Баймаҡ районы Билал ауылында йәшәүсе Гөлнәфис Сирусина йыл да тыуған көнөнә иренән раузалар алырға күнеккән. Быйыл күркәм юбилейына—еләктәй бешкән мәленә—45 йәшенә ул гөлләмә ала алмай...
—Уҙған йыл биргән раузалары һуңғыһы тип уйламаған инем. Ул юлға сығыр алдынан: «Бошонма, отпускыға ҡайтырмын»,—тигәйне. Юбилейыма мотлаҡ ҡайт тип әйтеүемә, маңлайымдан үбеп, «Вәғәҙә бирмәйем, әммә тырышырмын»,—тип яуапланы. Ҡайтты тыуған көнөмә, тик үҙ аяҡтарында түгел шул,—ти Гөлнәфис.
Рәдиф менән Гөлнәфис 1999 йылдың 9 апрелендә никах уҡытып, июндә туй үткәреп, ғаилә ҡора. Йәшәүҙәренә инде 25 йыл тулды тигәндә, ғаилә башлығы 2024 йылдың 4 апрелендә контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юллана.
—Һуғыш башланғас та барам тине. Мин тыйып килдем. 2023 йылда өлкән улыбыҙ кәләш алды. Көҙ картуф алып йөрөгәндә, бәпес көткән киленебеҙгә ҡарап, ҡул биреп тороп Рәдиф йәнә һүҙ сығарҙы: «Олатай булғас та мин махсус хәрби операцияға юлланам»,—тине. Ышаныслы, ныҡлы әйтте. Аптыраным. 2024 йылдың мартында ейәнсәребеҙ тыуҙы. Рәдиф йыйына башланы. Инде мин ҡаршы тора алмай инем. 46 йәшкә еткән, ныҡлы уйлаған иргә үҙ фекеремде көсләп тағып булманы. Илһөйәрлек менән тәрбиәләнгән быуын бит беҙ. Контракт төҙөгәс, миңә уға ярҙам итергә генә ҡалды. Ҡорбан салдырып юлға әҙерләндек. Өфөгә барҙы, унан Екатеринбургка ебәрҙеләр. Бер аҙҙан Ростов аша Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Ике аҙна хәрби әҙерлек үтте. Шунан Авдеевка йүнәлешендә алғы һыҙыҡҡа ҡушылырға тейеш ине, өлкән сержант булғанға уны иптәштәренән айырып алып ҡалып, үҙенә айырым отделение биреп, командир итеп ҡуйҙылар. «Бында төрлө яҡтан йыйылған йәш кенә егеттәр, башлыса 1991 йылғылар»,—тип һөйләгәне иҫтә. Уларға Рәдиф үҙе өйрәнгәндәрҙе өйрәтте.
Аҙаҡ: «Һалдаттарым шәп, атыш мәлендә минекеләр сослоғо менән айырылып тора»,—тип ғорурланды.
Егеттәр уны «Батя» тип йөрөттө, әммә уның позывнойы «Кузнец» ине. Алғы һыҙыҡҡа инер алдынан: «Минән хәбәр булмаһа, бер ай көт. Артабан да хәбәр булмаһа, эҙләй башла»,—тине.
