Бер ҡатын төш күрә. Имеш, магазинда Аллаһы Тәғәлә һатыусы булып тора.
—Һеҙҙән нимә һатып алырға мөмкин?
—Улайһа миңә һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт, уңыш һәм күп аҡса бир.
Аллаһы Тәғәлә ихлас йылмая ла, кәштәнән бер бәләкәй генә ҡумта алып бирә.
—Ошо ғынамы?!—тип аптырай ҡатын.
—Эйе,—ти Аллаһ.—Минең магазинда орлоҡтар ғына һатыла.
Аҡыллы ҡарт бесәй үләндә ята. Янында бесәй балаһы улай йүгерә, былай йүгерә икән.
—Нишләйһең,—тип һорай ҡарт бесәй.
—Ҡойроғомдо тота алмай аҙапланам.
—Бәхетең ҡойроғоңда, тигәйнеләр. Нисә көн инде бына шул бәхетте тота алмайым.
—Эйе,—тип йылмая ҡарт бесәй,—ҡасандыр мин дә шулай итә инем. Ваҡыт үтеү менән бәхет артынан сабыуҙың мәғәнәһе булмауын аңланым. Ул бит һәр саҡ минең артымдан йөрөй. Быны иҫтән сығармаҫҡа ғына кәрәк.
Бер бизнесмен миллион доллар йыйғас, инде ял итәйем тип уйлаған. Әммә хыялын тормошҡа ашырып өлгөрмәгән, уға әжәл килгән. Fүмер буйы һатыулашып өйрәнгән сауҙагәр унан бер аҙ ваҡыт биреүен һорай:
—Миңә өс көн генә ваҡыт бир инде? Байлығымдың өстән бер өлөшөн бирәм.
—Улайһа, ике...Юҡ, өс миллионымды ал. Тик бер көн бир, күптән күрмәгән ғаиләмде, туғандарымды барып күрәйем, тирә-яҡтың хозурлығына һоҡланып туяйым.
Шул саҡ бай үҙ улына хат-хәбәр яҙырға ярты минут ваҡыт һораған. Әжәл риза- лашҡан.
—Ваҡытыңдың ҡәҙерен бел, улым,—тип яҙған ул.—Миллион долларыма бер сәғәт ваҡыт та һатып ала алманым.