Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Декабрь 2022, 14:55

БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, РӘССАМ!

Боронғо Рим шағиры Квинт Горация Флакк былай тигән: «Картина—ул шиғыр, әммә һүҙҙәре юҡ». Тимәк, рәссам —шағир, тик ул һүҙҙәр урынына төҫтәр ҡуллана. Әйткәндәй, бөгөн Рәссамдар көнө. Ошо уңайҙан Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе рәссам Ғүмәр Дәүләтшинды ихлас ҡотлайбыҙ!

БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, РӘССАМ!
БАЙРАМЫҒЫҘ МЕНӘН, РӘССАМ!

Ғүмәр Дәүләтшиндың һәр картинаһынан йылылыҡ, тыуған яҡҡа һөйөү бөркөлә. Сағыу төҫтәр менән эшләнгән һәр һүрәте тыуған яҡ тәбиғәтенә дан йырлай, ҡарағандан ҡарағы ғына килеп тора.

Рәссамға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Мөғжизә тыуҙырған ҡулдарығыҙ һыҙланыу белмәһен!

Автор:Резеда Валиева