Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Октябрь 2017, 10:55

УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР

«Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй генә башлаған осор ине. 1997 йылдың йәйге бер иртәһендә редакциянан райондашым Сәлмән Ярмуллин шылтыратты. Баш мөхәрриребеҙ, кешелекле һәм кеселекле Тәлғәт ағай Сәғитов, яңы хеҙмәткәргә районды күрһәтеп алып йөрөп ҡайт, тигәндер, күрәһең, Сәлмән:—Мин иртәгә Хәйбуллаға сығам. Аҡъярға барып көтөп тор. Икәүләп йөрөрбөҙ,—тине. Шунда таныштыҡ та инде беҙ Рәйес ағай Солтанов менән. Ул беҙҙе башҡорт халҡының легендар «Таштуғай» йырының героиняһы Көнһылыуҙың ултырып йырлаған ташын күрһәтте, Мәмбәт ауылынан 3-4 саҡрымда табылған боронғо Таш мәсеткә алып барҙы.Рәйес ағай Солтанов 1936 йылда Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында тыуған. Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Тыуған ауылында клуб мөдире булып эш башлаған, шунан ғүмере буйы балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән. Ул тәбиғәтте бик яратты, уны ҡурсалап район гәзитенә мәҡәләләр яҙҙы. Халыҡ ижадын өйрәнде. Хәйбулла районы гәзите һәм «Атайсал» менән хеҙмәттәшлек итте, матур-матур хикәйәләр яҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 74-се йәшендә яҡты донъя менән хушлашып ҡуйған. Бөгөн беҙ һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, Рәйес Солтановтың хикәйәләренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.Фәрит Әхмәров.

«Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй генә башлаған осор ине. 1997 йылдың йәйге бер иртәһендә редакциянан райондашым Сәлмән Ярмуллин шылтыратты. Баш мөхәрриребеҙ, кешелекле һәм кеселекле Тәлғәт ағай Сәғитов, яңы хеҙмәткәргә районды күрһәтеп алып йөрөп ҡайт, тигәндер, күрәһең, Сәлмән:
—Мин иртәгә Хәйбуллаға сығам. Аҡъярға барып көтөп тор. Икәүләп йөрөрбөҙ,—тине. Шунда таныштыҡ та инде беҙ Рәйес ағай Солтанов менән. Ул беҙҙе башҡорт халҡының легендар «Таштуғай» йырының героиняһы Көнһылыуҙың ултырып йырлаған ташын күрһәтте, Мәмбәт ауылынан 3-4 саҡрымда табылған боронғо Таш мәсеткә алып барҙы.
Рәйес ағай Солтанов 1936 йылда Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында тыуған. Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Тыуған ауылында клуб мөдире булып эш башлаған, шунан ғүмере буйы балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән. Ул тәбиғәтте бик яратты, уны ҡурсалап район гәзитенә мәҡәләләр яҙҙы. Халыҡ ижадын өйрәнде. Хәйбулла районы гәзите һәм «Атайсал» менән хеҙмәттәшлек итте, матур-матур хикәйәләр яҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 74-се йәшендә яҡты донъя менән хушлашып ҡуйған.
Бөгөн беҙ һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, Рәйес Солтановтың хикәйәләренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.
Фәрит Әхмәров.
Рәйес СОЛТАНОВ
«Әйттерәһең инде, кәзәкәйем!»
Ҡорбан салыуҙың тәртибен дә, рәтен дә белә Сәлимйән ағай: һуйыр малың дүрт аяҡлы, айырса тояҡлы, һимеҙ һәм һау булырға тейеш. Уны хужаһы һуймаҫҡа, әрләмәҫкә, атап әйткәндә һүкмәҫкә тейеш. Шулай итеп иркәләп аҫыраны ул ҡорбанлыҡ кәзә тәкәһен! Ә уныһы торған һайын шашты: башы һыйған ерҙән сығып, көндәр буйы урам ҡыҙырҙы, яңы ерегеп килгән алмағасын, ҡарағаттарын кимерҙе, күршеләрҙең баҡсаһына бер нисә тапҡыр инеп утап сыҡты, шунда ла ләм-мим, сөнки ул ҡорбанлыҡ.
Ҡулына сыбыҡ тотоп тәкәһен баҫтырып йөрөгән Сәлимйән ағайға ярҙамға ашыҡтым. Әллә иртәгә Ҡорбан байрамы икәнде белә инде, тәкә ал бирмәй уйнаҡлап тороп ҡаса. Ә хужа ипләп кенә матурлап йомшаҡ ҡына өндәшә, күнәктәге емен һона, тегенеһе әйләнеп та ҡарамай, Ташморон яғына сапты. Тамам асыуланған Сәлимйән ағай ике һүҙҙең береһендә: «Әй, әттәгенәһе, әйттерәһең инде, кәзәкәйем!»—тигән һүҙҙе ҡабатлай. Ахырҙа түҙмәне ағай, үҙе лә һиҙмәҫтән ысҡындырып ебәрҙе. Аҙаҡ үкенгәндәй әйтеп ҡуйҙы: «Әнә, әйттерҙең бит инде, кәзәкәйем!»
Кәзәне тунап бөткәс, Сәлимйән ағай күңелен өйкәгән шиген әйтеп һалды: «Ҡорбанға был тәкә бармай, ҡустым!» һәм ул мөйөштә тыныс ҡына көйшәп ятҡан һарығына үрелде.
«Олатай, һаламың яна»
Атай мәрхүм тәмәке тартманы, күңеле килгәндә анда-бында ғына көйрәтә торғайны. Ошо көйрәтеүе сәбәпсе булғанмы, аръяҡтан арбаға бер йөк һалам тейәп ҡайтып килгәндә, һаламына ут ҡабып яна башлаған. Үҙе ат ҡыуыуын белә. Шәп киткән һайын, ут та, төтөнө лә көсәйә генә. Биръяҡтан ҡарап тороусыларға ҡыҙыҡ тамаша. Ҡаршыһына һыбайлыны саптыралар. Ул барып етеп:
—Олатай, һаламың яна,—тип бер-ике тапҡыр ҡысҡырғас (атайым ҡолаҡҡа ҡатыраҡ була торғайны) артына әйләнеп ҡарай ҙа, көслө ут өйөрмәһен күреп, атын туп-тура Сеүәтә ятыуына бора (атайым дыуамал да кеше ине). Уттан ҡотолоп, ятыуҙан иҫән-һау сыҡҡас, атын шартлата ҡыуып, килгән юлы менән кире елдерә.
Сәғәт ярым ваҡыт үткәндән һуң, ҡапҡа эргәһенә һалам тейәлгән ат килеп туҡтай. Әсәйем атайымды яттан әрләй-әрләй һыуынған самауырын ҡабат шыжлатып, сәй урыны әҙерләй башланы.
«Ҡабығын да ашап ҡуй!»
Беҙҙең халыҡта ашҡа ултырғас та иң тәүҙә балаларға һалып биреү йәки ҡунаҡ килгәнсе балаларҙы туйындырып алыу йолаһы бар. Быға мин Шамил дуҫтың башынан үткәнен ҡыҙыҡ һөйләгәнен ишеткәс, тағы нығыраҡ инандым.
«Эштән асығып ҡайтҡас, өҫтәлгә әҙерләп ултыртылған йомортҡаларға етештем. Өйҙә бәләкәй балаларҙың барлығы бөтөнләй иҫемдән сыҡҡан. Улар, теҙелешеп ултырып, минең ашағанды күҙәтәләр һәм йомортҡа менән бүлешер тип өмөт иткәндәр икән. Ашап туйып урынымдан тороуыма ейәнсәрҙәремдең береһе:
—Ҡартатай, ҡабығын да ашап ҡуй!—тип ысҡындырмаһынмы! Миңә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булып китте....
Дауамын гәзитебеҙҙең 43-сө һанында уҡығыҙ.