Зөлфиәбеҙ хәлде ябай ғына итеп төшөндөрҙө: «Һеҙгә ял итергә ҡулай булыр, иң ҡиммәт номерҙы һайланым. Бында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә. Туҡланыу өсөн борсолорға кәрәкмәй, бүлмәгеҙгә үк килтерерҙәр. Германияла ҡунаҡты өйҙә йоҡлатыу йолаһы юҡ шул. Беҙҙә ҡуна ҡалһағыҙ быны Генрих аңламаҫ, ҡабул итмәҫ».
—Ә ҡоҙа-ҡоҙағый, кейәү ҡайҙа?—тип, аптырап һораным.
—Генрих футболға китте. Бөгөн бундеслигала* хәл иткес осрашыу, уны бер нисек тә ҡалдырырға ярамай. Ә ҡайным менән ҡәйнәм этебеҙ ауырып китте, шуны ветеринарға алып бараһы бар, тип шылтыраттылар, ғәфү үтенделәр.
—Ә-ә-ә, шулайҙыр инде,—тип һуҙҙы Фәниә, күп нәмә аңына барып етмәһә лә.
Йәшерен-батырын түгел, кәйеф китте, күңелемдән: «Ер аяғы ер башынан килгән ҡоҙаларына ҡарағанда эттәре ҡәҙерлерәк икән», тип уйлап ҡуйҙым.
Зөлфиәбеҙ ҙә оҙаҡ тотҡарланманы, кисектергеһеҙ осрашыуға барам, иртәгә сәғәт һигеҙҙә килеп етербеҙ, тип сығып китте. Һағыныуы шул самалыр инде. Йәнә, күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ, тигән мәҡәл дә бар бит әле. Ул да йәшәй-йәшәй бындағы халыҡтың яйына күнеп баралыр.
Аулаҡта ҡалғас, сиратлап ванна бүлмәһендә юл туҙанын сайып алдыҡ. Уңғансы һыйыр телендәй бутерброд менән минералка килтерҙеләр. Үтә лә наҡыҫ тәғәм асығыуҙы баҫаһы урынға оторо ярһытып ҡына ебәрҙе. Киске ашҡа ла шул ҙурлыҡтағы бутерброд менән кефир эләкте. Ҡатыным аппетитым юҡ, тигән булып һыйҙан баш тартты. Һиҙәм минең тамаҡты ҡайғыртыуы. Өйҙән инселәп килтергән өй аҙыҡтарына оронманыҡ. Төшкә тиклем йыйған балын төштән һуң йыпырған һағыҙаҡ ише Европаға килеп үҙ күстәнәсеңде үҙең ашап ултырыу килешмәҫ.
Иртәгеһен иртәнсәк теңкәгә тейә башлаған бутерброд менән һыйланып бөтөп кенә тора инек, ишекте ҡаҡтылар. Сәғәтемә күҙ аттым, бер минут та һуңламанылар. Теүәллектәре оҡшаны шулай ҙа. Зөлфиә ынтылып икәүебеҙҙе бер юлы ҡосағына ҡыҫты. Беҙҙе уйлап төнө буйы йоҡламауын әйтте. «Шул тиклем дә һағынғас, нишләп туп-тура йортоңа апҡайтманың, балам, төн оҙоно һөйләшеп ултырыр инек!» Ишек яғына күҙ аттым. Унда сеп-сей һары, ҡолғалай буйлы тыртыҡ кәүҙә һерәйгәйне. Күҙҙәре суртандыҡылай ташбыҡтар, ҡаштары ла бешкән арыш төҫөндә. «Был, ҡойма яуын йылы буй ебәргән сибек көнбағыш ҡайһы ере менән Фәнилдән артыҡ инде?!» «Генрих…». Ҡыҙыбыҙ немец телендә нимәлер аңлатты ла тегене беҙҙең янға этәреп көсләп тиерлек ҡулдарыбыҙҙы тоташтырҙы. Кейәүҙең йөҙөндә шатлыҡ осҡондарын да, ҡыҙыҡһыныу сатҡыларын да күрмәнем. Ул битараф ҡиәфәттә түргә үтеп ҡәнәфигә һеңде лә ризаһыҙ йәмрәйгән йөҙөндәге ташбыҡ күҙҙәрен секерәйтеп үҙе менән тотоп ингән гәзитте ҡараштырырға кереште. «Кисә яратҡан футбол командаһы еңелде, Генрих шуға бошона»,—тине Зөлфиә. Ҡайғы-хәсрәте ҡаты икән дә баһа был кейәү йоратының!
Ҡоҙа-ҡоҙағыйыбыҙ көтә тигәс, йыйынып, көс етмәҫ күстәнәстәребеҙҙе эләктереп аҫҡы ҡатҡа төштөк. Номерҙың асҡысын администратор иргә тапшырҙыҡ. Кисә килгәс үк шуға иғтибар иткәйнем. Бында барлыҡ хеҙмәтләндереү мәшәҡәттәрен ир-егеттәр башҡара. Администраторҙың яһалма итәғәте, битлек һымаҡ итеп йөҙөнә япҡан һалҡын йылмайыуы оҡшаманы. Бутафор аҙыҡ һымаҡ бит ул яһалмалылыҡ, тышы ялтыраһа ла тәме лә таты ла юҡ.
