АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Февраль 2023, 14:00

ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ АШҠЫНДЫ...

—Улым, уҡы, уҡыуыңды берәй уҡый йортонда дауам ит тинем. Ә ул хәрби хеҙмәткә ашҡынды. Әрменән ҡайтҡас, медицина йүнәлешендә уҡырға теләй ине. Ҡайтам, әсәй, ҡайтам, тип киткәйне лә бит,—ти Ғәзиздең әсәһе Альбина Исламова.

ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ АШҠЫНДЫ...
ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ АШҠЫНДЫ...

Альбина Исламованың бер улы ла әрме хеҙмәтенән ситләшмәй. Ағалары кеүек Ғәзиз Мөхәмәҙиев та әрмегә ашҡына. Тик ғүмере бик ҡыҫҡа булып сыға шул. Уҙған йыл октябрь айында 18 йәшлек һалдаттың ғүмере өҙөлдө. Вафатынан һуң ул «Батырлыҡ», «Генерал Шайморатов» ордендары менән бүләкләнде.
Ауылдаштары, уҡытыусылары Ғәзизде тик яҡшы яҡтан иҫкә ала. Үтә лә ярҙамсыл, итәғәтле булды тиҙәр...

Йәш яугирҙың  яҡты иҫтәлегенә ул уҡып киткән Өмөтбай мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылды.

Автор:Резеда Валиева