Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Май 2023, 21:20

АФАРИН, МИРЗА!

- Эш буйынса китеп барғанда осраҡлы ғына бер шәхси өйҙән төтөн сыҡҡанын күрҙем дә йүгерҙем. Өйҙә тауыштар ишетелә ине. Тәүҙә берәүһен сығарҙым. Ул хәлһеҙ ине. Унан икенсеһен алып сыҡтым, кейеме яна ине. Саҡ терелтеп алдым. Янғын һүндереүселәр килгәйне киттем, берәүгә лә бер ни өндәшмәнем. Бер нисә көндән үҙемә табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килде, күпләп төтөн йотҡанмын икән,--ти ҡыйыу егет.

АФАРИН, МИРЗА!
АФАРИН, МИРЗА!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының миҙалы менән "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты"ның Сибай филиалының хәүефһеҙлек буйынса бүлек начальнигы Мирза Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов бүләкләнгән. Ул кешеләрҙе һәм уларҙың мөлкәтен  янғындан ҡотҡарған.

- Эш буйынса китеп барғанда осраҡлы ғына бер шәхси өйҙән төтөн сыҡҡанын күрҙем дә йүгерҙем. Өйҙә тауыштар ишетелә ине. Тәүҙә берәүһен сығарҙым. Ул хәлһеҙ ине. Унан икенсеһен алып сыҡтым, кейеме яна ине. Саҡ терелтеп алдым. Янғын һүндереүселәр килгәйне киттем, берәүгә лә бер ни өндәшмәнем. Бер нисә көндән үҙемә табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килде, күпләп төтөн йотҡанмын икән,--ти ҡыйыу егет.

Автор:Резеда Валиева