Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
2 Апрель , 16:20

Сумаҙан

СумаҙанХафаланыу, ҡурҡыу киләһе көндөң көсөн ала. Һәм йөктө ике тапҡырға арттыра. Ошо хаҡта ябай бер тарих.ТУЛЫРАҠ САЙТТА.https://ataisal.com/articles/feker/2024-03-29/suma-an..

Сумаҙан
Сумаҙан

Хафаланыу киләһе көндөң көсөн ала. Һәм йөктө ике тапҡырға арттыра. Ошо хаҡта ябай тарих.

Был тарихты мин яратам һәм уны һәр ваҡыт һөйләйем. Ул сумаҙандарҙы һөйрәп йөрөргә ярҙам итә.

Хафаланыу киләһе көндөң көсөн ала. Һәм йөктө ике тапҡырға арттыра. Ошо хаҡта ябай тарих.

Бер ҡатынға эш буйынса икенсе ҡалаға осорға кәрәк була. Уның тәүге командировкаһы була. Ул ҡалала ҡатындың туғандары йәшәгән була, улары ҡатындан ҡайһы бер нәмәләр алып килеүен һорай.

Был осор дефицит заманы була. Ҡатын баш ҡалала йәшәгәнлектән, туғандары өсөн файҙалы, кәрәк нәмәләр һатып алыу мөмкинлеге була. Ул бик күп кәрәк-яраҡ ала, йәш ҡатын шул тиклем мул ҡуллы, изге күңелле, яҡшы кеше була.

Әммә самолетта бер ҡасан да осҡаны булмай. Нисектер тура килмәй. Ә бында алыҫ себер ҡалаһына барырға кәрәк, етмәһә көс етмәҫлек ике сумаҙаны бар.

Ҡатын сумаҙанды тултырыуын тултыра, әммә уны нисек күтәреп йөрөйәсәген, алып барып еткерәсәген күҙ алдына килтерә алмай. Багажға нисек тапшырырға, унан нисек алырға белмәй. Аэропорттан ҡалаға нисек барып етергә? Туғандары ҡасабала йәшәй, артабан унда нисек барырға? Улар ҡаршы ала алмай, машиналары юҡ.

Ул ваҡытта кеҫә телефондары ла булмай. Уңайлы сервистар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡатындың башы ҡата, йоҡоһо ҡаса, уйлана ла хафалана. Башында ҡырҡ төрлө уй ярала, хәүефләнә, ҡурҡа...

...Бурҙар, ҡараҡтар, такси булмай ҡуйһа, сумаҙанын нисек алып барыр? Бер нисә тапҡыр тороп сумаҙандарын күтәреп ҡарай. Һөҙөмтәлә ул фатир буйлап сумаҙандарын күтәреп йөрөп ҡарай, йөк менән күпме йөрөй алыуын тикшерә

Икеләнеп, хәүефләнеп, төнө буйы сумаҙандарын күтәреп йөрөп, күҙҙә йоммай төн сыға. Арып-йонсоп, таң менән алыҫ юлға юллана.

Барыһы ла яҡшы була. Сумаҙандарын таксист теркәү урынына ҡәҙәр алып барыша. Кәрәкле ҡалаға самолеттан килеп төшкәс тә барыһы ла ыңғай ғына бара. Туғандары бер машиналы кешенән уны ҡаршы алдырта.

Әммә ул ныҡ арый. Ни өсөн? Сөнки киләһе көндөң мәшәҡәттәрен алдан үҙ иңенә ала.

Ауыр сумаҙанды алдан һөйрәп йөрөй башлай, үҙенә-үҙе ҡаршылыҡтар уйлап сығара. Уларҙың күптәре бөтөнләй булмай. Әммә уның хәле ҡалмай.

Был хафаланыуҙың аныҡ миҫалы. Киләсәктә осрай торған ҡаршылыҡтар өсөн алдан борсолорға ярамай. Көсөңдө һаҡлау яҡшыраҡ. Яҙмыш ҡушыуына һәм Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәтенә ышанырға кәрәк. Хәлде нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнегеҙ

Хәҙер күптәр ял итер һәм туйғансы йоҡлар урынға сумаҙан күтәреп йөрөй. Иртәгә булыр, барыһы ла хәл ителер, ярҙам да, мәғлүмәт тә булыр. Әлеге ял итәйек һәм хәлебеҙҙән килгәнде генә эшләй торайыҡ. Ошо иң дөрөҫ тәртип.

Анна Кирьянова.

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: