АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Март 2023, 14:45

ҠАЙҒЫЛЫ ХӘБӘР

Яҡташыбыҙ, Юлдыбай егете, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов 61-се йәшендә ҡапыл вафат булған.

ҠАЙҒЫЛЫ ХӘБӘР
ҠАЙҒЫЛЫ ХӘБӘР

Өфөлә актер, режиссер, педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов 61-се йәшендә ҡапыл вафат булған. Был хаҡта «Башинформ»ға республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

1962 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген тамамлаған. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, 1987 йылда ГИТИС-тың режиссерлыҡ факультетына танылған режиссер-педагог Анатолий Васильевтың оҫтаханаһына уҡырға ингән.

1992 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлағандан һуң М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында — режиссер, 1997-2000 йылдарҙа художество етәксеһе, 1993-1997 йылдарҙа — Йәш тамашасы театрының художество етәксеһе. 1997 йылда был театр Милли йәштәр театры тип үҙгәртелгәс, 2000-2004 йылдарҙа Милли йәштәр театрының художество етәксеһе булған. Күмәк күренештәр һәм тамашалар режиссеры.

Өфө сәнғәт институтында режиссерлыҡ һәм уҡытыусылыҡ эшен алып барған (режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры).

 «Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-03-01/v-ufe-skoropostizhno-umer-narodnyy-artist-bashkortostana-rezhisser-azat-nadyrgulov-3161395

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:Резеда Валиева