Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
21 Ноябрь 2016, 18:59

Ҡот ҡой әле, әсәй...

Таныш булығыҙ: Гөлиә Азаматова-Мөкминева. Ул сығышы менән Ейәнсура районы Әбүләис ауылынан. Әлеге көндә Коми республикаһының Усинск ҡалаһында йәшәй.

Һөнәре буйынса — бухгалтер. Кейәүҙә, ире менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, ейәнсәре бар. Гөлиә ханым бәләкәйҙән шиғриәткә, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫкән. Бөгөн беҙ һеҙгә уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Татыйым ғүмер тәмен

Ашҡынабыҙ, ашығабыҙ,
Ниҙер етмәй беҙгә һаман.
Fүмер ахырҙары килһә,
Ике метр ер тамам.
Һалып булмаҫ ул соҡорға,
Алтынды ла, көмөштө.
Риза булып ҡабул итәм,
Хоҙай биргән өлөштө.
Ҡара диңгеҙҙәргә барып,
Ҡолас йәйеп йөҙмәнем.
Пәйғәмбәр тыуған иленән,
Әфлисундар өҙмәнем.
Әммә булған өлөшөмдө,
Алыштырмам йыһазға.
Бала саҡтан мәхрүм итмәй,
Хоҙайым һөйөү-наҙға.
Туғандарым ҡурсаланы,
Ел-ямғыр тигеҙмәне.
Йә бәхет, йә алтын-көмөш,
Үлсәй яҙмыш бизмәне.
Ашҡынһам да ашыҡмайым,
Татыйым ғүмер тәмен.
Яңы аңлар йәшкә еттем,
Яҡты донъяның йәмен.


* * *

Салбарын да кейҙек ирҙәрҙең,
Тартып алдыҡ тимер аттарын.
Оҙаҡ көттөрмәне яуабы ла,
Түләтәләр хәҙер хаҡтарын.
Ҡыҙҙар кеүек тиҙ үк ҡылтаялар,
Һүҙ күтәрә алмай үсегеп.
Ҡапҡа төптәрендә төндәр буйы,
Көтөп йөрөмәйҙәр күшегеп.
Гөлләмәләр күптән онотолдо,
Ялҡын өҫтәр өсөн йөрәккә.
Йылы һүҙҙәре лә йылына бер,
Тыуған көнгә генә, бүләккә.
Сисегеҙсе, ҡыҙҙар, салбарҙарын,
Ҡайтарығыҙ тимер аттарын.
Беҙ үҙебеҙ төшөргәнбеҙҙер ул,
Баһаларын аҫыл заттарҙың.


* * *

Ҡот ҡой әле, әсәй, ҡурғаш бирәм,
Күңелемә ҡайтһын тыныслыҡ.
Өшкөр әле мине бисмиллалап,
Дәртем ҡайтһын, ҡайтһын тырышлыҡ.
Толҡа тапмай киттем һуңғы ваҡыт,
Ашым аш та, эшем эш түгел.
Тертләп торам әҙ-мәҙ тауышҡа ла,
Тыныслана алмай һис күңел.
Ҡот ҡой әле , сибәр булмаһам да,
Күҙ һеңгәндер әле моғайын.
Иҫләйһеңме, мин бәләкәй саҡта,
Үҙең шулай әйтә торғайның.
Нисәнсегә инде әсәйемдең,
Бисмиллаһы миңә килеште.
Аштың тәме, өйҙөң йәме ҡайтты,
Йырлап эшләйем мин һәр эште.
Рәхмәт, әсәй, әсәкәйем минең,
Доғаларың тағы килеште.

Көт мине, әсәй...

Һеҙ нисектер дуҫтар, ә мин үҙем,
Ҡойоп яуған ямғыр яратам.
Иҫкә төшә һаман бала сағым,
Лысмаҡай һыу булып өйгә ҡайтһам.
Шифа сәйен әсәй һәләт кенә,
Теҙеп ҡуйыр ине өҫтәлгә.
Мәтрүшкәһен, йүкә сәскәһен дә,
Ул онотмай ине өҫтәргә.
Ҡайнатмаһын, балын һалыр ине,
Һалҡын алмаһын тип тәнемә.
Ниндәй генә ризыҡ ашаманым,
Етмәй әсәй сәйе тәменә.
Бөгөн тағы ҡойоп ямғыр яуҙы,
Өҫтәлемә теҙҙем мин дә сәй.
Мәтрүшкә лә һалдым, балым да бар,
Тик янымда ғына юҡһың, әсәй.
Эй, һағындым һине, әсәкәйем,
Ғәфү итсе, һаман юлым төшмәй.
Алла бирһә, шифа үләнеңдән,
Түңкәрербеҙ бер самауыр сәй.
Көт һин мине, берүк көт, әсәй...

Туҡтай күрмә!

Эй, ғүмерем, туҡтай күрмә берүк,
Һис кенә лә йәшәп туйманым.
Тәмеңде лә яңы ғына белдем,
Тулыһынса әле тойманым.
Әкренерәк зинһар, ҡыуалама,
Айҙарыңды еккән ат итеп.
Ай артынан йылғыр йылым үтә,
Fүмеркәйем йомғаҡтарын һүтеп.
Баҡыйлыҡтан ҡалыр юлдар эҙләп,
Үткәрмәҫмен ғүм(е)рем заяға.
Күкрәк киреп бер йырлайһы ине,
Күтәрелеп бейек ҡаяға.
Туҡтай күрмә берүк ғүмеркәйем,
Өҙә күрмә тартып йомғағым.
Төйнәй-төйнәй килдем ошоғаса,
Әммә һис тә йәшәп туйманым.
Был донъяла эшем бик күп әле,
Тиҙ арала түгел бөтөрҙәй.
Ирешмәнем әле маҡсатыма,
Нөктә түгел, ҡуйҙым өтөрҙәр.
«Тегендә» лә, бәлки, кәрәкмендер,
Кәрәк булһам әле, көтөрҙәр...

Ҡыҙғанмағыҙ

Ҡыҙғанмағыҙ әле ирегеҙҙе,
Ундай байлыҡ үҙемдә лә бар
Кешенеке миңә кәрәк түгел,
Ят йәренә минең күңел тар.
Көлөп һөйләһәм дә хәбәремде,
Йөрәк түрҙәремдә ҙур йоҙаҡ.
Үпкәләнем бөгөн көнсөлкәйгә
Былай ҙа бит түҙҙем мин оҙаҡ.
Нахаҡ һүҙҙәр менән, төртмә телдәр,
Телмәгеҙсе минең бәғерҙе.
Сирек быуат бергә йәрем менән,
Ебәрмәгеҙ минең ҡәҙерҙе.
Кеше йәре миңә кәрәк түгел,
Ҡыҙғанмағыҙ әле ирҙәрҙе.
Рәнйетмәгеҙ әсәйҙәрҙе!
Әсәйҙәрҙе берүк, рәнйетмәгеҙ,
Ҡаты һүҙҙәр менән ҡағылып.
Fәйебегеҙ булһа ғәфү һорар,
Меңәрләгән һүҙҙәр табылыр.
Әсәй күңелдәре гәлсәр һауыт,
Йөҙәр ярсыҡтарға ярылыр.
Таш яуһа ла әгәр һинең өҫкә,
Йомшаҡ юрған булып ябылыр.
Балам, тиеп йоҡоларға тала,
Таңдар ата бала һүҙенән.
Аҡтыҡ ризығын да һиңә бирә
Әсә, йолҡоп алып үҙенән.
Рәнйетмәгеҙ берүк әсәйҙәрҙе,
Улар барҙа беҙ мәңгелек бала.
Кисерә ул әсәй, тик һуңлама,


Үкенестәр ғүмерлеккә ҡала...

Читайте нас: