Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
26 Октябрь 2023, 08:45

Ҡандан күсә килгән шөғөл

Сибай ҡалаһының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы коллективы «Алға, Сибай» урындағы йәмғиәт ойошмаһы менән берлектә «Ғаилә кәрәҙе» Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты проектын ғәмәлгә ашыра. Уның сиктәрендә ошо көндәрҙә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әсәйҙәре, өләсәйҙәре менән бергәләшеп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе--һаҡал яһарға өйрәнде.

Ҡандан күсә килгән шөғөл
Ҡандан күсә килгән шөғөл

-Күмәк хеҙмәтебеҙҙең маҡсаты—һаҡал эшләү аша милли биҙәүестәрҙе өйрәнеү. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек, этник кейемдең мәҙәни традицияларын ҡулланыу тенденцияһы ныҡлы үҫешә. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресендә һаҡал яһарға өйрәнәбеҙ. Бындай дәрес милли мәҙәниәтте үҫтереүе, тыуған еребеҙгә һөйөү, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүе, ҡыҙҙарҙың ҡулдарының ваҡ моторикаһын нығытыуы менән әһәмиәтле. Сарала бөтәһе 16 кеше ҡатнаша,--тине «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы мөдире Гөлфиә Мәғәсүмова.

Һәр кем алдан әҙерләгән туҡымаға тәңкәләр, милли орнаменттар беркеткәндә бәләкәс ҡыҙҙарға нимә эшләүҙәрен аңлатты.

-Был шөғөл, ысынында, ҡандан күсә килгән эш. Элек ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре 6-7 килограмм ауырлығында булған. Боронғо традицион биҙәүестәрҙең элементтарын мотлаҡ һаҡларға кәрәк. Булғас-булғас, ғорурланып кейеп йөрөрлөк булһын! Һаҡалда һәр биҙәктең үҙ мәғәнәһе бар. Әйтәйек, кәрәҙ формаһы башҡорттарҙың ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүен аңлатҡан. Кеше үҙенең тирә-яғындағы күренештәрҙе һынландырған. Һәр ырыу һаҡалға үҙ тамғаһын һалырға тырышҡан. Әйтәйек, бөрйән ырыуы вә “ҡояш” символын ҡулланған,--тип һөйләне оҫталыҡ дәресендә ейәнсәре Сара Сирусинаға ярҙам итешкән ҡартәсәһе Хазина Әбделхай ҡыҙы. -Һуғыш ваҡытында селтәр-ҡашмауҙарҙы халыҡтан йыйғандар. Бер селтәр (һаҡал, яға, түшелдерек)--бер танк хаҡы торған. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында 1936 йылда коллективлаштырыу осоронда трактор һатып алыу өсөн ошо көмөш тәңкәләрҙе, беләҙектәрҙе килограмлап тапшырғандар. Көмөш тәңкәләр ни тиклем күберәк булһа, ул ғаиләнең шул тикллем етеш йәшәүен күрһәткән.

Борон беҙҙең өләсәйҙәр бер нәмәне лә урынһыҙ ҡулланмаған. Мәҫәлән, тәңкәләрҙең сыңынан ен-шайтандар ҡурҡа, тигән ышаныу йәшәп килгән. Иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙың килә ятҡаны ишетелгән, унан үҙе килеп ингән. Ҡортбаш күҙ тейеүҙән һаҡлай. Яман күҙ инеп, сығып китһен өсөн ҡортбаштың арт яғында мотлаҡ тишеге булырға тейеш. Шуға ла ҡашмау йәки селтәргә теккәндә ҡортбашты тишеү мотлаҡ.

-Халҡыбыҙ хазинаһын һаҡларға, тарихты, туған телде яҡшы белергә кәрәк!—тип тә киҫәтә Хазина Сирусина. -Оҫталыҡ дәресе барышында ҡайһы бер ҡыҙҙар әсәйҙәренә «мама» тип өндәшеүен ишеттем. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр ҙә русса яуап бирә. Үҙ халҡыбыҙ йыйылғанда, милли биҙәүес яһаған урында рәхәтләнеп туған телдә аралашайыҡ, тип урыны-урыны менән шелтәләп тә алдым. Дәрес һуңында яңғыраған башҡортса бейеү көйөн әрәм итмәйек тип, күмәкләшеп бейергә лә төшөп киттек. Ҡыҙҙар ихлас тыпырлатты, беҙҙең дә күңел булды.

Милли рухыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырған оҫталыҡ дәресен барыһы ла оҡшатты.

Әйткәндәй, берҙәм эш -грант проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ҡандан күсә килгән шөғөл
Ҡандан күсә килгән шөғөл
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: