АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
8 Июнь 2022, 14:00

Әсәләргә бурыс түләп бөтөп булмай Мәккәгә йөкләп алып барһаң да...

Риүәйәттәрҙә Ибн Ғүмәр менән булған хәл бәйән ителә. Бер кеше (хаж ҡыла торған Мәккә ҡалаһында) әсәһен арҡаһына йөкләгән көйөнсә ҡәғбәтулла тирәләй әйләнә икән (ул әсәһен йөкмәп Хаж ҡылырға алып килгәне өсөн ҙурҙан-ҙур сауап аласағына ҡыуанып йөрөй). Ул ибн Ғүмәрҙе күреп ҡала ла: “Әй, Ғүмәр улы, мин әсәм алдындағы бурысымды үтәй алдыммы?” тип һорай. Ибн Ғүмәр әйтә:

Әсәләргә бурыс түләп бөтөп булмай Мәккәгә йөкләп алып барһаң да...
Әсәләргә бурыс түләп бөтөп булмай Мәккәгә йөкләп алып барһаң да...

“Юҡ! Әсәң һине тапҡан ваҡыттағы тулғаҡтың бер ыңғырашыуы ҡәҙәре лә бурысыңды үтәй алманың”, тип яуаплай (Әл-Бохари, “Әл-Әдәб әл-мүфрад”).

Беҙ бер ҡасан да әсәләр алдындағы бурысыбыҙҙы түләп бөтөрә алмаҫбыҙ. Әсәйҙәрҙең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе ҡарынында 9 ай йөрөткәне өсөн генә лә уларҙы хөрмәт итергә тейешбеҙ.

Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) шулай уҡ әйтте: “Атаһын әрләүсегә – ләғнәт, әсәһен әрләүсегә лә ләғнәт” (Әхмәт, 1/217). Ата-әсәбеҙгә үпкә булһа онотоп, уларға ҡарата тик изгелектәр ҡылып, шулар арҡылы ожмахҡа илтеүсе сауаптар алырға өлгөрөгөҙ.

“Ата-әсәң һинән ҡәнәғәт икән, Аллаһ та һинән риза буласаҡ. Ата-әсәңде асыуландыраң икән, Аллаһ та һиңә асыулы буласаҡ”, тиелә тағы бер хәҙистә (Әт-Тирмиҙи).

Автор:Гульдар Кадаева