Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
25 Август 2017, 13:53

ҠУНАҠ АШЫ

Башы. Дауамы киләһе һанда.Тупһаһына саң ҡундырмай барып йөрөгән, ҡатышып йә-шәгән Солтановтар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Барҙы ниһәң, ни алып ни биререн белмәй аяғөҫтө баҫып һыйлайҙар улар, Fәйфулла дуҫым да, ҡатыны Фәниә лә бигерәк ихластар, йомарттар, ҡунаҡсыл-дар. Пар килгән ундайҙар хаҡында: «Бер ҡап та бер һап», тиҙәр ғәҙәттә, ә бәғзе береһе «Силәгенә күрә ҡапҡасы» мәҡәлен хәтергә төшөрә. Fәйфулла ауылдарының буш ятҡан көнсығыш өлөшөн иркен итеп кәртәләп алып ҙур йорт күтәреп ебәргәйне, оҫталыҡҡа ҡулы ятып барғас, шуны ике йыл арауығында бөтөрөп тә ҡуйҙы. Әле өйҙәренең дауамына тәсәйҙәй итеп хужалыҡ ҡаралтыларын теҙҙе: аласыҡ, келәт, мунса, мал ҡаршылау өсөн ялан кәртә ҡапҡаһы, урман яғына ҡаратып асылған, шифер менән көпләнгән ҙур һарай. Ары умарта баҙы, ишек алдында төшөр урынына ҡулайлап, ҡыйыҡлап өкәлтәк эшләнгән ҡар баҙы. Картуфлыҡ ҡырында таҡтанан, солоҡҡа оҡшатып түмәрҙән эшләнгән ике тиҫтәгә яҡын умарта күренә. Иртә таңдан бал ҡорттары күңелле геүелдәп бал йыя, йүнсел хужалар дыу килтереп донъя көтә. Эшсән, бөтмөр булғастары бер ҙә генә замана ауырлыҡтарына зарланып күктән төшкәнде көтмәйҙәр. Йән биргәнгә—йүн биргән, тигәндәй тырышҡа яйы табыла.

Башы. Дауамы киләһе һанда.
Тупһаһына саң ҡундырмай барып йөрөгән, ҡатышып йә-шәгән Солтановтар ҡунаҡҡа саҡырҙы. Барҙы ниһәң, ни алып ни биререн белмәй аяғөҫтө баҫып һыйлайҙар улар, Fәйфулла дуҫым да, ҡатыны Фәниә лә бигерәк ихластар, йомарттар, ҡунаҡсыл-дар. Пар килгән ундайҙар хаҡында: «Бер ҡап та бер һап», тиҙәр ғәҙәттә, ә бәғзе береһе «Силәгенә күрә ҡапҡасы» мәҡәлен хәтергә төшөрә. Fәйфулла ауылдарының буш ятҡан көнсығыш өлөшөн иркен итеп кәртәләп алып ҙур йорт күтәреп ебәргәйне, оҫталыҡҡа ҡулы ятып барғас, шуны ике йыл арауығында бөтөрөп тә ҡуйҙы. Әле өйҙәренең дауамына тәсәйҙәй итеп хужалыҡ ҡаралтыларын теҙҙе: аласыҡ, келәт, мунса, мал ҡаршылау өсөн ялан кәртә ҡапҡаһы, урман яғына ҡаратып асылған, шифер менән көпләнгән ҙур һарай. Ары умарта баҙы, ишек алдында төшөр урынына ҡулайлап, ҡыйыҡлап өкәлтәк эшләнгән ҡар баҙы. Картуфлыҡ ҡырында таҡтанан, солоҡҡа оҡшатып түмәрҙән эшләнгән ике тиҫтәгә яҡын умарта күренә. Иртә таңдан бал ҡорттары күңелле геүелдәп бал йыя, йүнсел хужалар дыу килтереп донъя көтә. Эшсән, бөтмөр булғастары бер ҙә генә замана ауырлыҡтарына зарланып күктән төшкәнде көтмәйҙәр. Йән биргәнгә—йүн биргән, тигәндәй тырышҡа яйы табыла.
