Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Ғинуар 2023, 14:05

ИЛ АҒАҺЫ МЕНӘН ХУШЛАШАБЫҘ

Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү 13 ғинуарҙа Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем теләгән һәр кем республиканың беренсе президенты менән хушлаша ала. Сәғәт 12-лә матәм митингыһы башлана. Сараның трансляцияһын иртәнге сәғәт 11-ҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, шулай уҡ «Башҡортостан 24» һәм «Бөтә Өфө» телеканалдарында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.

ИЛ АҒАҺЫ МЕНӘН ХУШЛАШАБЫҘ
ИЛ АҒАҺЫ МЕНӘН ХУШЛАШАБЫҘ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты ерләүҙе ойоштороу буйынса дәүләт комиссияһы ултырышын үткәрҙе.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 11 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов 89-сы йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.

«Бөтә ғүмерен республикаға һәм Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә арнаған башҡорт халҡының бөйөк улы. Ул һәр беребеҙҙең, Башҡортостан халҡының йөрәгендә мәңге һаҡланыр», — тине Радий Хәбиров.

Ултырышта ҡатнашыусылар матәм тантанаһын ойоштороу, шулай уҡ Башҡортостандың беренсе президенты иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Мортаза Рәхимов менән бәхилләшеү 13 ғинуарҙа Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем теләгән һәр кем республиканың беренсе президенты менән хушлаша ала. Сәғәт 12-лә матәм митингыһы башлана. Сараның трансляцияһын иртәнге сәғәт 11-ҙән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, шулай уҡ «Башҡортостан 24» һәм «Бөтә Өфө» телеканалдарында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.

Мортаза Рәхимовтың Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләйҙәр.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матәм сараларында йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.

Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, Өфө һәм Күгәрсен районы хакимиәттәренә Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-01-12/glava-bashkortostana-provel-zasedanie-komissii-po-organizatsii-pohoron-murtazy-rahimova-3102013

Автор:Резеда Валиева