АТАЙСАЛ
+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
9 Ноябрь 2023, 13:45

“Үткәрмә Йә Син" ниндәй файҙа килтерә?

Бер ниндәй ҙә. “Борондан килгән йола бит ул! Нишләп файҙаһы булмаһын?!” - тип һүҙ көрәштереп маташһағыҙ ҙа, яуап бер булыр. Унан ниндәйҙер файҙа, шифа көтөргә кәрәкмәй. “Үткәрмә Йә син” - бидәғәт. Ҡөрьәндә лә, Сөннәттә лә юҡ ундай төшөнсә. Аңлаған кешегә шуныһы ла етер ине лә бит. Әммә юҡ, күптәр үҙе өсөн ата-баба йолаһын кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт итеп алған. Инҡар итеп тормам, шундай йола барҙыр, бәлки. Ләкин дин - йолалар йыйынтығы түгел. Дин - ул Ҡөрьән һәм Сөннәткә нигеҙләнгән йәшәү рәүеше. Унда бидәғәткә урын юҡ. Сөнки һәр бидәғәт - аҙашыу. Ә һәр аҙашыу - Йәһәннәмгә юл. Был - Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һүҙе.

“Үткәрмә Йә Син" ниндәй файҙа килтерә?
“Үткәрмә Йә Син" ниндәй файҙа килтерә?

Кеше тәбиғәте менән һәр ваҡыт еңел юл эҙләүсе зат. Беҙгә тиҙ генә һәм анһат ҡына булғаны кәрәк. Проблемалар сиселешен ситтән эҙләйбеҙ. Үҙебеҙ артыҡ көс һалырға теләмәйбеҙ. Күптәргә бар аһ-зарын һыпырып ҡына алып ташларҙай, көс талап итмәгән тылсымлы таяҡ кәрәк. Әленән-әле ишетеп торабыҙ, бәғзеләр әллә ниндәй пирамидаларға башын тыға, юҡ-барға ышана. Сөнки пирамида башында тороусылар алтын тауҙар, көмөш шишмәләр вәғәҙә итә. Йәнәһе, аҡсағыҙҙы сығарып һалыу ғына көс, артабан артыҡ мәшәҡәтләнмәһәгеҙ ҙә була. Күптәр шулай эшләй ҙә. Хатта әллә ҡайҙағы алтын тау хаҡына берҙән-бер фатирын һатырға ла әҙерҙәр. Әммә уларға ана шул һуңғы аҡсаларына ысын бизнес асырға тәҡдим итһәң, баш тартасаҡтар. Ул осраҡта көс түгергә кәрәк була бит, ҡыбырларға, башты эшләтергә. Ауырып-фәлән китһә лә, тормошонда ауырлыҡтар башланһа ла ҡайһы берәүҙәр матур һүҙ һөйләүсе күрәҙәселәргә, төрлө ялған имселәргә йүгерә. Алдаҡ өсөн тағы аҡсаһын сығарып һала. Эйе, кемдер быны белмәгәнлектән, аңлап етмәгәнлектән, сараһыҙлыҡтан эшләйҙер. Әммә күп осраҡта бар бәлә хәҡиҡәтте ҡабул итергә теләмәүҙән. Тағы килеп өйрәнелгән уңайлы ғына ҡапсығыңдан сығыуы, көс һалыуы ауыр.

Бер көн күптәнге танышыбыҙ килеп инде. “Сырхаулап тик йөрөйөм, төштәрем дә борала. Шуға фәлән ауылға барып, бер олатайҙан 3500 һумға “Үткәрмә Йә син һатып алдым,” - ти был. Унан ниндәй файҙа тип ҡыҙыҡһыныуға: “Әллә инде, тиҙ генә ярҙамы тейә тиҙәр бит,” - булды яуап. Тимәк, бәғзеләр уйланып торорға ла теләмәй. Әйткәндәр икән, еңел юл эҙләп, ҡағыҙ киҫәге артынан китә. Ярай ҙа, унда Аллаһ һүҙҙәре яҙылған, Үҙ һүҙҙәре аша Раббым шифаһын ебәрә тип уйлаһа. Әммә кемдер тап шул ҡағыҙҙан шифа көтә, шуның тылсым көсөнә ышана. ӘғүҙүбиЛләһ. Был осраҡта мәңгелек Тамуҡ утына илткән ширк гонаһына инеп китергә мөмкин бит.

Ниндәйҙер зәхмәт ҡағылып, сырхап өшкөрөлөргә килгән һәр кемгә әйтә киләбеҙ: “Һәр кем үҙе Аллаһҡа һыйынырға тейеш. Кемдәндер көтөргә кәрәкмәй. Үҙеңә көн дә иртәле-кисле зикерҙәр уҡырға, Ҡөрьәнде ҡалдырмаҫҡа кәрәк”. Әммә күптәр еңеллек килеп, тупһаны аша атлап сыҡҡас та был хаҡта бөтөнләй онота, ғәҙәти тормош менән йәшәй башлай. Шул уҡ “Йә Син” сүрәһен уҡы көн дә. Бик булмаһа, аудио форматта тыңла. Юҡ шул. Быға ваҡыт йәл. Уны тигәнсе, мин “Үткәрмә Йә Син” һатып алам. Шулай бит?

Шундайыраҡ туҙға яҙмаған бидәғәттәрҙе яратҡан кешеләр, ғәҙәттә, үҙен белекле итеп күрһәтергә тырыша. Әлифте таяҡ тип тә белмәй, әммә Ҡөрьәнде әллә нисә ҡат уҡып сыҡҡан, унда яҙылғандарҙы баштан-аяҡ вис белә. Ҡат-ҡат уҡыған ваҡытыңда бер генә тапҡыр булһа ла, Ҡөрьәндең иң ҡәҙерле, иң бөйөк китап булыуын төшөнмәнеңме ни? Юғиһә, уны ашатлап йөрөүҙе нисек хәҡиҡәт итеп ҡабул итәһең? “Үткәрмә Йә Син”гә ҡулланмала бына нимә тип яҙыла: “Әгәр ярҙам итеүсе кешеләр булһа улар ике яҡтан тотоп үткәрешә. Әгәр бер үҙегеҙ икән. Тотаһығыҙ беренсе УҢ ҡул, баш, ҺУЛаҡай ҡул, УҢ аяҡ менән аташланып сығаһығыҙ. ҺУЛ аяҡ менән аташланып сығаһығыҙ”. Ана шул сығыуығыҙ Тамуҡ утына ашатлап сығыу булмаһын. Ни йөрәк менән Ҡөрьән аяты аша атлап сыҡмаҡ кәрәк. Динебеҙҙә был Изге Китапты кендектән түбән тотоу ҙа тыйылған. Ҡөрьән өҫтөндә икенсе китап ятырға ла тейеш түгел. Ә һеҙ шуны аяҡ аҫтына һалып, ниндәйҙер шифа өмөт итәһегеҙме?

Ярай ҙа, ҡулланмала тәһәрәт алырға ҡушалар. Әммә күптәр өсөн бит тәһәрәт алыу хәжәт үтәй торған ергә ҡомған тотоп барыу ғына. Бәғзеләр дин буйынса дөрөҫ итеп тәһәрәтләнеүҙе лә белмәй. Өйрәнегеҙ шуны, “Фатиха” сүрәһен ятлағыҙ, намаҙға баҫығыҙ һәм ихласлап Раббығыҙға һыйынығыҙ. Ана шунда булыр һеҙгә бәхет, күңел тыныслығы, ин шәъ Аллаһ.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА

Автор:Гульдар Кадаева