Был юлы барғаныбыҙҙа ла шулай булды. Солтановтар оло мәжлескә туған-тыумасаһын, яҡындарын, күршеләрен йыйып, ҡунаҡ күрһәтеп ебәрҙеләр. Оҙон бер урам булып һуҙылған ауылдың бер осонан икенсе осона йөрөп һыйландыҡ.
Кис еткәс, сираттағы мәжлестән ҡайтышлай ишек алдындағы баҡса ултырғысына һаҡҡайныҡ, сөкөрҙәшһендәр, тиептер, ҡатындар беҙҙе аулаҡта ҡалдырҙы. Хужа үҙе менән тотоп килгән ҡурайын ойоҫҡотоп уйнап ебәрҙе. Шунан килешле, яғымлы ғына итеп оҙон көй ҙә һуҙҙы. Fүмер буйы аралашып йәшәгәс, Fәйфулланың холоҡ-фиғелен беләм, ул бына ошолайтып йәшәүенең һәр мәленән матурлыҡ эҙләй, шунан ләззәт таба, көс-дәрт ала.
Йыр-моңдан кинәнес алып һүҙҙе һүҙгә ялғап ултыра биргәс, ул башынан үткән бер ғибрәтле хәлде һөйләп ташланы. Fәйфулла артыҡ һүҙсән булмаһа ла телгә бөткән, күргән-кисергәндәрен мауыҡтырғыс итеп еткерә белә.
—Ҡорҙаш, минең ҡыҙҙың Германияға китеп шунда кейәүгә сыҡҡанлығын беләһең. Берҙән-беребеҙ булғас уны һөйөп, иркәләп, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙек. Йәшермәйем, ҡыҙыбыҙ сит тарафҡа юлланып, шундағы институттарҙың береһендә тел буйынса уҡытып, фән кандидаты дәрәжәһенә күтәрелгәс, ҡатын менән бик тә ғорурландыҡ. Күрегеҙ, йәнәһе, төпкөлдән сығып та, Европа кимәлендә бирешмәй эшләп йөрөй, ят телдә һөйләшкән студенттарға һабаҡ бирә! Торараҡ, ҡыҙыбыҙ немец егетенә кейәүгә сығам тигәс, ошоғаса булмышыбыҙҙы ҡымырйытҡан ҡыуанысыбыҙ һүрәнләнде. Һүрәнләнеү генә түгел, икәүләп, бот һоноп ултырып көйәләнә башланыҡ. Күҙ алдына килтер,ейер ризығыңдың яртыһын өҙөп ҡаптырып үҫтергән балаң сит ил егетен яҡын күреп ғаилә ҡорорға йыйынһын әле! Ниндәйҙер күрмәгән-белмәгән нимес өсөн ҡыҙ үҫтермәгәнмен дә. Нимә, беҙҙә дастуйный егеттәр бөткәнме, тип янып киттем башта. Ана, беҙҙән ике өй аша йәшәгән агроном Фәнил кемдән кәм! Алыҫтаныраҡтан һайлайым тиһә, күрше ауылдағы ҡорлаштың нефть институтын бөтөргән улы бар! Оҙаҡ туҙындым шулай, йәшерен-батырын түгел. Инәнән күргән—тун бесә, бөтә бәләнең башында һин генә, тип тел менән Фәниәне туҙҙырып ташланым. Пуштыға елтерәп барып ауылдан халыҡ-ара телеграмма ебәреп булмағанлыҡтан, ҡош телендәй хат яҙып оҙаттым. «Кейәүгә сығыуыңа минән, туйыст, беҙҙән рөхсәт юҡ. Ҡалғанын ҡайтҡас һөйләшербеҙ!» Рәсми ҡырыҫлыҡты белдерергә теләп иң аҙаҡҡа былай тип тә өҫтәнем: «Fәйфулла, Фәниә Солтановтар» үҙемсә план да ҡороп ҡуйҙым: ялға ҡайтып төшһә, яйын табып теге Фәнил менән осраштырып, килештереп, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып бата ла уҡытып ҡуйырбыҙ әле. Шунан һикрәңләр-һикрәңләр ҙә тынысланыр бер килеп. Ҡайҙа ғына барһын, тулаған ат ошоғаса тәртә һындырғаны юҡ әле. Мәктәпте бөтөргәнсе быларҙың яҡын итеп