Граждандар никахының айырылғыһыҙ йолаһылыр инде, кейәү менән ҡыҙыбыҙ үҙ машиналарында айырым-айырым, эйәртенешеп килгәндәр икән. Ҡала ситенә юлландыҡ. Бер ҡатлы, тимер ҡоймаһы асыҡ йәшел төҫкә буялған йорт янына килеп туҡтаныҡ. Овчарка өрөүе ҡаршы алды. Хәрби киноларҙағы концлагерь эттәрен күҙ алдына баҫтырып һипһенеп киттем. Овчарка, ысынлап та, ата бүре дәүмәле ҙур ине. Муйын бауын өҙә яҙып артҡы аяҡтарына баҫҡан. Ҡан һауған күҙҙәре ашарҙай итеп ҡарай. «Ярһып абалауына ҡарағанда был йыртҡыс сырхау эткә шыпа ла оҡшамаған»,—тип уйлап ҡуйҙым. Ихатаға индек. Кирбестән һалынған йорт күркәм һәм ҙур. Ишек алдында күрер күҙгә ят декоратив үҫемлектәр үҫә. Таш һуҡмаҡты ҡайсы менән тигеҙ итеп киҫелгән акациялар ҡайыған. Ихата түрендәге беседканы тотошлайы менән үрмә гөлдәр ҡаплаған. Көнитмештәрендә көндәлек ҡулланған тәртип, ғәҙәттәренә айырылғыһыҙ булып һеңгән таҙалыҡ йәһәтенән беҙгә немецтарҙан күп нәмәгә өйрәнәһе әле. Аяҡ кейемдәребеҙҙе күтәрмәлә ҡалдырып инеп үткелектә* туҡталдыҡ. Өй эсендә шылт иткән тауыш та ишетелмәй, ҡунаҡ ҡаршылауҙың билдәһе хуш еҫ тә танауҙы ҡытыҡламай. Әҙерәк урындарыбыҙҙа тапанғас, кейәү менән ҡыҙ зал яғына үттеләр ҙә һыуға батҡандай юғалдылар. Беҙ хәйерселәр ише төйөнсөктәребеҙҙе күтәреп ишек төбөнә баҫҡанбыҙ. Үҙ урынымды, кимәлемде, бәҫемде белгәнгә, шуны әйтәм, ошоға саҡлы бер тапҡыр ҙа был тиклем дә мыҫҡыллы түбәнселеккә төшөргә тура килмәгәйне. Биниһая ваҡыттан һуң яныбыҙға 60 йәштәрҙе ашатлаған, бирән ҡорһаҡлы ир һәм ҡаҡланған балыҡтай ҡаҡса кәүҙәле һалам сәстәре һибелеп таралған ҡатын сыҡты. Быларҙың йөҙҙәрендә лә ирәбелектең семтеме, хатта остоғо ла юҡ. Һонолған ҡулымды алмаһа ла: «Гутен таг»* тине ир, үркәсле эйәген һелкетеп. Ниһайәт, ҡатыным да хәрәкәткә килде, төйөнсөктәрҙе хужаларҙың алдына теҙҙе: «Күстәнәс»,—тине ул башҡортсалап, аңлайышлы булһын өсөндөр, «күстинсә», тип тә өҫтәне. Ҡоҙа менән ҡоҙағый ҙа кәрәкһеҙ, ерәнес нәмәнән һаҡланырға теләгәндәй, ҡулдарын сатрашлап болғап, алдарына, иҙәнгә ҡуйылған күстәнәстәребеҙҙе аяҡтары менән беҙҙең яҡҡа эттеләр. «О-о-о, данке шон, найн, найн!»* Шулай тинеләр ҙә кире инеп киттеләр. «Әҙәмсә мөнәсәбәт, аш ҡәҙерен белмәгән таҙҙар! Инәңде…», тип әсе һүгендем эстән. Бер аҙҙан яныбыҙға кейәү менән Зөлфиә сыҡты. Ҡулдарына ике кәсә тотоп алғандар. Һыуынып бөткән ҡара кофе икән һыйҙары. Үткән быуаттағы йот йылында ас малай теҙеп һандыраған «үҙе ҡаралай, үҙе ҡоролай, үҙе мәтрүшкә, үҙе көрөшкә» тигән нәмә була инде. Ныҡ асыуым килде әй, көйәләнеүемде белдермәһәм дә сығырымдан-сығып шартлар сиккә еткәнмен. Кәсәне кире тотторҙом: «Рәхмәт ҡыҙым, минең кофе яратмағанды беләһең!» Сарсап киткәйнем, тип ҡатыным кейәүенең ҡулындағына үрелә. Уны ла ҡырт киҫеп туҡтаттым: «Был нимә һыуһынды ҡандырмай, һыуһаһаң—ҡайтҡас самауырҙы йыҡҡансы, эсең йәйелгәнсе сәй һемерерһең!»