Рәдифкә шул тиклем ышана инем, ул миңә һыуҙа батмаҫ, утта янмаҫ ир кеүек ине. Шуға һәр саҡ ышандым, өмөтләндем. 23 майға тиклем көттөм. Шунан эҙләй башланым. Мобилизацияға эләгеп киткән кейәүҙең часы уларҙыҡына яҡын урынлашҡан ине. Тәүҙә уның аша һораштым. Ул Рәдифтең һуңғы тапҡыр командование менән 29 апрелдә бәйләнешкә сығыуын әйтте. Әммә өмөтөм һүрелмәне. Бәлки, рацияһы «ултырғандыр», йә ҡатмарлы хәлгә эләккәндер тип уйланым. Таныштар аша һораштым, госпиталдә тигән хәбәр ҙә булды. Госпиталдәргә шылтырата башланым. Медицина университетын бөткән һеңлемдәр аша фронттағы табиптарға бәйләнешкә сыҡтым. Көнө-төнө башымда бер уй булды, төндәрен йоҡламай телеграмм-каналдарҙан мәғлүмәт эҙләнем. Шулай август килеп етте. Моргка барыусы следователдәрҙе табып алдым. Шуларҙың береһе жетон һәм бер ҡулы моргта булыуын әйтте. Был мәлдә мин балалар менән Магнитогорскиға китеп бара инем. Был ауыр хәбәрҙе юлда ишетеүе ныҡ ҡыйын булды, шаңҡыным. Мин бит барыбер Рәдифтең иҫән булыуына ышана инем. Улымдың фатирына барып индем дә, был следователдең һүҙҙәре дөрөҫ булыуына шикләнеп, часкә шылтыраттым. Унан үҙҙәре моргтан тағы асыҡларға, аҙаҡ шылтыратырға һүҙ бирҙе. Бер нисә минуттан шылтыратыу булды, тик аныҡ ҡына әйтә алмауҙарын белдерҙеләр. Сөнки ундай мәғлүмәтте биреү өсөн ул раҫланған булырға тейеш икән. Мин сыҙай алманым. Өлкән улым менән Ростовҡа сығырға булдым. Туғандар, күршеләр, ауылдаштар аҡса йыйҙы һәм мин өс көн эсендә йыйынып Ростовҡа юлландым. Следователдәргә барҙым, улар билдәләп-танып булмаҫтайҙар араһында Рәдифтең кәүҙәһе ятыу ихтималлығын әйтеп, ДНК-ға анализ биреп ебәрергә ҡушты. Ҡайтып түләүле ДНК биреп, һөҙөмтәһен ебәрҙек. Сентябрҙән февралгә тиклем тикшереү барҙы. Яҡынса Рәдифте сырамыттылар, әммә уға тикшереү эшләнергә тейеш бит инде. Февраль урталарындамы икән следователдән шылтыратыу булды. «ДНК тикшереүе үтте, һеҙҙеке менән тап килә, ҡайтарырбыҙ»,—тинеләр. Шул, юбилейыма ҡайтып етергә тырышырмын тигәйне бит, 3 мартҡа ҡайтып етте,—тип һыҡранды Гөлнәфис Нәжип ҡыҙы.
Эйе, Гөлнәфискә был ҡайғыны күтәреү еңел булмай.
Бигерәк тә билдәһеҙлек хәлде ала, ти ул.
2024 йылдың 29 апрелендә юғалған һалдат бер йыл үтте тигәндә генә тыуған яғына ҡайтып ята.
Әгәр Гөлнәфис көнө-төнө эҙләмәһә, үҙенең шылтыратыуҙары, хаттары менән барыһын да «йөҙәтмәһә», кем белә, бәлки, Рәдифте тыуған яҡҡа алып ҡайтыу тағы ла оҙаҡҡа һуҙылған булыр ине.
Сөнки моргка килеп эләгеүселәр, билдәһеҙҙәр, яланда ятып ҡалыусылар бик күп һәм уларҙы асыҡлау оҙайлы процесс.
—Рәдифтең йәне тынысланғандыр тип уйлайым. Уны Тимур улыбыҙ янына ерләнек. Ул 2 йәшендә генә өйҙә янғын сығыу сәбәпле, фажиғәле мәрхүм булғайны... Унан тыш, тағы өс улыбыҙ бар. Вадимдың үҙ ғаиләһе, Азамат, Динислам үҫеп килә.
Ошо балаларҙың киләсәге яҡты булһын инде, донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Рәдиф һуғышҡа барам тип тылҡығас, «Ниңә? Нимәгә кәрәк ул һиңә?»,—тип һорағанда, ул: «Улдарым үҫеп килә. Һуғыш тиҙ генә бөтмәйәсәк. Мин тормош күргән кеше, тәжрибәм дә бар. Үҙем барһам яҡшыраҡ булыр»,—тип яуаплағайны. Мостай Кәрим яҙғанса, атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн Рәдиф үҙен ҡорбан итте,—ти Гөлнәфис.
Кеше кешегә ҡайғы килгәндә беленә тиҙәр. Гөлнәфис Сирусина ирен эҙләү дәүерендә күпте күрә, күпте ишетә.
«Аҡса алыу өсөн иҫән ирен үлгән тип юрамал йөрөй»,—тип тә әйтеүсе әсе телле яуыздар ҙа табыла, ярҙам итергә теләүселәр ҙә күп була. Интерент селтәрендә бер хәсрәт менән ултырыусылар менән дуҫлашып та китә.
Әле Гөлнәфистең илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә таныштары, әхирәттәре бар.
