АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Ноябрь 2022, 20:20

БАШЛЫҠ ҮҘЕ ҠОТЛАҒАН

Йылайыр районы Яманһаҙ ауылы егете Зөлфәр Солтанов--полиция майоры. Бөгөн, һөнәри байрамы уңайынан, уны республика Башлығы үҙе ҡотлаған.

БАШЛЫҠ ҮҘЕ ҠОТЛАҒАН
БАШЛЫҠ ҮҘЕ ҠОТЛАҒАН

Зөлфәр - ике юғары белемле егет. Тәүҙә Сибай институтында психолог һөнәрен алһа, унан юрист һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын мәктәптә башлай. Бер йылдан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре булырға ниәтләй. Бер нисә йыл Баймаҡ эске эштәр бүлегендә тәжрибә туплай. Әлеге көндә Өфөлә өлкән участковый вазифаһында. Хеҙмәт стажы - 19 йыл.
Эшендә күрһәткән юғары күрһәткестәр өсөн бөгөн уны Башлыҡ үҙе ҡотлаған һәм эшендә уңыштар теләгән.

 

Яҡташыбыҙҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған эшендә сабырлыҡ, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева