АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
30 Июнь 2022, 14:25

Аҡъюлдар мәсет тип яна

Хәйбулла районының Аҡъюл ауылы халҡы үҙ көсө менән ҙур эшкә – иман йорто булдырыуға эшләүгә тотондо. Мәсет фельдшер-акушер пункты менән бер бинала (элекке колхоз бригадаһы контораһы) урынлашасаҡ. Элек, был урында, ХIХ быуатта төҙөлгән мәсет ултырған.Бөгөн бинаның был өлөшөн тәртипкә килтереү - иҙән һалыу, түбә ҡороу эштәре башланды.

Аҡъюлдар мәсет тип яна
Аҡъюлдар мәсет тип яна

Алда - ҙур ғына сығымдар талап иткән эштәр тора - иҙәнгә өҫтәмә түшәм һалыу, стеналарҙы, түбәгә отделка эшләү, ишек, тәҙрәләр, тышҡы яҡтан отделка, буяу-аҡлау эштәре һ.б.
Аллаһ ризалығы өсөн һәм урындағы йәмәғәтте көсәйтеү, рухи яңырыу ниәте менән башланған эште хупларға саҡырабыҙ.
Изгелек - ерҙә ятып ҡалмаҫ...

Акъюловский сельсовет. Сельское поселение

Автор:Гульдар Кадаева