Иң мөһиме – был витамин өсөн аҡса түләргә лә, бик күп физик көс түгергә лә кәрәкмәй. Хатта ризыҡҡа ҡулланыуы ла еп-еңел. Июнь айҙары башланғас, әлбиттә, баҡсала редис, һуғандар өлгөрә – йыуаның ҡиммәте бөтә. Әммә яҙ менән йәй алышынған мәлдә йыуа – алыштырғыһыҙ йәшелсәләрҙең береһе.
Көнсығышта был үләнде “ҡытай һарымһағы” тиҙәр һәм баҡсаларҙа махсус рәүештә сәсеп үҫтерәләр һәм һуған, һарымһаҡ һымаҡ тәрбиәләп ҡара көҙгә тиклем ризыҡҡа ҡулланалар. Исеменән үк күренеүенсә, был үлән һуғандан бигерәк һарымһаҡҡа яҡын. Тәме лә, файҙаһы ла, сәскәләре лә, орлоғо ла һарымһаҡҡа оҡшаш. Ҡытайҙа хатта “ҡара һарымһаҡ”ты ла үҫтерәләр. Ул да, тәбиғәт шарттарында үҫкән һәр үлән кеүек, файҙалы матдәләргә бик бай.
Йыуаның һуған менән ҡәрҙәшлеген раҫлаусы, баҡсала махсус үҫтерелгән бер үлән бар. Ул “Лук душистый Априор” тип атала. Күреүегеҙсә, бер кем дә һуғандың үҙен “хуш еҫле” тип әйтмәҫ. Ә был үләндән үҙенсәлекле һарымһаҡ еҫе аңҡып тора.
Тимәк, “йыуа”ла һуған менән һарымһаҡта булған бар файҙалы матдәләр тупланған. Бигерәк тә яҙғыһын көс тупларға ярҙам итеүсе С витамины күп унда. Еҫе аңҡып торғас, эфир майҙары күп. Кешегә кәрәкле майҙар һәм аминокислоталар бар. Йәнә, бик күп минерал матдәләр йыйылған. (Иғтибар итһәгеҙ, йыуа ташлы тауҙарҙың битләүен ярата. Ә тауҙа, таштарҙа минералдар күп.) Мин ғалим-биолог түгел, интернеттан алған мәғлүмәтте генә еткерәм: йыуала көкөрт, фтор, калий, кальций, хатта йод, бор, тимер, баҡыр, селен, цинк, марганец кеүек минераль матдәләр бар. Белеүегеҙсә, ҡайһы бер витамин кеше организмы көндәлек ризыҡты эшкәрткәндә барлыҡҡа килә, ә бына минералдарҙы бары тик туҡланған ризыҡ аша, үҙгәртелмәгән көйө генә алып була. Шул мәғлүм, үҫемлектәрҙәге минералдар кеше организмына яраҡлы миҡдарҙа һәм тулыһынса үҙләштерелерлек сифатта була.
Резеда Усманова фотоһы.