Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Февраль 2023, 18:30

ШӘП ҺУНАРСЫЛАР ИШБИРҘЕЛӘ!

Боронғоса бүре аулаусылар Рәсәй Федерацияһының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттары реестрына индерелгән.

ШӘП ҺУНАРСЫЛАР ИШБИРҘЕЛӘ!
ШӘП ҺУНАРСЫЛАР ИШБИРҘЕЛӘ!

Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫының ике объекты Рәсәй Федерацияһының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән.

--Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары реестры (каталог) – Рәсәй федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарының мәғлүмәттәр банкын (идентификация, документлаштырыу, тикшеренеү) үҙ эсенә алған мәғлүмәт системаһы, улар реестрҙы (каталогты) алып барыуҙың дөйөм принциптары, алымдары һәм формалары иҫәбенә тәьмин ителә. Шуларҙың береһе булып беҙҙең оҫта
һунарсыларыбыҙ Шәкир Дәүләткилдин менән Сәлимйән Үлйәбаевтың боронғоса бүре аулауы теркәлгән,--ти ишбирҙеләр.


Башҡортостандың Баймаҡ районы урманлы урындарында һунарҙың иҫке ысулы һаҡланған. Бөрйән-йылға ауылынан Сәлимйән Үлйәбаев һәм Ишбирҙе ауылынан Шәкир Дәүләткилдин бүреләргә боронғо ысул буйынса һунар итә. Улар быны өлкән быуын һунарсылары Йәғәфәр Дәүләткилдин менән Өмөткужа Сыртлановтан үҙләштергән.

Автор:Резеда Валиева