АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Декабрь 2022, 15:55

АФАРИН, ЕГЕТ!

Өфө йылылыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында белем алыусы егеткә Рәсәй президентының Рәхмәт хаты тапшырылды.

АФАРИН, ЕГЕТ!
АФАРИН, ЕГЕТ!

Максим Скачко 4-се курста уҡый. 19 йәшлек егет йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ковид-19 пандемияһы осоронда ла ирекмән булараҡ, ололарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташыуҙа әүҙемлек күрһәткәйне. Әле лә ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Киң күңелле, мәрхәмәтле студент ил президентының юғары наградаһына юҡҡа ғына лайыҡ булмаған! Афарин! Һинең кеүек йәштәр күберәк булһа ине.

 

Автор:Резеда Валиева