Ләйсән кейәүгә сығам, ти. Егетте бушҡа эйәртеп алып ҡайтмаған бит инде, шулай тип әйтере билдәле ине. Былай уныһы арыу ғына күренә, төҫө барҙан төңөлмә, тиҙәрме әле. Ҡыҙҙарҙы барам тигәндә биреп ҡалыу хәйерле лә ул. Тик...
-Нимә тик? – туҡтамай хәбәр һалған Зөлхизәне ҡәйнәһе бүлдерҙе.
-Ауырлымы әллә?
-Юҡ та. Бер айҙан никах уҡытабыҙ ҙа, тағы бер айҙан туй үткәрәбеҙ, тиҙәр. Ваҡыт бар әҙерләнергә...
-Һуң ике айҙан Рамаҙан айы башлана бит. Күрә тора туғандарҙы, яҡындарҙы йыйып араҡы эсеп ултырырға иҫәп тотаһығыҙмы? Ризалығым юҡ, - тип ҡырт киҫте йөҙө йыйырсыҡланып бөткән ҡәйнәһе. Ҡоро тарамышҡа ҡалған ҡулындағы таяғы менән иҙәнгә ныҡ итеп һуғып та алды.
-Ниндәй Аллаһыҙ әҙәмдәр былар! Оят түгелме, мине эшкә һанамайһығыҙ икән, Тәңренән ҡурҡығыҙ, исмаһам!
Әбей туҙынды ғына. Уның был ҡылығын яңы өйләнешергә йөрөгән йәштәр ҙә күрҙе, әммә иғтибар итмәне. Зөлхизә: “Ҡарар иткәнһегеҙ икән, шулай эшләгеҙ, әбей ҡартайған, алйыған, һеҙҙең туйға ҡәҙәр дөмөгә ул,”—тип һүҙен йөпләне.
Ҡәйнәһенең ҡара көйөп ултырыуын күргән Зөлхизә:
-Ултырма әле, иҫкелек ҡалдығы булып. Хәҙерге календарҙа рамаҙан тигән ай юҡ. Ураҙа ваҡыты булһа ни булған. Беҙ бит ураҙа тотмайбыҙ, беҙҙең ауыҙ мәңге асыҡ. Теләйбеҙ икән ашайбыҙ, теләһәк эсәбеҙ. Һинән һорап тормайбыҙ,--тине яһилланып.
-Уйлап һөйләһәңсе, килен! Телең һөйләгәнде ҡолағың ишетәме ул? Ярамай, тигәс, ярамай. Изге айҙар үтер, шунан ҡарарбыҙ. Ҡайҙа ҡабаланалар, кейәү ҡасып барамы әллә? Ҡасһа, йәш кешегә икенсе табылыр.
-Ҡоҙалар менән һөйләштек. Туй билдәләнгә ваҡытҡа ҡала. Рәхәтләнеп йәй көнө туй үткәреүгә ни етә! Беҙ ураҙа тотмайбыҙ!
-Ураҙа бит ашау-эсеүҙән генә тыйылыу түгел, үҙ-үҙеңде тәрбиәләү айы ла...- әбейҙе берәү ҙә ишетмәне лә, ишетергә лә теләмәне.
Йәштәрҙең никахы көндө әбей бүлмәһенән ды сыҡманы. Яңы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына күренгеһе килмәне. Олоғайып киткәс, кеше араһына сығып бармай ул. Етмәһә, уның һүҙен берәү ҙә ишетмәй, уны бында берәү ҙә эшкә һынамай. Ә бит ул үҙе өләсәһе тәрбиәһендә үҫте. Ололар һүҙен йыҡмаҫҡа, изге Ҡөръән өйрәткәнсә йәшәргә, Аллаһ ҡушҡанды үтәргә, тыйғанынан тыйылырға өйрәнеп ҡалды ҡәҙерлеһенән. Бисмиллаһыҙ бер эшкә тотонманы. Матур ғүмере юлы үтте, матур йәшәне. Тик бына улы иртә вафат булып, килене ҡулына ҡалғас ҡына, биреште. Килене лә, балалар ҙа уны артыҡйән, ек күрә. Ә бит йорт, йыһаз, мал-тыуар – барыһы ла уның көсө менән булдырылған. Барыһын да улы менән килене етеш йәшәһен тип теше-тырнағы менән йыйҙы. Ейән-ейәнсәрен ҡараны, уларға тәрбиә бирергә тырышты. Әле килеп ейәнсәре ураҙа мәлендә кейәүгә сыға, имеш...
...Туй көнө лә етте. Матур кейенешеп ҡунаҡтар килде лә ҡайҙалыр китеп юғалып бөттө. Ә кафеға киткәндәрҙер. Хәҙер бит шулай: туй 5 сәғәт дауам итә. Ҡоҙа-ҡоҙасалар бер-береһе менән танышып та өлгөрмәй туй бөтә. Етмәһә, бер туҡтауһыҙ һөйләгән, йырлатҡан, бейеткән тамада уларға аралашырға форсат та бирмәй. Әбейҙең хәлен белешеүсе лә булманы. Тик ул борсолманы, ҡулынанҠөръәнен төшөрмәне. Ул яңғыҙ түгеллеген белә - уның Аллаһы бар. Шуға табына, шуға һыйына. Тегеләр генә йөрөй ул шайтан ҡотҡоһона бирелеп ураҙа мәлендә туй үткәреп. Ҡиәмәт көнөндә ни тип яуап бирерҙәр ҙә, ни тип аҡланырҙар.
Төндә дөбөр-шатыр ҡайтып йоҡланылар ҙа иртәгеһен тағы юҡ булдылар. Күл буйына туйҙы дауам итә киткәндәр икән...Тағы тынлыҡ, тағы өйҙә берәү юҡ.
Бер мәл өлкәндәр ҡайтып ихата эсендә табын ҡороп ебәрҙе. Йәштәре тағы ҡайҙалыр ҡырға сыҡҡан.
Оло әбей генә доғаларын уҡый-уҡый ултырҙы. Ә тышта шайтан туйы барҙы.
Кискә табан барыһы ла бөттө, буғай. Тымып ҡалдылар, йоҡлайҙар, ял итәләр, ахыры...Тынлыҡ...Тик киленең телефоны ғына тынмай зыңғырлай. Уныһы бер ишетмәй йоҡлай. Аптырап янына барып уятып, шартларҙай булып ҡысҡырған телефонын тотторҙо.
-Нимә!? Нимә тиһегеҙ? Буштыр. Юҡты һөйләмәгеҙ! – Зөлхизә аҡырып иларға тотондо.
-Ҡыҙым менән кейәүем аварияға эләккән! Вадим үлгән, Ләйсән ауыр хәлдә,--ти табип. -Артта ултырған йәштәр ҙә имгәнгән, - тине ҡатын ҡалтырана-ҡалтырана.
Иҫкелек ҡалдығы булған әбей генә таяғы менән туҡылдай-туҡылдай барып ҡобараһы осҡан килененә һыу алып килеп бирҙе.
-Эс!
-Эх, нишләп кенә ҡәйнәһен тыңламаны икән ул ваҡытында...Нишләп...Алла, мулланы эшкә һынаманы шул. Ә Уны танырға, Уға табынырға һәр Унан һорарға кәрәк. Ҡушҡандарын үтәргә, тыйғандарынан тыйылырға, хәрәмде хәләлдән айыра белергә, тәҡдиргә ышанырға кәрәк...Кәрәк...