АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Апрель 2022, 08:55

Туҡһан йәш ул туҡтар мәл түгел

Йылайыр районының Һабыр ауылынан Ғилминур Ғәлиулла ҡыҙы Вәлитова 90 йәшлек ғүмер үренә аяҡ баҫты. 6 бала тәрбиәләп үҫтергән оло йәштәге инәйҙе юбилейы уңайынан Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡотланы. --Һеҙҙең быуын—ныҡ быуын! Яҡындарығыҙҙы ҡыуандырып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ! – тине Борис Мелкоедов. Ғилминур Ғәлиулла ҡыҙы бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Уның 13 ейән-ейәнсәре, 6 бүләсәре бар. Һуғыш осоро балаһы намыҫлы хеҙмәте өсөн “Тыл хеҙмәтсәне”, илдең деморгафик хәлен арттырыуға индергән тос өлөшө “Әсәлек даны” миҙалдары менән баһаланған.

Туҡһан йәш ул туҡтар мәл түгел
Туҡһан йәш ул туҡтар мәл түгел

Йылайыр районында “Демография” милли проектына ярашлы оло йәштәгеләрҙе юбилейҙары менән ҡотлау матур йолаға әүерелгән.  

Автор:Гульдар Кадаева