дуҫлашыуҙарын да урыҡ-һурыҡ ишеткәнебеҙ бар ине. Элек оҡшатҡас, моғайын, хәҙер ҙә яҡын күрер, прусты, ситкә киткән дә һыуына төшкән, иҫтән сығарып ебәргән! Уҡытам, тиһә беҙҙә лә юғары уҡыу йорттары етерлек, шуларҙың береһенә урынлашыр, ҡалаға күсһәләр беҙҙең ярҙам менән фатир мәсьәләһен дә хәл итергә мөмкин. Ҡорған пландарым бына ошолайыраҡ ине. Уйымды ҡатынға ла еткерҙем. Шик белдерә был: «Кем етте шуға етәкләтеп оҙатырға ҡыҙыбыҙ бүлтерәк һарыҡ бәрәсе түгел дә, ауылса фекерләп, баһалап еткермәһәк тә ғалимә бит ул. Фәнил тиһәң дә, хәҙерге йәштәр бит үҙҙәренсә, һөймәгәнгә һөйкәлдереп булырмы икән?» «Булыр! Бына хәҙер Фәрит ҡорлашҡа барам да яйын тап килтереп төшөндөрәм» «Йөрөмәйһең, ике аяғыңдың береһен баҫмайһың, белекһеҙ! Баҙары үтмәгән ултыраҡ ҡыҙ түгел Зөлфиәбеҙ!» Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тиҙәрме әле, иртәгеһен Фәрит беҙгә үҙе килеп инмәһенме! Һитәле балдан ҡойолған бал сығарҙым. Зәхмәтле эсемлек ҡеүәтенән теле сиселә төшкән ҡунағым һүҙ араһында, ҡағып-һуғып ҡына үҙенә иш таба алмаған улы хаҡында әйтеп һалды. Беҙҙең ҡыҙ хаҡында ла белеште, йәштәр килешә ҡалһалар ҡоҙа булышып татыу йәшәр инек, тип тә ебәрҙе. Әйтелгәндәр йәнемә майҙай яғылды.
Ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы, ике аҙна үтеүгә яуап телеграммаһы килеп төштө. «Генрих менән граждан никахындабыҙ. Ҡунаҡҡа килегеҙ». Бына һиңә, мә, аңламаҫһың хәҙерге йәштәрҙе! Йә кейәүгә сығам, тип башты ҡатыралар. Рөхсәт итмәйем, тиһәң һылтауын табалар. «Граждан никахы ғәҙәти өйләнеүҙән ҡайһы яғы менән айырыла?»,—тип һораным бисәнән. «Йәштәрҙең үҙ-ара бер ниндәй бурыстары ла булмай. Ҡыҙыҡһыныуҙары, мауығыуҙары, ынтылыштары тап килмәүе асыҡланһа, икеһе ике яҡҡа китә лә бара.«Бына килде бит көнитмеш! Бата уҡытһаң, һин ҡорған ғаиләң өсөн Алла ҡашында яуаплыһың. Был яңыса өйләнеү сараһы бер ниндәй әхлаҡ ҡалыптарына, тәртип сиктәренә һыймаған еңел-елпе бер нимә икән, ҡороғор. Шулай үҙ алдыбыҙға янып-бөтөрөндөк тә, ни хәл итәһең, башты ташҡа бәреп булмай, күндек. Аҙна-ун көндән Зөлфиә ҡабатлап телеграмма һуҡты: «Көтәбеҙ. Килегеҙ.» Ҡатындың күҙ-ҡарашы барам, тип янһа ла, яйымды яйлап өйрәнгән бит инде ул. ¤нһөҙ тиҫкәреләнеүемде самалап ауыҙ асып һүҙ өндәшмәне. Тағы ла бер нисә көн үтеүгә йәнә саҡырыу килеп төштө. Ниһайәт, Фәниәнең сабырлығы һынды шикелле, шырпылай тоҡанып китеп мине әрләп ташланы: «Был тиклем дә һере, таш бәғерле булырһың икән, әйтәгүр! Баланың һағынып үҙәге өҙөләлер. Юғиһә, ҡат-ҡат хәбәр ебәрәме тағы? Теләмәһәң, ҡал әйҙә, үҙем барам. Алыҫ ер булһа ла бер нисек табырмын әле!» Утты ут менән һүндермәйҙәр, шуға өндәшмәй ҡалып, алыҫ ҡитғаға юлланырға риза икәнлегемде һиҙҙерҙем.
Ҡунаҡҡа күрше ауылға бармайбыҙ бит, әкренләп йыйына башланыҡ. Район үҙәгендәге эске эштәр бүлегенә ҡайта-ҡайта мөрәжәғәт итеп сит ил паспортын юлланыҡ. Медицина тикшереүе үттек. Бараһы еребеҙгә рәсми рөхсәт алыуға ла апаруҡ ваҡыт китте. Ҡатындың хәстәре башҡа, уның бар белгәне алып бараһы күстәнәстәрҙе хәстәрләү. Күрмәгән-белмәгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙың алдында мах бирге килмәй. Әҙәм күрке—сепрәк бит, шартына тап килтерергә тырышып, өҫ-башты ҡараныҡ. Миңә яңы фасонда тегелгән затлы пинжәк, Фәниәгә ҡыҫҡа итәкле күлдәк, осло тағалы туфлиҙар, капрон колготкиҙар һатып алдыҡ. Ҡатыным ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып сәсен бөҙрәләп-ҡабартып лак менән ҡатырҙы. Ҡарауһыҙ ҡаштарын йолҡоп тигеҙләне. Ҡултыҡ аҫтарына, ҡолаҡ һырттарына хушбуй ышҡып, ирендәренә асыҡ ҡыҙыл помада тигеҙеп, бит-йөҙөнә кершән яҡты. Һиңә әйтәйем, хәләл бисәм күҙ менән ҡаш араһында ун-ун биш йәшкә йәшәрҙе лә китте бит! Ҡәләмдәй нескә итеп йолҡолған ҡаштары аҫтынан ҡараған күҙҙәре лә һоро түгел, сер бөрккән йәшкелт икән дә баһа! Биҙәнеү-яһаныу бына нисек үҙгәртә ҡатын-ҡыҙҙы, һөйкөмлө, ылыҡтырғыс итә. Бал ҡортоноң да күҙҙең яуын алған хуш еҫле сәскәгә йәбешеп ятыуы бер ҙә юҡҡа түгел бит. Мин дә Фәниәмдең тирәһендә уралғылайым. Яңылыш ҡына әле май бөрөп өлгөрмәгән һырттарына, тығыҙ янбаштарына ҡағылып алған булам. Йә шаяртҡанға һалышып, нескәлеген юғалтмаған билдән ҡармайым.
Юлға сыҡтыҡ, Өфөнән Мәскәүгә остоҡ, шунан Домодедово аэропортынан Берлинға. Германияның баш ҡалаһына юлға сыҡҡанға өсөнсө көн тигәндә, төш-тән һуң барып еттек. Самолетҡа трап биргәстәре ҡаршы алыусылар алдында ыҫпай күренергә теләп башымда ялпашҡан фетр эшләпәмде төҙәтә биреп кейҙем. Нисәнсе көн инде муйынымды быуып ыҙалатҡан галстугымды төҙәттем. Түбәнгә төштөк. Аэропорт пассажирҙары өсөн тәғәйенләнгән, ян-тирәһе асыҡ автобусҡа ултырып, аэропорттың иркен залына килдек. Беҙҙе әллә ҡайҙан күреп ҡалған ҡыҙыбыҙ йүгереп килеп муйыныбыҙға һырылды. Танымаҫлыҡ кимәлдә матур, күркәм, шул уҡ ваҡытта беҙҙәгеләргә оҡшатмай ыҫпай кейенгән. Саҡ таныныҡ, бындағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан һис айырырмын тимә. Илай-көлә күрештек, һаулыҡ һораштыҡ. Ҡыҙымдың яңғыҙ булыуы аптырауға ла, ҡурҡыуға ла һалды. Нисек инде, әллә теге нимес кейәү ҡыуып та сығарғанмы быны? Булмаҫ, тимә, көнбайыш зимагурына ышаныс бармы! Минең уйымды күҙҙәремдән уҡыған Зөлфиәм тынысландыра һалды: «Бөтәһе лә һәйбәт, атай!»
Һәйбәт булғас һәйбәттер инде, сығып ҡиммәтле иномаркаға ултырҙыҡ. Зөлфиә машинаны оҫта йөрөтә, урамдарҙы үтеп тыҡрыҡтарға боролғанда ла һыуҙа йөҙгән балыҡтай иркен ҡылана. Ҡаланы биш бармағылай яҡшы беләлер. Ул эргәһендәге миңә һирпелде: «Үҙемдең шәхси машинам, атай. Бында машина байлыҡҡа иҫәпләнмәй, бары уңайлы хәрәкәтләнеү сараһы ғына.Ә беҙ өйләнешкәндә ҡара төтөн борхотҡан, туҙыуы еткән «кәзә» матайым ғына бар ине, шуны ла ҡәҙерле мөлкәткә хисаплай инек.
Мине иң беренсе әйләнә-тирәләге бөхтәлек хайран итте, саң-туҙан, ҡый-һай ҡунған ерҙе күрмәҫһең. Урамдар, юл ҡырҙары аллы-гөллө сәскәгә күмелгән. Үрмә гөлдәр хатта бағаналарҙы уратып юғарыға үрелгәндәр. Бөтә урында ла күҙҙе сағылдырған йәшеллек. Ожмахҡа барып юлыҡтыҡ, валлаһи, фани донъяла сәскә атҡан ожмахҡа! Юл ыңғайы туҡтап Зөлфиә беҙҙе супермаркетҡа алып инде, әсәһенә шәшке тун, ҡиммәтле итектәр, миңә костюм-салбар, туфлиҙар бүләк итте. Кәшелүгендәген көндә йөрөткән аҡсалай күреп еңел генә иҫәпләште. Үәт, йәшәй бит бындағы халыҡ! Беҙҙәге шәшке түгел, мутон тунды алыр өсөн генә лә билеңде етенән быуып ике-өс йыл бил бөгөргә тура килер ине әле. Тик бер нимә баштан уҡ күңелемә ятманы: бындағы кешеләрҙең ташҡа әүерелгән туң йөҙҙәре. Улар бер ниндәй хис тә, тойғо ла белдермәйҙәр, сағылдырмайҙар. Әйтерһең аҡ мәрмәр таштан юнылғандар. Шаулашмайҙар ҙа, ҡысҡырышмайҙар ҙа, тере мәйеттәй, ҡабаланмай ғына ҡымғырлайҙар. Сит илдә кейгән кейемгә артыҡлап иғтибар итеп бармайҙар икән. Күптәренең өҫтөндә футболка, төҫө уңған джинсы салбар, аяҡтарында кроссовкалар. Беҙ генә ситтән ҡарағанда ҡаҙ көтөүенә яңылыш килеп ингән аҡҡоштар һымаҡбыҙ. Шуғалырмы һиҙҙермәҫкә тырышып ятһырап һирпелеп алалар. Ә ҡыҙыбыҙ әсәһенә, миңә яратып ҡарап мауығып, саф башҡортсалап хәбәр һөйләй, көлөп ебәрә. Бала саҡтағы асыҡ-ярыҡлығы, алсаҡлығы ҡалмаған, тимәк.
Тәҙрә аша Берлинды күҙәтәм. Боронғо менән хәҙерге һыйышып йәшәгән мөһабәт ҡала. Быяланан хасил замана йортона, бер нисә быуат элек төҙөлгән хараба һыйынып ҡалҡҡан. Иҫкене берәү ҙә дөйөм камиллыҡты боҙа тип һүтеп ырғытмаған. Боронғоноң хәҙерге менән берләшеүе ҡай-һылыр кимәлдә ниндәйҙер бөтөнлөк, тамамланғанлыҡ хасил итә. Семәрләп, дәү хәрефтәр менән яҙылған атамаһы әллә ҡайҙан йәлеп итеп саҡырған отель янында туҡталдыҡ. Беҙҙең бараһы ер, моғайын да ошо тирәләлер, тип уйлап ҡуйҙым. Яңылышҡанмын икән, ҡыҙыбыҙ беҙҙе шунда индереп алдан хәстәрләгән номерға урынлаштырҙы. Аңшайып, юғалып ҡалып асҡан ауыҙыбыҙҙы йома алмай торабыҙ.