Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Февраль 2023, 15:35

БӨГӨН ҠАРБАБАЙ КӨНӨ

Кисә буранлап, йә ҡар, йә ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы... Әйткәндәй, Ҡарбабай эшләү өсөн бик ҡулай ине. Сибай урамдарында унда-бында ҡар һындар күренде, халыҡ та социаль селтәргә үҙҙәре эшләгән Ҡарбабайҙарҙы фотоға төшөрөп һалды. Шулай ҙа Русланға етеүсе булмағандыр... Ул 6 сәғәт эсендә нисә ҡарбабай эшләгән тип уйлайһығыҙ?

БӨГӨН ҠАРБАБАЙ КӨНӨ
БӨГӨН ҠАРБАБАЙ КӨНӨ

Бөгөн, 28 февраль, быйылғы ҡыштың һуңғы көнө генә түгел, Ҡарбабай көнө лә икән...

Өфөлә йәшәүсе Руслан Кәримов был көндө бик үҙенсәлекле башлаған. Ул кистән 36 Ҡарбабай әүәләгән. Быға уның 6 сәғәте сарыф булған. Тәүҙә 22 һын эшләп ҡуя, ял итеп алғас йәнә тышҡа сыға һәм тағы 14 ҡарбабай эшләй.

 

 

Автор:Резеда Валиева