АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Август 2022, 08:27

Үкенеү

       Һуңынан үкенеүемдең сиге булманы! Нишләп кенә Полтава алышында ҡатнаштым, Бөйөк Петр Беренсе изге апостол Андрей Первозванный ордены менән дә бүләкләне тип яҙмаҫҡа, өҫтәмәҫкә миңә?! Үтә ине бит!

Үкенеү
Үкенеү

       Хәҙер ҡайҙа баш тыҡма ҡағыҙ таптыралар. Алдыңды, артыңды ҡапларлыҡ ҡыштырҙағың булмаһа кеше түгелһең, һине һанламайҙар ҙа, һөйләшмәйҙәр ҙә, ҡабул да итмәйҙәр. Бюрократияның иң юғары нөктәһе ул макулатура туплау. Өйһәләр тағы ни асыу – партфолио тип аталған шул нимәнең кирбестәй ҡалын һәм һәлмәк булы-уы мотлаҡ. Ярай, ҡалын, һәлмәк тә булһын икән, ти, иң йәнгә тейгәне – ул досьеның кәрәге лә, хәжәте лә һуҡыр бер тинлек, килтергәнеңде иғтибар менән уҡып, тик-шереп ултырыусыһын тапмаҫһың. Тикшереүселәрен дә әйтер инем инде, томананың, наҙандың сеп-сейе.

       Бынан бер нисә йыл элек минән ҡылыҡһырлама талап иттеләр. Кисекмәҫтән.

       - Беҙҙең директор командировкала бит әле, һеңлем, ул аҙна аҙағында ғына ҡайта, - тинем, теге, юҡ нимәне таптырған секретаргә. - Кадрҙар бүлегендәге белгес тә больничныйҙа. Бәлки бер аҙ көтөрһөгөҙ?

       - Документы мне нужны завтра, утром! - Талап ҡырҡыу ишетелде. – Делопроизводитель ауырый икән, үҙегеҙгә үҙегеҙ яҙығыҙ. - Косметик буяҡтарҙан ғына хасил ҡыҙ яһалма керпектәрен осло һөңгөләй итеп минең тарафҡа йүнәлтте. - Бөтәһе лә шулай эшләй!

       “Туҡта, ҡылайым мин һиңә ҡылыҡты, бер юлы, һинең, тәтәйбикәнең дә белем кимәлен тикшереп ҡарармын!” тип эстән тантана итеп ҡайтып киттем.

      Фантазиямды егеп шәп ҡылыҡһырлама яҙҙым үҙемә үҙем, шәхесемде маҡтаным, күктәргә ашырҙым, хәрби бурыстарымды үтәгән тапҡырға былай тип тә өҫтәнем: “Служил в пограничных войсках, старшина запаса, награжден знаками “Отличник Советской Армии”, “Отличник погранвойск 2 степени”, занесен в Книгу Почета части, һәм тарихи юлдарҙы өҫтәнем… он участник знаменитой Куликовской битвы… ”

      Секретарь ҡыҙ теге оҙон керпектәре менән тексты үтәләй сәнсеп яҙғандарымды диҡҡәт менән уҡып сыҡты ла ҡағыҙ битен буялған осло тырнаҡтары осона элеп белекле ҡиәфәттә дөйөм документтар араһына һалып ҡуйҙы.

       Һуңынан үкенеүемдең сиге булманы! Нишләп кенә Полтава алышында ҡатнаштым, Бөйөк Петр Беренсе изге апостол Андрей Первозванный ордены менән дә бүләкләне тип яҙмаҫҡа, өҫтәмәҫкә миңә?! Үтә ине бит!

Автор:Хайдар Тапаков