Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Март 2023, 13:15

ЙОМАШТАРҘЫҢ ҮҘ АЛТЫНЫ!

Баймаҡ районы Күсей ауылында 1992 йылда механизатор Радик Үтәғолов тарафынан 5 килограмлыҡ алтын киҫәге табылғайны. Хәтерегеҙҙәлер? Ул әле Өфөлә милли музейҙа һаҡлана. Ә беләһегеҙме, Йомаш ауылында ошондай уҡ алтын бар...

ЙОМАШТАРҘЫҢ ҮҘ АЛТЫНЫ!
ЙОМАШТАРҘЫҢ ҮҘ АЛТЫНЫ!

Алтын тип, ысын алтын түгел инде... Күсейҙә табылған алтындың күсермәһе генә. Уны Йәҙгәр Шәрипов эшләгән. Йәҙгәр Әмир улы—хаҡлы ялдағы уҡытыусы, оҙаҡ йылдар Йомаш мәктәбендә рәсем һәм черчениенан уҡытҡан. Күптән түгел уға коллегаһы мөрәжәғәт иткән, асыҡ дәрес үткәреүгә Күсейҙә табылған алтындың күсермәһе кәрәк икән. Оҫта ҡуллы кешегә ауыр түгел бит: һә тигәнсе эшләп тә биргән. Бына шулай: йомаштарҙың хәҙер үҙ алтыны бар!

Әйткәндәй, Йәҙгәр Шәрипов ауылдаштары араһында алтын ҡуллы оҫта булып дан алған. Юлыбыҙ төшһә, танышып та сығырбыҙ, киләсәктә һеҙҙе лә таныштырырбыҙ әле.

Автор:Резеда Валиева