыр бирмәҫкә тырышһам да, бөтөнләй ят ҡалаға беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуы тулҡынландыра шул. Көтөп торған кешең, йә эшең булһа бер хәл. Бөгөн хәл иткес көн: эшен дә, йәшәргә урынын да табыр кәрәк. Ә көн тигәнебеҙҙең яртыһы үтеп тә бара.
Бына поездан төшкән халыҡ вокзал яғына ағылды. Күп тә үтмәй тиҙ генә таралышып юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Кемдәрҙелер сәскә тотоп ҡаршы алдылар, вахта менән эшләгәндәр артабан эш урындарына етеү өсөн автобустарын эҙләне, күптәре такси менән һыпыртты. Мин сумаҙанымды әкрен генә һөйрәп автобус туҡталышына йүнәлдем.
Ҡапыл ябалаҡлап эре ҡар яуа башланы. Бына, һиңә мә! Май аҙағы. Оҙаҡ яуырмы, күп яуырмы икән тигән икеләнеү тәнде түгел, күңелде өшөттө. Тиҙ генә туҡталыштың эсенә инеп, йылы кейемдәремде өҫтәп кейеп алдым. Уларҙы алған өсөн үҙемде үҙем маҡтап, эстән генә ҡыуанып киттем. Шомло уйҙар ҙа артҡа сигенде, ҡояш та бер йылмайып, бер юғалып яуған ҡарҙар менән уйнаны. Төрлө төҫкә инеп емелдәгән аҡ бөртөктәр иғтибарымды йәлеп итте. Мине был ҡалала нәҡ улар беренсе булып ҡаршы алды. Эре-эре ҡар бөртөктәре ҡабалан-ҡабалан ергә төшә. Өр-яңынан ерҙе аҡҡа төрөп һалып ҡуйырға тырышыуҙарымы, әллә киләһе көҙгә ҡәҙәр үҙҙәренсә матур итеп хушлашыуҙарымы? Әллә булмаһа, ошондай тантаналы рәүештә ҡаршы алыуҙарымы? Түҙмәнем, туҡталыштың ҡабырғаһына һырыған ҡар бөртөктәрен һыпырып алдым да, эстән генә һөйләшә лә башланым:
—Һаумыһығыҙ, ынйы бөртөктәр! Бейәләйемдең осона ғына ҡундырып күҙәтәйем әле үҙегеҙҙе. Усыма төшһәгеҙ, хәҙер генә иреп юҡ булырһығыҙ, күрмәй ҙә ҡалырмын.
Өйкөмөнән һурылып, бер ситкәрәк ҡунған ҡар бөртөгө, үҙенең нәзәкәтле матурлығын күрһәтеп ҡалырға тырышҡандай, йылҡылдап йылмайғандай итте.
—Сәләм, ҡар бөртөгө! Бына бит кес кенә кәүҙәңә ниндәй матур биҙәк һыйҙыра алғанһың. Төҫөң дә әллә нисә төрлө булып ялтырап китә. Ябай ғына түгел, әкиәти нәфис төҫтәр. Зәңгәрһыу, алһыу...
Ҡапыл мәктәп йылдары, һабаҡташтар иҫкә төштө. Йыл һайын яңы йыл байрамына тәҙрәләрҙе, шыршыны биҙәү өсөн тырышып-тырмашып төрлө ҡағыҙҙарҙан ҡар бөртөктәре киҫә инек... Ниндәй генә формаһы юҡ уларҙың—ғәжәйеп бер донъя.
—Ярты быуатлыҡ тормош тәжрибәм эсендә шуны күҙәтә киләм: ер йөҙөндә бар нәмә лә үҙгәрә. Ер-һыу, йылға-күлдәр, үҫемлек-ағастар, хатта кешеләрҙең ғөрөф-ғәҙәте, көнкүреше генә түгел, һын-ҡиәфәттәре лә үҙгәрә. Ә бына һин, бынан нисә быуат элек ошондай матур булғанһың, һаман да шулай ҡала киләһең. Үтеп киткән һәр быуатта ла һине күҙәтеп, бермә-бер минең әле уйлап торған уйҙарымды кисереүсе ауаздаштарым да аҙ булмағандыр. Сөнки күк көмбәҙенән сихри талғынлыҡ менән яуып ер йөҙөн аҡҡа, сафлыҡҡа төрөп, кешеләрҙең генә түгел, хатта ҡоштарҙың да, хайуандарҙың да кәйефен күтәрәһең. Хислеләргә илһам бирәһең, балаларға байрам бүләк итәһең. Яңы яуған ҡар өҫтөндә кемдең генә рәхәтләнеп, тәгәрәп йөрөп уйнаған бала сағы булманы икән?...
Иҫләйем, бына һине ошолай бейәләйҙең осона ғына ҡундырып күҙәтергә өләсәйем өйрәтте. Уны ла, бәлки, тәбиғәттең нәфислегенә иғтибарлы булырға өләсәһе өйрәткәндер. Һылыулығы, саялығы менән тирә-яҡта дан тотҡан Зәкирә өләсәйем матурлыҡты һөйөүсе, дөрөҫлөктө яҡлаусы хисле күңел эйәһе әллә ҡасан инде баҡыйлыҡта, урыны ожмахта булғыры.
Ә минең өсөн ҡар бөртөктәре күк көмбәҙенән кемдәрҙеңдер тарафынан яһалған ғәжәп дөрөҫ симметрик төҙөлөшлө, шундай матур биҙәкле кес кенә мөғжизә. Шул формаһын юғалтыуҙан ҡурҡҡандай, бик әкрен генә, Хоҙай олатайҙан сихри сәләм дә булып, һаҡ ҡына ер өҫтөнә төшөп яталарҙыр. Һәм ер менән күктең татыу бер бәйләнешенә һәйкәл һалғандай ап-аҡ ҡына ҡалын юрған хасил итәләр ҙә инде.
Әле бына үҙем, өлөшөмә төшкән яҙмыш юлы буйлап, тормошомдоң һәлмәк кенә йөгөн һөйрәп, тыуып үҫкән яҡтарымдан ике мең саҡрым алыҫлыҡтағы, ҡырыҫ һыуыҡлығы менән донъяға мәғлүм булған Себерҙең уртаса ғына ҙурлыҡтағы, төҙөк һәм йәш бер ҡалаһының уртаһында торам. Ҡасандыр, тарихыбыҙҙа онотолмаҫлыҡ, ғәйепле лә, ғәйепһеҙ ҙә халҡыбыҙҙың язалы үә михнәтле тормошоноң юғалмаҫ һәйкәлелер бындағы ҡалалар. Тарих ҡабатлана, ләкин бөтөнләй үҙгәреп.....
Ят ҡалала ят урамдар, ят кешеләр... Магазиндағы хаҡтар ҙа ят. Әммә, бына ошо өйөрөлөп-өйөрөлөп талғын ғына яуған ҡар, минең, албырғап ҡалған әҙәмдең, иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырышҡаны оса-уйнай әле битемә, әле керпектәремә ҡунып иреүенән күренеп тора. Баҡтиһәң, бөтә нәмә лә ят түгел икән әле бында. Бына бит ҡар бөртөктәре тыуған яҡтыҡынан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Яҡташымды тапҡандай ҡыуанам һәм серләшәм.
—Һөйлә әле миңә, ҡар бөртөгө, сис әле сереңде! Донъяла бар нәмә үҙгәреп-алышынып торғанда, нисек шулай кес кенә килеш һис үҙгәрмәй ҡала алдың? Ел-дауылдар ҡаҡмай-һуҡмай тормай бит һине лә.
Ишеткәнем бар, бик борон Ер шарының бөтөн йөҙөн тиерлек һыу ҡаплаған булған. Иң беренсе тереклек тә һыуҙағы тереклектән башланған. Ололарҙың, эскән һыуыңа төкөрмә, һыуҙың хәтере яҡшы, ҡасан да үсен алыуы бар тигәндәре лә иҫкә төшә.
—Бөртөк, һин дә шул ҡөҙрәтле, хатта кеше организмының 70 процентын тәшкил иткән һыуҙың бер формаһы бит. Хәтереңдә бик күп нәмә һаҡлана торғандыр, быға ышанам. Әле минең битемә ҡунып, иреп тамсыға әйләнеп, ҡайһы аралалыр үҙ иркемдән тыш, эркелеп сыҡҡан күҙ йәштәремдең әселеген сөсөләтергә тырышып үҙеңде ҡорбан итеүеңме был?
Бәлки ваҡытһыҙ баҡыйлыҡтары менән һаман йөрәгемде һыҙлатып торған атай-әсәйемдең күктән төшкән йыуатыуылыр... Бәлки, был бөтөнләй уйға сумып, артыҡ моңһоуланып, моңһоҙланып торғаныма шелтә генәлер... Генәлер түгел, ысынлап шәп шелтәлер. Шулай-шулай. Уйға батып торорға, ҡайҙа миңә ваҡыт? Минең дә бит ейәнсәрҙәрем үҫеп килә. Өләсәйемдән вариҫ ҡына булып ҡалған «ҡар бөртөгө дәресен» бирәһем бар икәнен яҡшы аңлайым. Тормошта барыһы ла кәрәк бит.
Рәхмәт, ҡар бөртөгө! Ҡыш бабайҙан ҡалып әллә һин аҙашып йөрөйһөң, әллә мин аҙашып йөрөйөм, һәр хәлдә ҡаршы алырға сыҡҡаның өсөн рәхмәтлемен. Тимәк, был ҡалала мин яңғыҙ түгел бөгөн. Ошондағы халыҡ та ҡасандыр минең кеүек беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡандыр бит, ана нисек йөрөп яталар. Барыһы ла эшлекле ҡиәфәттә. Һау бул, бөртөгөм, бәлки тыуған яҡта осрашырбыҙ. Ни тиһәң дә яҙ бит. Яҙ үҙе лә ашыға, халыҡты ла ашыҡтыра. Мин китәйем, һинең фатихаң менән юлымды дауам итәйем.
Рәшиҙә МАНСУРОВА
Читайте нас: