Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
14 Июнь 2022, 22:35

Изге сәфәргә юлланалар

Быйыл Рәсәйҙән 11 мең кеше Сәғүд Ғәрәбстанының изге урындары Мәккә һәм Мәҙинәгә хаж сәфәре ҡылыу мөмкинлегенә эйә. Хаждың төп ғибәҙәттәре 7 июлдән 12 июлгә ҡәҙәр башҡарыла. Рәсәйҙән тәүге делегация 17 июндә юлға сыға.

Изге сәфәргә юлланалар
Изге сәфәргә юлланалар

Аллаһы Раббүл-Ғәләмин үҙенең Ҡөрьән китабында: “Аллаһы Тәғәләнең бәндәләр өҫтөндә хаҡы бар. Әгәр ҙә кемдеңдер хәленән килһә, Аллаһы Тәғәлә йортона барып, хаж ғибәҙәтен үтәргә” тигән. Ҡөрьән-Кәрим ҡушыуы буйынса хаҡ мосолман өсөн ислам диненә һәм Хаҡ Тәғәләнең барлығына ышаныу, һәр көн биш тапҡыр намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт биреү һәм хаж ғәмәле ҡылыу фарыз. Йәғни хаж ғибәҙәте – ислам теләктәренең береһе. Хажға барыу бәхете һәр кемгә лә эләкмәй, шулай ҙа һәр мосолман уға ирешергә ынтыла. Ләкин хаж ғибәҙәтен ҡылыр алдынан Аллаһы Тәғәлә айырым бер шарт ҡуйған, йәғни кемдең хәленән килә, шул хажға сәфәр ҡыла ала. Хаж ғибәҙәтен үтәү өсөн, әлбиттә, иң беренсе сәләмәтлегең, байлығың булырға тейеш.
Әйтергә кәрәк, хаж ғибәҙәтен үтәү ғүмерҙә бер мәртәбә фарыз була. Борон-борондан хажға барыу ул ауыр мәсьәлә һаналған, сөнки беҙ бик алыҫта ятабыҙ. Элек хатта ки хажға киткән кеше яҡынса ярты йыл йөрөп ҡайтҡан. Унда төрлө юлдар менән барғандар. Ҡайһы бер кешеләр араһында хажға йәйәү барырға кәрәк тигән фекер йөрөй. Ләкин хажға мотлаҡ йәйәү барыу тураһында Аллаһы Тәғәлә әйтмәгән. Хаж ҡылырға саҡ атлап китеп барған бер оло ҡарт тураһында Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: “Уның ошолай ыҙалап барыуына Аллаһы Тәғәлә мохтаж түгел, һеҙ уны дөйәгә ултыртығыҙ”.
Хаж ғибәҙәтен үтәүгә төрлө илдәрҙән, ҡиблаларҙан бөтә донъя мосолмандары йыйыла. Унда барыһының да, кемдең кемлегенә ҡарамаҫтан, бер үк кейемдә булыуы, бер үк шарттарҙа йәшәүе, бер үк йолалар башҡарыуы һәм үҙ-ара хәстәрлек күрергә әҙер тороуы мөһим. Шуға һүҙгә килешеү, әрләшеү йәки боҙоҡ эштәр башҡарыу рөхсәт ителмәй, бер-береңә ҡарата асыулы ҡараш булырға тейеш түгел. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә асыҡтан-асыҡ әйткән. Уларҙың барыһын да берләштергән нәмә – ислам дине, бындағы халыҡ өсөн уртаҡ хис – ул Аллаһы Тәғәләбеҙҙең хаҡлығына, берлегенә, илаһи ҡөҙрәтенә инаныу, изге китап “Ҡөрьән”де сикһеҙ ихтирам итеү, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең ҡылған бөйөк эштәрен таныу һәм фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү зарурлығы. Аллаға шөкөр, һуңғы ваҡытта хажға барыусыларҙың һаны артҡандан-арта. 1986 йылда, мәҫәлән, Бөтә Советтар Союзынан 25 кенә кеше ине.
Хаж – ул айырым ғибәҙәт. Унда барып ҡайтып, китапты ҡулына алғас, әле быныһы, әле тегенеһе эшләнмәгән тип әйтерлек булмаһын өсөн алдан уҡ тәртибен өйрәнеп барыу шарт. Шуға ла уның һәр өлөшөн, тәртибен ентекләп үҙләштерергә кәрәк. Хаж ғибәҙәте бик ҡатмарлы, уны бер генә көндә өйрәнеп бөтөү мөмкин дә түгел. Иң һәйбәте – хажға барған кеше менән осрашып, унан һорашыу. Бурысҡа аҡса алыу рөхсәт ителмәй. Хаж ғибәҙәтен үтәгәндән һуң кеше айырым бер хәлгә керә, хажи тигән исем күтәрә.

 

Автор:Гульдар Кадаева