Беҙҙе оҙатыусы булманы, бары артыбыҙҙан эттәре генә өрөп ҡалды.
Зөлфиә машинаға сығып ултырғас, ғәйепле төҫтә әйтте:
—Сәғәт туғыҙға эшкә. Бында бер минут та һуңларға ярамай!
—Борсолма, беҙҙе әлегә ҡунаҡханаға ғына апар.
—Һеҙгә төш мәлендә килеп китермен.
—Ваҡытың тығыҙ икән, килмәҫкә лә мөмкин, үҙебеҙсә көңгөр-ҡаңғыр итеп нисек тә көндө үткәрербеҙ әле…
Ҡунаҡхананың һыйы был юлы ярайһы ғына мул: тәрилкәләргә бесәй балаһына һалған миҡдарҙағы бутҡа менән, ике телем ҡара икмәк, йәнә бер йотмалы, ҡоҙалар тәҡдим итеп тә ауыҙ итмәгән һалҡын кофе. «Былай бармай,—тинем ҡатынға,—Ниместәргә тигәнде ҡалдыр ҙа, өй икмәген киҫ, ҡаҙыны ҡырҡ әле, эргәһенә һары майҙы ла өҫтә, юғиһә асығыуҙан аяҡтарҙы һуҙырға мөмкин!»
Төш мәленә ҡайтыр әйберҙәребеҙҙе төйнәп бөткән инек инде. Ҡыҙыбыҙ юлға йыйыныуыбыҙҙы күреп аптырап китте:
—Ҡайҙа ҡабаланаһығыҙ ул, килеүегеҙгә яңы. Берлинды күрһәтербеҙ, Бранденбург ҡапҡаһын…
—Рәхмәт ихласлығыңа, бөгөн үк, хәҙер үк ҡайтабыҙ, Берлинды күргебеҙ килмәй, Бөрйәнде һағындыҡ, Бранденбург ҡапҡаһын теләгәндәр күҙҙәре талғансы ҡараһын, үҙәгебеҙ өҙөлә яҙып ауыл ҡапҡаһын һағындыҡ! Әсәйең ҡулдарының йылыһын ҡушып ҡайның менән ҡәйнәң ҡабул итмәгән ошо күстәнәстәрҙе әҙерләне. Бәлки, улар аша тыуған яҡ йылыһы һеңер үҙеңә… Кинәйәләп әйттем. Ошоға тиклем һиҙгер, зирәк ине ҡыҙыбыҙ, әле лә әйткәндәремде, моғайын да бөтә тәрәнлегендә төшөнгәндер.
Аэропортта Зөлфиәбеҙ бер яҡ ситкәрәк баҫып моңайып ҡарап ҡалды. Уны сит-яттарға ҡалдырып китеүе үтә лә йәл ине. Беҙгә белдермәһә лә, үҙ мөхитендә тәрбиәләнгән бала, моғайын да күңеленә тап килмәгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йәпһеҙ тәртиптәрҙе ҡабул итә алмайҙыр. Хатта ағастың ағасы ят тупраҡҡа тамыр ебәрә алмай ҡороп ҡуя бит ҡайһы саҡ. Айырылышыу мәлендә шуларҙы уйлап йөрәгем һыҡрағайны. Ҡатыным да мин кисергән тойғоно кисерҙе шикелле, күҙҙәре йәшләнде.
Мәскәүгә төн уртаһында килеп төштөк. Иң беренсе тәүлек әйләнәһенә эшләгән кафены табып туйғансы ашаныҡ. Беҙҙәге һыуҙың татын, аҙығыбыҙҙың тәмен, туйымлы бәрәкәтен әле генә яңынан тойғандай булдым. Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, ти бит халыҡ мәҡәле, мин дә сит илгә барып халҡыбыҙҙың күңеле бөйөк һәм саф икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандым. Бар йәһәттән цивилизациялы иҫәпләнгән Европанан артыҡ булмаһаҡ—кәм түгелбеҙ.
Шулай тип тамамланы хикәйәһен Fәйфулла.
Уңғансы Фәниә күпереп бешкән икмәк, ҡаҙы, ҡымыҙ ҡуйылған батмус тотоп килеп сыҡты. Күңелле булып китте, ҡаныбыҙға, булмышыбыҙға һеңгән йомарт ихласлыҡҡа, телеңде йоторлоҡ үҙебеҙҙең милли аҙыҡҡа бер нәмә лә етмәй шул. Етмәй!
Иртәгәһен Fәйфулла менән Фәниә хуш аяғынан һуң, мул күстәнәс төрөп ауылдарының осона ҡәҙәр оҙатырға сыҡтылар, күҙ яҙлыҡҡансы ҡул болғап ҡалдылар.
* Бундеслига—Германиялағы юғары футбол лигаһы.
* Гутен таг—һаулыҡ һорашыу, сәләмләү.
* Данке шон, найн—рәхмәт, кәрәкмәй.