Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Ноябрь 2022, 08:30

МАҠСАТЫНА ТОҒРО ҠАЛА

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына ағза итеп һайланған яҙташыбыҙ Тимерйән Рәжәпов махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йүнәлешендә эшләйәсәген белдерҙе.

МАҠСАТЫНА ТОҒРО ҠАЛА
МАҠСАТЫНА ТОҒРО ҠАЛА

Тимерйән Рәжәпов яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереүгә күп көс һала. Мәҫәлән, уның башланғысы менән октябрҙә Салауат районы Мийәшәгәр ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнур Хөснетдиновҡа бюст ҡуйылды. 
Шулай уҡ ул Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына нисәмә йылдар дауамында ылау ойоштора. Үҙе Афған һуғышы юлын үткән яугир яҡшы аңлай: ҡыҙыу нөктәләрҙә булған егеттәрҙе оноторға ярамай. Йәмәғәт палатаһында ла Тимерйән Рәжәп улы ошо йүнәлештә эшләүемде дауам итәм, тип бедерә.

Автор:Резеда Валиева