+15 °С
Болотло
Өфөлә Китап байрамы уҙғарыла. Халыҡ-ара китап йәрминкәһенә Башҡортостан картаһын сигеп эшләгән иң йәш оҫта Баймаҡ районынан Таңсулпан Ҡотлоғужина. Уға 16 йәш. Иң өлкәне Рәйсә Янбаеваға 74 йәш, ул Йылайырҙан.
Барлығы 28 оҫта республика картаһын тәҡдим иткән.
Эштәр август айында үтәсәк “Сигелгән Рәсәй” Бөтә Рәсәй конкурсына ебәрелә. Аҙаҡ Милли музейға тапшырыласаҡ. Проект Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә бойомға ашырыла.