АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Март 2022, 18:15

ҠЫҘЫҠЛЫ ОСРАШЫУ

Бөгөн Сибай институтында ҡунаҡта - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы рәйесе Айҙар Рәис улы Мәжитов. Уның башҡорт халҡының хәрби хеҙмәте, 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы, хәрби ҡорал үҙенсәлектәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүе студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

ҠЫҘЫҠЛЫ ОСРАШЫУ
ҠЫҘЫҠЛЫ ОСРАШЫУ

Бөгөн Сибай институтында ҡунаҡта - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы рәйесе Айҙар Рәис улы Мәжитов. Уның башҡорт халҡының хәрби хеҙмәте, 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы, хәрби ҡорал үҙенсәлектәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүе студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Төрлө легенда һәм риүәйәттәр менән үрелеп барған сығыш барыһына ла оҡшаны! Студенттар ҡунағыбыҙҙы һорауҙарға күмде, тарихи урындарҙың береһе булған Темәс яҡтарын барып күрергә теләк белдерҙе.

 

Гөлкәй СӘМЕРХӘНОВА.

Автор:Резеда Валиева