—Ирҙәрен йә улдарын юғалтыуҙан, таба алмауҙан ҡайғыға батып, үҙҙәре контракт төҙөп фронтҡа юлланыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Ысынлап та, яҡын кешеңде таба алмау бөтә тыныслығыңды ала, үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәйһең, билдәһеҙлек үҙәккә үтә. Минең дә контракт яҙыр хәлгә еткән саҡтарым булды. Әле аяҡҡа баҫмаған ике улымды уйлап ҡына тороп ҡалдым... Юлымда төрлө кешеләр осраны. Ауылдаштарымдың, туғандарымдың ауыр саҡта иңдәрен ҡуйыуына оло рәхмәтлемен. Ростовҡа барғанда юл аҡсаһы менән генә түгел, йорт эшендә лә ярҙам иттеләр. Былтыр йәй ямғырлы булды, оҙайлы ямғырҙан һуң бөтә кеше бар көсөн сабынлыҡҡа йүнәлткәндә, һүҙемде йыҡмай, ваҡыт табып, мин ҡайтыуға бесәнемде сабып, прессовать итеп, аҙаҡ ташып, өйөп биреүсе Кәримов Басирға, Йәнгилдин Данисҡа, Иҫәньюлов Илнурға, бесән менән ярҙам итеүсе Мәхмүтов Сабирға, Аманов Рәмилгә, Кәримов Азаматҡа, Рәдифте ерләшеүҙә ярҙам иткән барыһына ла, янымдан китмәгән фельдшерға оло рәхмәтлемен.
Донъя булғас, кешенең төрлөһө бар. Нимәһенә иғтибар иттем: беҙҙең халыҡ ҡатыраҡ. Чаттарҙа мосолмандар ниңәлер гел тупаҫ яуап ҡайтарҙы, ә бына рустар: «Минең дә улым шул часта, әйҙә мин дә һорашып ҡарайым әле»,—тигән һымаҡ һүҙҙәр әйтеп, ярҙам итергә тырышып торалар, йыуаталар. Был милләт айырыу булып яңғырамаһын. Бәлки, миңә шундайҙар осрағандыр, әммә халыҡҡа әйтер инем: кешелекле булайыҡ! Мөмкин икән ярҙам итәйек, ҡулығыҙҙан килмәгәндә йылы һүҙ менән булһа ла йыуатайыҡ. Минең баштан үтте: бик ауыр хәл. Әле үҙем ярҙам итергә тырышам. Ҡәйнешем, ҡустым шул яуҙа, уларҙы эҙләргә кәрәк. Йәнә яҡындарын таба алмаусыларға кә-ңәшем бар: түләүле ДНК бирһәгеҙ, тиҙерәк була. Сабырлыҡ һәм ны-ҡышмаллыҡ юлдашығыҙ булһын. Тырышҡанда, үҙ һүҙеңде һүҙ итеп алға барғанда осона сығырға була. Әлбиттә, минең һымаҡ үлем хәбәр ишетеүҙәрен теләмәйем, һәр кемдең ҡәҙерлеһе иҫән-һау ҡайтһын, һуғыш тиҙерәк бөтһөн!,—тигән изге теләктә Гөлнәфис.
Яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы Билал ауылы егете Рәдиф Мөхтәр улын ауылдаштары, туғандары, дуҫтары бик итәғәтле, ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө, алтын ҡуллы итеп белгән.
Иретеп йәбештереү эше булһынмы, төҙөлөшмө, әллә сәс киҫеүме, биҙәү эшеме—барыһы ла уның ҡулынан килгән.
Ауылдаштары ниндәй генә үтенес менән мөрәжәғәт итмәһен, береһен дә кире бормаған ул, һәр саҡ ярҙамға ашыҡҡан. Уның ҡулдары менән эшләнгән ҡапҡалар, ҡоймалар, теплицалар, мангалдар, ҡыйыҡтар, ғәпханалар (беседка) бөгөн бик күптәрҙең ихатаһын биҙәй. Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан, Силәбе өлкәһенән уға заказ биреүселәр булған.
—Берәүгә лә «юҡ» тип әйтә белмәне. Һәр кемдең теләген иҫәпкә алып, айырым бер эскиз менән эшләй ине. Бар күңелен һалып башҡарғас, бик зауыҡлы килеп сыҡты улар һәм береһе лә ҡабатланманы,—ти Гөлнәфис.
Бына шундай егәрле, изге күңелле, илһөйәр улын юғалтты билалдар. Өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай, оҫта ҡуллы ир-егет булараҡ ул ауылдаштарының, туғандарының күңелендә һаҡланыр.
Резеда Усманова.