Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
23 Июнь 2017, 12:38

Һыбайлы. Дауамы

Әсир ҡатып тик торҙо. Офицер артында теҙелеп торған һалдаттарына баш ҡағыуы булды, бахырҙы күҙ асып-йомғансы мылтыҡ төйҙәһе менән һуғып йығып, тапап-иҙеп тә ташланылар. Унан, икенсе ишаранан, алып сығып та аттылар.—Алға!—аранан икенсе берәү һайланды.Ҡобараһы осҡан шундай уҡ йәш һалдат, ҡалтыранған бармағын төркөм буйлап йөрөттө. Арала «Һатлыҡйән», «Эт» тип теш араһынан ҡыҫып сығарылған шыбырлауҙар ҙа үҙҙәренән алыҫ китә алманы. Күрһәткәндәрҙе шулай уҡ алып китә торҙолар. Тик атманылар, ҡайҙалыр икенсе урынға күсерҙеләр булһа кәрәк.Был эштәр тамамланғас, ҡалғандарҙы шул килеш ҡалдырып, һарайға тағы ла йоҙаҡ һалып ҡуйҙылар. Йәндәре алҡымдарына тығылған тотҡондар ней ултырыша, ней телгә килә алмай әле арыуыҡ урындарында тапанды.

Әсир ҡатып тик торҙо. Офицер артында теҙелеп торған һалдаттарына баш ҡағыуы булды, бахырҙы күҙ асып-йомғансы мылтыҡ төйҙәһе менән һуғып йығып, тапап-иҙеп тә ташланылар. Унан, икенсе ишаранан, алып сығып та аттылар.
—Алға!—аранан икенсе берәү һайланды.
Ҡобараһы осҡан шундай уҡ йәш һалдат, ҡалтыранған бармағын төркөм буйлап йөрөттө. Арала «Һатлыҡйән», «Эт» тип теш араһынан ҡыҫып сығарылған шыбырлауҙар ҙа үҙҙәренән алыҫ китә алманы. Күрһәткәндәрҙе шулай уҡ алып китә торҙолар. Тик атманылар, ҡайҙалыр икенсе урынға күсерҙеләр булһа кәрәк.
Был эштәр тамамланғас, ҡалғандарҙы шул килеш ҡалдырып, һарайға тағы ла йоҙаҡ һалып ҡуйҙылар. Йәндәре алҡымдарына тығылған тотҡондар ней ултырыша, ней телгә килә алмай әле арыуыҡ урындарында тапанды.
* * *
—Сығарып ҡына атһындар ине! Атһындар ине тиҙерәк!—Сәйфулла йоҙороҡлап ергә һуҡты.
Биктимер өндәшмәй, ул бик ҡаты уйға байтҡан.
—Мәсхәрәнең аръяғы бит был! Хәҙер инһәләр алҡымдарына йәбешәйек—атһындар!
—Туҡтале... Улай ярһымай тор. Атырға өлгөрөрҙәр.
—Былайтып ултырғансы...
—Сеү! Артыҡ йәнең бармы?
Килешкәндән түгел, дуҫының олораҡ булғанына хөрмәт йөҙөнән шыма егет. Был көн шулай үтә.
Икенсе көн тағы кисәгесә теҙеп ҡуялар. Тағы һорау алыуҙар, туҡмауҙар башлана. Хәҙер инде һәр кемдән белгәндәй мәғлүмәттәрҙе һөйләүҙе талап итәләр. Тәүге һалдат тағы ла сығарып атылғас, башҡаларҙың шаҡтай теле сиселә. Әммә ябай һалдаттар артыҡ әллә нимә белмәй. Улар үҙҙәре бойороҡ үтәй торған ғыналар. Быны, әлбиттә, фашистҡа ла мәғлүм. Тик уларға мәғлүмәт мөһим түгел, ә тотҡондарҙы һындырыу, рухһыҙландырыу тан-һыҡ.
Биктимер менән Сәйфулла арттараҡ тора инеләр, уйламаҫтан офицер бармағы менән дуҫына күрһәтте:
—Сыҡ!
Сәйфулланың йөрәге өҙөлөп төштө. Ҡуша ла ынтылғайны, Биктимер уны тер-һәге менән төртөп китте—тик тор.
Офицер ҡулындағы таяғы менән Биктимерҙең эйәген күтәрә төштө:
—Һөйлә!
—Көнбайыш фронттан киләсәк яңы көс көтөлә ине...
—Тағы?
—Уларҙа «Катюша»лар барлығы билдәле ине.
Офицерҙың ҡаштары өҫкә һикерҙе:
—О-о! Яҡшы-яҡшы. Ниһайәт, бер файҙалы хәбәр. Дауам ит.
Сәйфулла үҙ ҡолаҡтарына ышанманы. Был әйтелгәндәр дөрөҫмө-түгелдерме, әммә уның дуҫы дошманға хеҙмәттәшлек итеп, ихлас ҡарап, баш һелкеп тороп һөйләй ине.
—Был хаҡта һалдаттар белмәй, әммә мин штабта мейес сығарҙым һәм командирҙарҙың һөйләшкәнен ишетеп йөрөнөм.
Ары түҙеме етмәне Сәйфулланың. Тоҡомондағы ҡыҙыу ҡанлылыҡ үҙенекен итте. Алдындағыларҙы этә-төртә алға ташланды ла, килеп етеп киҙәнеп тороп һалды ла ебәрҙе тегегә. Биктимер сайҡалып китте, әммә ҡоламаны.
—Инәңде...!—Сәйфулла уға турайып баҫырға ла бирмәй, икенсе яҡтан килтереп ултыртты.
—Әх, һин шулаймы әле! Үлгең килһә үҙең үл!—танауынан ҡан борлаған Биктимер ҙә айбарланып килеп йәбеште хәҙер. Был икәү башҡортсалап һүгенешеп, һорау алыусыларҙы ла, ҡарап тороусы әсирҙәр-ҙе лә албырғатып, тас-тос һуғышты ла китте. Башта йоҙроҡлап өлөш ултыртышһалар, тора-бара сат йәбешеп көрмәкләшеп, унан ҡолап, быуышып-тибешеп яман өҙөштөләр. Күҙҙәрен селт-селт йомғолап, хәлдең айышына төшөнә алмай торған офицерҙы, ахырҙа, был күренеш ялҡытты. Эйәген ҡағыуы булды, һалдаттар ике яҡтан килеп был икәүҙе саҡҡа айырып һөйрәтеп алып китте.
Бөгөнгө кәмит ошоноң менән тамамланды булһа кәрәк, берәр телем икмәк менән һыу таратылғас, ҡапҡалар яңынан бикләнгәйне лә, эстәгеләр тынысланманы.
—Һин—нимес кәнтәйе! Һатлыҡйән бул-ғанһың икән!—Сәйфулла бер аҙ ятып хәл йыйғас киренән ҡалҡына.
—Атаңдың аңра ишәге! Мин һине лә ҡотҡармаҡсымын!
—Инәңдең шуныһынамы миңә ҡотҡарыуың?! Быуам мин һине хәҙер! Ошонда күмеп китәм!—тағы килеп йәбешә был. Тағы китә һуғыш.
—Инәңде....!
—Бүре тартҡыр! Затыңды шулайтым!!
Башҡа тотҡондар шаҡарып айырып ала. Икеһен ике яҡҡа ҡайырып һалалар. Тик оҙаҡҡа түгел быныһы ла. Саҡ ҡына ҡулдарын бушатҡан Сәйфулла тағы тороп ынтыла:
—Һатлыҡйән! Тоҡомоң ҡырылғыр, һатлыҡйән!
Оло ғына бер хохол йәш егетте түңкәрә һуғып ебәрә:
—Һинең арҡала беҙҙе атасаҡтар хәҙер, башһыҙ басурман!
Түңкәрелгән еренән кире ҡалҡына был:
—Атһындар! Атылыуҙан ҡурҡып ятаһығыҙмы?! Һатлыҡйәндәр!
Биктимер тороп уның ауыҙын томаламаҡсы:
—Әпсәңде....! Шым, алйот! Шым!
—Өйрәтмә мине, һатлыҡйән!
Хәҙер инде был икәүҙең алышына ҡыҫылмаҫ булалар. Ике әсир һаман үҙ телдәрендә һөрәнләшеп, хәлдәре бөткәнсе айҡаша ла, бер-береһен ысҡындырмай тын алып алғас, тағы дөмбәҫләшә, хәл ала ла, тағы... тағы...
Ахырҙа ҡапҡаны кире асалар. Ингән офицер быларҙың ер иҙәндә бер-береһенең боғаҙынан ысҡына алмай ятҡанына ҡарай биреп торғас, Сәйфулланы алып сығырға ҡуша. Егетте һөйрәтеп алып китәләр. Белгән генә доғаларын ҡабаланып эсенән уҡый был. Атырҙарына инана бит инде. Әммә йәшәй торған ғүмер булғас, маңлайына шулай яҙылғас, даһырлатып алып барып икенсе аҙбарға ташлап, ябып сығып китәләр. Бында теге көн айырып алынған офицерҙар икән. Әҙәм ҡарағыһыҙ хәлгә еткереп туҡмалған, язаланған командирҙарҙы күргәс, үҙ ҡайғыһы артҡа күсте Сәйфулланың. Ул ғазраил менән айҡашып ятҡандарға ярҙамға ташлана.
* * *
Бынан ары фрицтарға уйын булып алды хәҙер Сәйфулла менән Биктимерҙең дошманлығы. Ҡыҙыҡ күргән һайын сығарҙы ла һуғыштырҙылар, сығарҙы ла һуғыштырҙылар. Биктимер кеүек яҡшыраҡ мәғлүмәт биреүселәрҙе айырым тотҡандарын, ашат-ҡандарын белгән Сәйфулланы һөсләү ҙә кәрәкмәй ине. Әле лә яҡташы өҫтөндәге немец гимнастеркаһы уға үгеҙгә ҡыҙыл сепрәкәтәй булды:
—Нимес күлдәген кейеп алдыңмы?! Эт! Сала-ам!!
Һалдаттар уларҙы уратып түңәрәк яһай. Дәртләндерәләр, һыҙғыралар, сәпәкәй итәләр. Ә уртала ике башҡорт ҡанға туҙыша...
Ниндәйҙер ваҡытта һалдаттар ҡапыл шыма, турайып ҡатып ҡала. Яндарына унтер-офицер килеп торған икән. Ул көрмәкләшеүселәрҙе күҙәтә биргәс, үҙенә күләгә шикелле эйәреп йөрөгән теге офицерҙан һорай:
—Был ниндәй гладиаторҙар?
—Хәрби тотҡондар, унтер офицер әфәнде.
—Еврейҙар?
—Юҡ, унтер офицер әфәнде, азиаттар, буғай.
Унтер офицер аһылдап төшкән Сәйфуллаға яҡыныраҡ килә, йөҙөнә төбәлеп ҡарай:
—Ҡайҙан?
Сәйфулла секерәйеп өндәшмәй. Хужаһына нисек ярарға белмәгән офицер тотҡондоң сикәһенә сабып ебәрә. Егет йөҙөн бороп тешен ҡыҫа ла тора бирә. Унтер икенсеһенә борола:
—Ҡайҙан?
—Уралдан, унтер офицер,—Биктимер йәһәт яуаплай һала.
—Урал?..—унтер офицер уларға алмаш-тилмәш ҡарап ала,—милләтегеҙ кем?
—Башҡорт, унтер офицер.
Киң яурынлы ҡара һылыу хәрби ышанмаған шикелле һаман икеһен дә ҡараштары менән һөҙә биреп тора ла, ҡапыл боролоп китеп үк бара. Һуғыш әтәстәрен дә айыралар.
Төн йөҙөндә Сәйфулланы тибеп уяталар ҙа, автомат көбәге аҫтында ҡайҙалыр атлаталар. Көн дә зарығып үлем көткән егет, ниндәйҙер кимәлдә хатта ҡыуана ла. Бына ул был кәмһенеүҙән ҡотола, ниһайәт, азат була.
Тик ҡырға түгел, ә өйҙәр яғына әйҙәйҙәр. Бына, ишек артынан ишек асып инә торғас, шаҡтай яҡты, йыһазлы бүлмәгә килеп инәләр. Тәҙрәгә ҡарап арты менән баҫып торған кеше, башын ғына бороп, оҙата килеүсегә сығырға ҡуша. Тегеһе бойороҡто йәһәт үтәй. Аҙыраҡ торғас был да әйләнә. Ә-ә, теге унтер икән...
Ул бүлмәнең бер осонан ишек төбөндәге Сәйфуллаға текәлеп тора бирә, унан ҡабаланмай ғына атлап янына килә, әйләнеп сыға, тағы алдына тора.
—Тимәк... Уралдан?..—Үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ ҡылана,—Башҡорт, тиһең инде...
Сәйфулла иһә ҡаш аҫтынан уҫал ҡарап тороуын белә.
Унтер офицер кинәт көтөлмәгән һорау бирә:
—Русса аңлайһыңмы?
«Эйе» тигәнде аңлатып баш ҡаға егет.
—Ултыр,—фриц урталағы өҫтәл артынан бер ултырғысты тартып сығара ла, ҡаршылағына үҙе терәлә. Унан һаман һерә-йеп торғанға ишаралап ултырғысҡа күрһәтә. Ултыра тотҡон.
—Тартаһыңмы?—хужа сигара һауытын аса.
Яуап—баш сайҡау.
—Эсәһеңме?—быныһын ул ҡыҙыҡ өсөн генә һорай, ахыры.
Тағы баш сайҡау.
—Һин мине яҡшы төшөнәһең, шулай бит?—русса акценты шаҡтай булһа ла, дөрөҫ һөйләшә ине фриц. Сәйфулла тағы баш ҡаҡты. Инде был фашистан нимә көтөргә, тип уйлап та өлгөрмәне, ҡаршыһындағы уны бөтөнләй шаңҡытҡан хәбәр һалды:
—Мин дә башҡорт. Ышанаһыңмы?
Егеттең күҙ ҡараштарындағы албыр-ғауҙы аңғарҙы унтер, көлөмһөрәне хатта:
—Ышанмайһыңмы?
—Юҡ.
—Ниңә?
—Башҡорттар һатлыҡйән булмай.
Унтер офицер уға бик етди ҡараны. Күҙҙәрендә күрә алмау ҙа, нәфрәт тә юҡ ине уның, бары уйсанлыҡ һәм... ниндәй-ҙер һағышмы...
—Ә мин һатлыҡйән түгел. Мин үҙ илемдең һалдаты ғына.
Артабан ниместең һөйләгәндәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне Сәйфулла.
—Минең атайым империалистик һуғыш ваҡытында Германияла әсирҙә ҡалған һалдат ине. Маргус тинеләр уны. Эсмәне, тартманы, сиркәүгә йөрөмәне. Уның үҙ дине булды. Бала саҡта ул миңә Моратулла, ә ҡустыма Аллағол тип өндәште. Документта мин—Марат, ҡустым Альберт инек.
Атайым ярайһы ғына ҡаты ҡуллы, бик ҡыйыу, хатта дыуамал холоҡло ине. Йомоҡ, баҫалҡы кеүек тә, әммә зитына тейгәндәргә аяуһыҙ булды. Тик ул оҙаҡ йәшәмәне, мин үҫмерлек ҡорона инеп барғанда ауырып үлеп китте. Хәрбиҙәр мәктәбендә уҡый инем, ятҡас саҡыртып алды һәм түбәндәгеләрҙе әйтте. Улым, мин ауырыуҙан түгел, ә һағыштан үләм, тине. Тыуған илем—Урал, үҙем—башҡорт. Мин шул ерҙәрҙә ат ялына йәбешеп йөрөп үҫкәнмен. Ата-бабаларым да, уларҙың ата-бабалары ла шулай иткән. Нисә йылдар бер үк төштө күрәм: тауҙар артынан һыҙылып таң ата... ҡояш нурҙары шул тауҙар аҫтынан ғына башланған далаға төшә... ат тояҡтары тауышы ишетелә... улар көсәйгәндән-көсәйә бара... һәм һыбайлы күренә... менгеһе шундай кирелеп, айбарланып саба... ҡараһам—ул һыбайлы мин! Шундай осонам, ҡанатланам, ярһыйым! Шул ваҡыт йөрәгемдең сығып килгәндәй булып дөпөлдәүенә уянып китәм дә... һыбайлы юҡ... Ышанаһыңмы—юҡ! Һағышыма түҙмәй һығылып илайым...
Дауамы киләһе һанда.