АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Май , 15:00

Күңелен һалып эшләй

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына йыл һайын юғары белемле йәш табиптарҙың эшкә ҡайтыуы ҡыуаныслы күренеш. Аҡъяр ҡыҙы Наҙгөл Амангелдинова ла “Ауыл табибы” программаһы сиктәрендә, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр.

Мәктәпте тамамлағас та Силәбе дәүләт медицина университетына документтарын тапшыра. 2019 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлай, интернатураны бөтә. 2022 йылда тыуған районына эшкә ҡайта. Бөгөн ул балалар табибы булып эшләй. Көнөнә әллә күпме кескәйҙәрҙе ҡарарға, үҙенең участкаһында теркәлгән сабыйҙарҙың өйөнә барырға ла ваҡыт таба.

—Балаларҙы бәләкәйҙән яраттым, шуға күрә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе лә, уҡытыусы ла, табип та булырға хыяллана торғайным. 9-сы кластан һуң тормошомдо медицинаға бағышларға булдым һәм юғары кластарҙа ошо йүнәлештә ныҡлап шөғөлләндем, биология, химия фәндәренә иғтибарҙы ныҡ йүнәлттем. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, бюджет нигеҙендә уҡырға индем. Ни өсөн Силәбеләге медицина университетын һайланыммы, әсәйем шулай ҡарар итте. Ни өсөндөр Өфөлә конкурстан үтмәҫһең, тип ул мине башта уҡ Силәбегә барырға күндерҙе. Үкенмәйем, бик матур ҡала, иҫ киткес матур белем усағында студент йылдарым үтте.

Үҙем дә ике бала әсәһе, шуға күрә ата-әсәләрҙең борсолоуҙарын яҡшы аңлайым. Уларҙың күптәре ҡыҙы йәки улы сирләп китһә, күп осраҡта табиптарҙы ла ғәйепләргә тартынмай, дарыуҙарҙы ла инҡар итә. Бер кем үҙ балаһына насарлыҡ теләмәйҙер,әлбиттә. Шундай осраҡтарҙа бигерәк тә ата-әсәләргә яҡшы мөнәсәбәттә булырға тырышам, уларҙың фекерҙәренә, теләктәренә лә ҡаршы килмәйем. Баланың нилектән ауырып киткәнлеген, күпме көн самаһы температураһы булыуы һәм башҡа симптомдары тураһында белешәм. Сөнки бала үҙенең ауыртҡан ерен әйтеп аңлата алмай, бындай ваҡытта үҙеңә мең тапҡыр иғтибарлы булыу талап ителә. Эшемде бик яратам, бигерәк тә балалаларҙы,—тип йылмая йәш белгес.

Беҙ барғанда ла табипҡа яҙылыусыларҙың һаны күп, уға сиратҡа торған ата-әсәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ ине. Ҡайһы бер табиптар кеүек “ваҡытым етте” тип ҡайтырға ашыҡмай ул, бар сирлеләрҙе лә ҡабул итә, уларға тейешле медицина ярҙамын күрһәтә. Шуғалыр ҙа, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Наҙгөл Ғәфүр ҡыҙының районда абруйы бар, уны хөрмәт итәләр.

Кәримә Усманова.

Автор: