АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
27 Ноябрь 2021, 23:55

Буҙа хәҙер патентлы

Башҡорт дәүләт аграр универститеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө “Башҡорт буҙаһы”эсемлегенә патент алған. Аҙыҡ-түлек технологиялары факультетының технологтары алдына халҡыбыҙҙың милли эсемлеген тергеҙеү генә түгел, кеше организмына файҙаһын асыҡлау бурысы ла ҡуйыла. Был эсемлек үҙ составында ваҡ дисперслы клечатка һәм витаминдар туплауы менән файҙалы. Уның төп өҫтөнлөгө – юғары сифатлы ризыҡты эсетеү өсөн таҙа иген культураһы --һоло ҡулланыуҙа. Буҙаның тәме эскелт-шәкәрле, ул бик туҡлыҡлы, диетик ризыҡ, йогурт кеүек ҡуйы. Һолоға баш һалып әсетелгән эсемлек антибиотик булараҡ та билдәле.

Буҙа хәҙер патентлы
Буҙа хәҙер патентлы

2020 йылдың авгусында был фәнни эшкәртмә Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Гөлназ Азатованың “Азатова буҙа” сауҙа маркаһы аҫтында буҙа етештереү эшмәкәрлегендә ҡулланыла башлай. Эсемлек “Урал аръяғы” инвестицион һабантуйына ла сығарыла һәм унда ҡатнашыусылар тарафынан юғары баһалана. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт аграр университеты Гөлназ Фәнис ҡыҙы менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. Атап әйткәндә, берлектә йүкә балы, лимон тәме менән “Башҡорт буҙаһы”н етештереү алымдары эшкәртелә.

—Һоло кеше организмын токсиндарҙан таҙарта. Былай ҙа ашаған ризығыбыҙ тәбиғи түгел, исмаһам, эскән шыйыҡсабыҙ файҙалы булһын тип өләсәйемдән өйрәнгән рецепт буйынса буҙа ҡоя башланым,—ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы.

Эсәк буйҙарын, ашҡаҙан, бауырҙы таҙартыусы буҙа хаҡында хәбәрҙар булған Гөлназ юғары уҡыу йортон тамамлағанда диплом эшен ошо темаға яҙа. Ул шулай оло тормошҡа әҙер бизнес-проект менән аяҡ баҫа. Ҡағыҙҙағы проектты тормошҡа ашырыуға күп ваҡыты китмәй ҡыҙҙың. Сибай егете Дим Азатовҡа кейәүгә сыҡҡас, ире менән икәүләшеп был эшкә тотоналар. Гөлназ Фәнис ҡыҙы быға хәтлем буҙаны нимә икәнен белмәгән ҡәйнә-ҡайныһын, уларҙың туған-тыумасаларын, күрше-тирәһен буҙа эсергә өйрәтә. Хәҙер милли эсемлек уларҙың табындары түренән төшмәй. Ире, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе тырыш ханымдың идеяларын хуплап ҡына тора. Элек буҙа әсетеү өсөн ҙур һауыттар булмағанлыҡтан, уны әҙләп кенә өй шарттарында етештерһәләр, ике йыл элек Азатовтар 250 литр күләмле ике ҙур мискә һатып алып, буҙа етештереү цехы асҡан. Махсус цехтары «Эшлекле донъя» бизнес үҙәге биләмәһендә урынлашҡан.

—Электр уты ярҙамында эшләгән 250 литрлыҡ мискәләрҙе һатып алыуға ғына 500 меңдән ашыу аҡса түктек,—тип һөйләй шәхси эшҡыуар.—Хәҙер беҙҙең көн аша 150 литр буҙа етештереү мөмкинлегебеҙ бар. Етештергән ризығыбыҙ үтә. Иртәнсәк йоҡонан торғас та ас ҡорһаҡҡа, төндә ятыр алдынан даими буҙа эсһәгеҙ, сәләмәтлегегеҙгә һис тә зарланмаҫһығыҙ.

Азатовтар милли ризыҡты Сибай, Баймаҡ ҡалаларына  ғына түгел, Өфө сауҙа нөктәләренә лә һатыуға сығара.

 

Буҙа хәҙер патентлы
Буҙа хәҙер патентлы
Автор:Гульдар Кадаева