АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Декабрь 2022, 19:05

ОЛО ЙӨРӘКЛЕ ЭШҠЫУАР

Ул мохтаждарға бушлай бағаналыҡ ағастар, таҡта, гәрбил бирә, уларҙың проблемаларын хәл итергә тырыша. Кемгә ҡыйығын йүнәтергә, кемдең утыны бөткән, кемдең иҙәне емерелегән – барыһына ла ағас кәрәк. Былтыр йәй «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы алдынан ул бушлай штакетник таратырға тәҡдим итә. Комиссия кемгә күпме материал кәрәклеген хәл итә һәм тиҙҙән 2000 тирәһе штакетниктан матур ҡоймалар эшләнә, ауыл урамдары йәмләнә. Рамаҙан Сәлих улы күп балалы ғаиләләргә велосипедтар бүләк итергә тәҡдим итә. Йәнә комиссия исемлек төҙөп, балаларҙы текә «тимер ат»тар менән бүләкләй.

ОЛО ЙӨРӘКЛЕ ЭШҠЫУАР
ОЛО ЙӨРӘКЛЕ ЭШҠЫУАР

Билдәле булыуынса, «Башинформ» агетлығы «Ярҙам—Время добрых дел» проекты геройҙары менән даими таныштырып бара.

Ошоғаса бик күп мәрхәмәтле кешеләрҙең изге эштәре хаҡында бәйән иттеләр. Бөгөнгө геройҙары— Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Рамаҙан Сәлих улы Шаһыбалов. Ул—һөнәре буйынса хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Бынан бер нисә йыл элек тыуған ауылында «Импульс» ойошмаһын аса. Ағас материалдары тешетештереү менән булыша эшҡыуар. Шуныһы ҡыуаныслы: Рамаҙан Сәлих улы байлыҡ артынан ғына ҡыумай, ул рухи байлыҡ яҡлы. Бик күп ауылдаштарына ярҙам күрһәткән, сауаптар алған. Шуғалыр ҙа эше бик ырамлы бара.

– Кешенең берәй бәләгә тарығанын күрһәм, мин бер кемдең дә үтенесен кире ҡағырға тырышмайым. Битараф ҡала алмайым, – ти эшҡыуар.

 Ул мохтаждарға бушлай бағаналыҡ ағастар, таҡта, гәрбил бирә, уларҙың проблемаларын хәл итергә тырыша. Кемгә ҡыйығын йүнәтергә, кемдең утыны бөткән, кемдең иҙәне емерелегән – барыһына ла ағас кәрәк. Былтыр йәй «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы алдынан ул бушлай штакетник таратырға тәҡдим итә. Комиссия кемгә күпме материал кәрәклеген хәл итә һәм тиҙҙән 2000 тирәһе штакетниктан матур ҡоймалар эшләнә, ауыл урамдары йәмләнә. Рамаҙан Сәлих улы күп балалы ғаиләләргә велосипедтар бүләк итергә тәҡдим итә. Йәнә комиссия исемлек төҙөп, балаларҙы текә «тимер ат»тар менән бүләкләй. Амангилде – боронғо ауыл, бында зыярат ҙур. Был да эшҡыуар башҡарған изге эштәр исемлегенә ингән. Күптән түгел уны ауыл халҡы уны яңынан кәртәләп алған. Был юлы бөтә метриалдарҙы, бағанан алып сөйгә тиклем, Шаһыбалов бүлгән.

Бер байрам да «Импульс» ойошмаһының ярҙамынан тыш үтмәй. Ауыл балалары матур һәм хәүефһеҙ һырғалаҡтарға, клуб янындағы уйын майҙансығына ҡыуанып бөтә алмай. Ҡышын ойошма техникаһы юлдарҙы ҡарҙан бушлай таҙарта. Юлдарҙы тигеҙләү һәм йүнәтеү ҙә Рамаҙан Сәлих улының иңендә. Амангилде егете үҙе өлгөрмәгәндә лә башҡа ойошмалар менән килешеп, ауыл халҡына уңайлы шарттар булдырырға тырыша. Мәҫәлән, ул газовиктарға үҙенең техникаһын биреп тора һәм ауыл халҡына ярҙам иттереп ҡала.

Дүрт йыл элек электр сымынан сыҡҡан ут Рәфҡәт ағай Шакировтың йортон көлгә ҡалдыра. «Импульс» һәм ауылдаштары ер участкаһын таҙарта. Һорау килеп тыуа, артабан ни эшләргә? Шаһыбалов ауылдашына өй төҙөргә ҡарар итә. Тиҙҙән бында өр-яңы бура килеп ултыра, барлыҡ материалдар килтерелә, тиҙҙән Рәфҡәт ағай өй туйлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән ҡыш ул мәрхүм булған. Әммә изге эш онотолмай.Бөгөн ысын йөрәктән мәрхәмәтлек ҡылған, кеше хәленә инеп, ярҙам итә белгәндәрҙе һирәк осратаһың. Бәхеткә күрә, ундай кешеләр бар, бер нимә уйлап тормай ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер улар. Рамаҙан Сәлих улы шундайҙарҙан.

«Мохтаж кешегә ярҙам иткәндән ярлыланмаҫһың, алған ҡулдан биргән ҡул артыҡ», – тип иҫәпләй эшҡыуар.

Һоҡланырыҡ, өлгө алырлыҡ шәхес! Амангилделәр үҙ улынан уңған! Афарин!

 

Сығанаҡ һәм фото: Башинформ

Тулыраҡ:https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-12-07/esh-yuar-rama-an-sha-balov-amangildene-t-p-ter-ge-3060524

Автор:Резеда Валиева