Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
29 Декабрь 2017, 11:42

БИБИНУР ҠАРСЫҠ. Хикәйә. Дауамы. Башы 51-се һанда.

Дауамы. Башы 51-се һанда.Самауырҙан сыҡҡан төтөн тәмле туҙ еҫен тирә-яҡҡа тарата башлауға шуны ғына көткәндәй күршеләре урыҡ-һурыҡ йыйыла ла башланы, ә ҡояш, Һаҡмарҙан ҡалҡҡан ҡуйы томанды һөлгөләй һөртөнөп, баҙыҡ йөҙөн көләсләндереп күренеүгә ишек алды күс айырғандай геүләй ине инде. Олоһо ла, кесеһе лә бында—әллә ярты ауыл оҙатырға килгән инде. Һәр береһенең ҡулында төйөнсөк—юл күстәнәсе. Гөлғәйшә—һөтлө банка, Һылыубикә ике-өс йомарлам ҡорот тотҡан, Хәкимә кипкән еләк килтергән, Fилметдиндең ҡултығында төйөрөм генә һалабаш йүкәһе, үҙе хәйләкәр күҙен шаян көлдөрә, һаҡалын семетә:—Бына, ҡорҙашбикә, йыуынғанда кәрәге тейер, һине мин ҡайғыртмаһам кем ҡайғырта? Мәстүрәм йәнә йүкә балы ебәрҙе. Әбей ни килә алмай, билен биртендереп ята, сәләм еткерергә ҡушты.—Биле биртенһә—биртек йый, ҡалаға һыпыртырға йыйынған әбей тирәһендә урал-ғансы!—Хәрәкәтсән Фатима ҡапҡанан күренер-күренмәҫтән Fилметдинде, Бибинурҙы бер юлы битәрләне лә әхирәтенең ҡулына ҡағыҙ төргәге тотторҙо.—Киптерелгән андыҙ тамыры, һинең йүтәлде шул ғына ала, көҙгөһөн тағы ебәрермен.

Дауамы. Башы 51-се һанда.
Самауырҙан сыҡҡан төтөн тәмле туҙ еҫен тирә-яҡҡа тарата башлауға шуны ғына көткәндәй күршеләре урыҡ-һурыҡ йыйыла ла башланы, ә ҡояш, Һаҡмарҙан ҡалҡҡан ҡуйы томанды һөлгөләй һөртөнөп, баҙыҡ йөҙөн көләсләндереп күренеүгә ишек алды күс айырғандай геүләй ине инде. Олоһо ла, кесеһе лә бында—әллә ярты ауыл оҙатырға килгән инде. Һәр береһенең ҡулында төйөнсөк—юл күстәнәсе. Гөлғәйшә—һөтлө банка, Һылыубикә ике-өс йомарлам ҡорот тотҡан, Хәкимә кипкән еләк килтергән, Fилметдиндең ҡултығында төйөрөм генә һалабаш йүкәһе, үҙе хәйләкәр күҙен шаян көлдөрә, һаҡалын семетә:
—Бына, ҡорҙашбикә, йыуынғанда кәрәге тейер, һине мин ҡайғыртмаһам кем ҡайғырта? Мәстүрәм йәнә йүкә балы ебәрҙе. Әбей ни килә алмай, билен биртендереп ята, сәләм еткерергә ҡушты.
—Биле биртенһә—биртек йый, ҡалаға һыпыртырға йыйынған әбей тирәһендә урал-ғансы!—Хәрәкәтсән Фатима ҡапҡанан күренер-күренмәҫтән Fилметдинде, Бибинурҙы бер юлы битәрләне лә әхирәтенең ҡулына ҡағыҙ төргәге тотторҙо.—Киптерелгән андыҙ тамыры, һинең йүтәлде шул ғына ала, көҙгөһөн тағы ебәрермен.
Күстәнәстәр тауҙай өйөлөп китте. Был юҫыҡта холҡо ни тиклем генә ҡырыҫ булмаһын, баш тарта алманы Бибинур, ихласлыҡты кире ҡағырға теле әйләнмәне.
Яҡшыһын да, яманын да бергә татыған, бәхетле мәлдәрҙе бергә кисергән, бер шатлыҡты ике иткән, ҡайғы килһә, күмәкләп күтәргән ауылдаштарынан йөҙөн айыра алманы ошо минутта, булмышы йылмая, төҫһөҙ күҙҙәре эске йылылыҡ бөркөп көлә, тик ирендәре генә асылмаҫ өсөн ҡымтыл-ған, һүҙҙәргә эйәреп, хәҙер күҙ йәштәре түгеләсәк, шуны һиҙә.
Машинаның артҡы яғына инеп ултырғас та, ситлеккә бикләнгән ҡоштай тәҙрәгә ҡапланды, ҡуҙғалғас, ҡурайҙай ғына беләген һелкеп ҡул болғаны. Ауыл осондараҡ тап булған Айрат менән дә башын ихлас ҡағып хушлашты.Үп-кәләүен онотоуы, ғәфү итеүе ине уның…
Өсөнсө ҡаттағы фатирға күтәрелеп, кнопкаға баҫтылар. Ҡара буяу менән буял-ған, тас маңлайы тапҡырына алтынға мансылған һан яҙылған, уртаһына быяла «күҙ» батырылған тимер ишек оҙаҡ асылманы. Һыңар күҙ оҙаҡ тикшереп күҙәтте. Шауҙырлап келә ысҡынды, тимер сылбыр ярты бит һыймалы ғына ек ҡалдырып юлды быуҙы. Ҡаршы ал-ған ун ике, ун өс йәштәр самаһындағы ҡыҙ бала ҡунаҡты күреүгә ҡыуанманы, ҡояш нуры күрмәгән һурынҡы йөҙө үҙгәрешһеҙ ҡалды.
—Фәниәм, балам, һаумы?—Бибинурҙың һонолған ҡулы һауала аҫылынып ҡалды. Үҫмер ҡырт боролоп, эскә ҡарай атлағайны, Рәшиҙә ҡыҙына үпкәләп өндәште:
—Өләсәйең менән һаулыҡ һорашһаңсы, ҡыҙым.
—Здрасьте! Из-за вас в школу опоздала!—Фәниә ишеген ҡаты ябып, бүлмәһенә инеп бикләнде.
—Әсәй, залға сығып ял итә тор, мин сәйнүк ҡуяйым.—Рәшиҙә аш бүлмәһендә ҡашығаяҡтарын шалтырата ла башланы.
Ҡәйнәһенең әйберҙәрен индереп бөткән кейәүе сығыу яғына йүнәлде:
—Мин институтҡа киттем!
Бибинур бай йыһазландырылған залға үтте лә иҫе китеп ҡатты ла ҡалды, быныңса ҡәҙәр затлы әйберҙәрҙе ҡайһы арала алып өлгөргәндәр бит әле: ярты стенаны иңләгән диван, ҡәнәфиҙәр, сит ил телевизоры, иҙәндә дәү аҡ айыу тиреһе, ситтәрәк алтын тотҡалы телефон, тәпәш кенә өҫтәл өҫтөндә гәлсәр һауытта ут ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре… Иншалла, йәшәй белә балалары…
Тартынып ҡына ҡәнәфигә арҡаһын терә-гәйне ошоғаса тәтемәгән йомшаҡлыҡты тойҙо. «Ҡаҙ мамығынан яһалған күпмәнән дә былайыраҡ әллә…»
Рәшиҙәһе бәләкәйҙән тырыш булды, шуға мәктәпте тамамлағас та ауырлыҡһыҙ педагогия институтына уҡырға инде. Өсөнсө курста уҡып йөрөгән сағында уҡ үҙенең уҡытыусыһына кейәүгә сыҡты. Кейәүҙәре аяғында ныҡ баҫып торған фатирлы кеше булғас, йәшәп китеүҙәре ауырҙан булманы, артыҡ мохтажлыҡ та кисермәнеләр, һәүетемсә тормош ҡороп алды ла киттеләр. Хәҙер, ана, икеһе лә тел белгесе, фән кандидаттары, кейәүе юғарыраҡ дәрәжә яҡлар-ға йыйынып йөрөй, буғай. Нишләптер Әхтәме кейәүен баштан уҡ өнәп еткермәне, йәшерен-батырын түгел, уның да күңеле ятманы. Була бит шундай кешеләр, һиңә насарлығы ла теймәгәндәй, барыбер ҡылыҡ-фиғелен, үҙен тотошон, хатта һөйләшеүен булмышың ҡабул итмәй, йәнең этәрә. Бер нимә лә ҡылырмын тимә, иреп тә китерлек түгел, баш тартыр сара, әмәл дә юҡ. Кейәүҙәре лә тап ана шундай заттан ине. Шуға туй мәлен иҫәпкә алмағанда уларҙың ишеген парлашып шаҡығандары булманы. Ҡаланан да йомоштары төшкәндә, бигерәк тә көҙ көнө, ит-май кәрәккәндә ауылға юлландылар. Ҡарты үлгәс кенә йышлай төштөләр, ҡарауы ҡыйынлашҡас, бейәне, һыйырҙы, тананы, һарыҡтарҙы тотоноуҙа булыштылар. Ҡалаға алып барып һатылған хәләл малы осһоҙораҡҡа китте-китеүен. Уның ҡарауы артынан үҙе мәшәҡәтләнеп йөрөмәне. Рәхмәт инде, туғандың барлығы. Кейәүен дә, ниһайәт, нисек бар шулай ҡабул итте: табыш-ҡандар, ҡауышҡандар, килешкәндәр икән, әйҙә йәшәһендәр. Дөрөҫ, оҙаҡ йылдар балаһыҙ зарыҡтылар, ҡайҙа ғына барып, ниндәй генә табипҡа күренеп ҡараманылар. Хоҙай, тилмертә торғас, бирҙе ҡыҙ баланы олоғай-ған көндәрендә. Уныһы ни һуйған да ҡаплаған Рәшиҙәһе, матур булып үҫеп килә.
—Әсәй, һыуһағанһыңдыр, сәй эсеп алайыҡ.—Ҡыҙының тауышы ишетелде.
—Балам, тәһәрәтләнеп алырға ине.
—Әйҙә, бәҙрәфте күрһәтәм.
«Бәй, аш бүлмәһенә яҡын итеп бәҙрәф ҡуйғандарсы, ғибрәт, замана йорттарын төҙөүсе белекһеҙҙәрҙе әйтер инем. Улар ҡулайлыҡтар менән бер ҡатар әҙәп ҡағи- ҙәләрен дә иҫәпкә алырға тейештер бит...»
—Ҡомғанымды Фатима әхирәтемә ҡалдырғайным бит әле, уны-быны уйламағас ни.
—Һуңынан берәй нимә табып бирермен, әлегә ошо тотҡаны тартһаң һыу ҡойола.
—Әләйгәс миңә ошо кәршүк өҫтөнә ултырырға инде?
—Аптырама, әсәй, яйын табырһың, өйрәнерһең. Бына бында ванна бүлмәһе.
Стеналары сынаяҡтай аҡ быяла менән көпләнгән яҡты бүлмәгә инделәр. Ванна эргәһендәге ыҡсым өҫтәлдә төрлө төҫтәге һыуҙар, һыҡма кремдар, әллә ниндәй оҙон муйынлы һауыттар теҙелгән. Һулаҡай яҡта түбәнән алып иҙәнгә ҡәҙәр көҙгө ҡуйылғанғамы, бүлмә тағы ла иркенәйеп киткәндәй күренә. Ванна ишегенең төбөндә йомшаҡ келәмдә ятҡан сынйыр муйынсаҡлы быҙауҙай эт тороп ултырҙы. Ауыҙын ҙур асып иҫәнәне лә, тупаҡ моронон шап та шоп ялап алғас, кешенеке һымаҡ алғы яҡҡа батҡан күҙҙәрен секерәйтеп тишерҙәй итеп, инеүселәргә төбөлде.
—Этте ҡарауыллатып йыуынаһығыҙ була.
—Уның урыны ғәҙәттә ишек төбөндә. Фәниә индереп һалғандыр. Пират—аҡыллы, тәрбиәле, тоҡомло эт, рөхсәтһеҙ бер нәмәгә лә ҡағылмай.—Ҡыҙы иҫе китмәй генә яуапланы.—Ошо кранды борһаң, йылы һыу ҡойола, бынауһынан—һыуыҡ, урталағыһы душ өсөн.
«Ауыл мунсаһына ни етә, рәхәтләнеп йыуынғандан һуң, эләүкәгә ятып, мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән ҡайын миндеген елпеп сабынһаң, ауырыу-һыҙлауҙарың онотола. Бында бызмырла инде кәритәлә, битеңде лә, башҡа ерҙәреңде бер юлы йыуып. Шунан хәләл ерең менән харам ереңде бутамай ҡайҙа бараһың…»
Сәйҙе өсәүләп эстеләр, дөрөҫөрәге дүртәүләп. Теге тупаҡ морон тулы хоҡуҡлы ғаилә ағзаһылай инеп һуҙылып ятты ла һәр кемдең йотҡанын, ашағанын йотлоғоп күҙәтә башланы. Тамаҡты таш итә, билләһи.
—Ят еҫ сығарып эт тотмаһағыҙ ни була, үҙ өйҙәрендә йәшәгән берәренә бирегеҙ булмаһа.
—Кейәүең күпме аҡса түгеп мотлаҡ ошондай тоҡомдо эҙләп тапты, былай ҙа ҡәҙерләп кенә тотабыҙ.
—Күп аҡса, тиһең, ни хаҡҡа инде?—Бер аҙҙан ишеткәненә ышанмағандай телен шарт-латып ҡабатлап һораны.—Китсе, шунса хаҡҡамы? Беҙҙә ундай аҡсаға барлыҡ ҡаралтылары теҙелгән йорт һатып алалар. Быны әйтәм,—эт яғына тағы ла бер тапҡыр ҡарашын атты,—сысҡан аулай торған эттер, тәпәйҙәре яҫы...—Бурҙайға ауыл тапҡырлығындағы баһа бирелде.
—Уның башҡарған вазифаһы башҡасараҡ.—Рәшиҙә кинәйәле хәбәрен һалды.—Беҙҙең ректорҙың эте тап ошондай тоҡомдан. Улар кискеһен паркта икәүләп алып йөрөйҙәр эттәрен. Шунда эштәре хаҡында ла һөйләшәләр... Ә Азат Лоҡмановичҡа докторлыҡ диссертацияһы яҡларға кәрәк.
—Беҙҙә изге эште эт һуғарып башҡармайҙар, ғәҙәттә.
—Әсәй, һин ғүмерең буйы тура һүҙле булдың инде, күҙгә бәреп әйтә лә ҡуяһың!
—Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтә, ҡыҙым...