Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Апрель 2022, 14:05

Бәхетле булыр өсөн ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәк?

Был һорауға яуапты 6 апрелдә Сибай ҡалаһында  уҙасаҡ "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе" асыҡ академияһында таба алырһығыҙ. Күптән көтөлгән сара “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды тарафынан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә уҙғарыла.

Бәхетле булыр өсөн ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәк?
Бәхетле булыр өсөн ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәк?

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы Сибай филармонияһында үтә. Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙен уңайлы мөхиттә тойоу, иғтибар һәм йылылыҡ менән солғаныу, һәләттәрен, тәбиғи асылын асыу, сетерекле һорауҙарға белгестәрҙән яуап, кәңәш алыу мөмкинлеге биргән бындай саралар Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында ойошторола. Йолаға ярашлы, Сибай ҡалаһында үтәсәк сарала төрлө тематик биләмәләр эшләйәсәк. “Ижад биләмәһе”, "Һаулыҡ биләмәһе", “Ҡыҙыҡһыныусан ҡатын-ҡыҙҙар биләмәһе”, "Мөмкинлектәр биләмәһе", "Бала саҡ биләмәһе" һәм башҡа бик күп биләмәләрҙә һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ һорауҙарына яуап таба аласаҡ, матурлыҡ серҙәренә төшәнәсәк.Әйткәндәй, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең эшендә проекттың авторы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбированың да ҡатнашыуы көтөлә. Иң мөһиме - был сара ҡала халҡының йылдар буйына көтөп алған өр-яңы төҙөлгән Сибай филармонияһында үтәсәк. Гүзәл заттар, саранан ситтә ҡалмағыҙ!

 

Автор:Гульдар Кадаева