Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Октябрь 2023, 10:10

ЙОЛА ТОТҠАН ХУР БУЛМАҪ

Бына был юлы ла шулай килеп сыҡты. Ике йыл элек беҙҙең ағинәйҙәр ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе Рәйлә Латыпова, ҡапыл ауырып, был донъянан китеп барҙы... Үткән аҙнала Рәйлә мәрхүмәнең берҙән-бер улы Айнур өйләнеп, кәләшен атай йортона алып ҡайта, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, беҙ, ағинәйҙәр, кәңәшләшеп, халҡыбыҙ йолаһына таянып, килен төшөрөү, килен һөйөү йолаларын атҡарырға булдыҡ.

ЙОЛА ТОТҠАН ХУР БУЛМАҪ
ЙОЛА ТОТҠАН ХУР БУЛМАҪ

Халҡыбыҙҙың милли байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары - беҙгә быуындан- быуынға күсеп килгән ҡиммәтле мираҫ ул. Уларҙы һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү - беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Шуны күҙ уңында тотоп, Төйәләҫ ауылындағы ағинәйҙәр ойошмаһы (етәксеһе Р. С. Ғәзимова) халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен уңайы сыҡҡан һайын файҙаланырға тырыша. Бына был юлы ла шулай килеп сыҡты. Ике йыл элек беҙҙең ағинәйҙәр ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе Рәйлә Латыпова, ҡапыл ауырып, был донъянан китеп барҙы... Үткән аҙнала Рәйлә мәрхүмәнең берҙән-бер улы Айнур өйләнеп, кәләшен атай йортона алып ҡайта, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә, беҙ, ағинәйҙәр, кәңәшләшеп, халҡыбыҙ йолаһына таянып, килен төшөрөү, килен һөйөү йолаларын атҡарырға булдыҡ. Ошо урында ағинәйҙәрҙең бөтә эштәрен күтәрмәләп алып, ихлас ярҙам итеп йөрөгән ауыл китапханаһы мөдире Лариса Нәбиуллинаға ҙур рәхмәт әйтергә кәрәк. Уйлаған уйыбыҙ бик уңышлы килеп сыҡты, тип уйлайым. Милли кейемдәребеҙҙе кейеп, музыка менән, йырҙар йырлап, һамаҡлап киленде, ҡоҙаларҙы ҡаршы алдыҡ. Әйткәндәй, ҡоҙалар Күгәрсен районы үҙәге Мораҡтан
килделәр. Ҡайны йортоноң тупһаһында киленде аҡ мендәргә баҫтырып, бал, май ҡаптырып, изге теләктәр теләнек. Аҙаҡ башҡарылған КИЛЕН ҺӨЙӨҮ йолаһы ла бик уңышлы килеп сыҡты. Киленде һөйөргә теләүселәр бик күп ине. Лилиә киленгә һәр кем изге теләктәр теләп, арҡаһынан тупылдатып һөйөп, үҙенең бүләген тапшырҙы. Килендең ҡәйнәһе мәрхүмәнең бер туған һеңлеһе Миңнур Рәйлә апайының күптән инде буласаҡ киленемә тип үҙ ҡулдары менән эшләп әҙерләп ҡуйған селтәрен килененең түшенә таҡҡанда, күҙ йәштәрен тыйып тороу мөмкин түгел ине.
Ошо урында Миңнурға (фамилияһы Мусакаева) ҡарата һоҡланыу, маҡтау, рәхмәт һүҙҙәрен әйтмәһәк, яҙыҡ булыр. Эшен ҡалдырып, айҙан ашыу инде апайы мәрхүмә менән еҙнәһе(үкенескә ҡаршы, еҙнәһе ҡаты ауырый) йәшәгән йортҡа килеп, йортто, ихатаны рәткә килтереп, бөтә туй мәшәҡәттәрен, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алып, ошо бурыстарын бына тигән итеп атҡарып сығыуына нисек һоҡланмаҫһың?! "Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ" тигән халыҡ мәҡәле ошо ерҙә бик тә тап килә.
Ҡоҙаларҙы оҙатҡас, күрше-күләнде саҡырып, КИЛЕН СӘЙЕ эсереү ҙә туй йолаһының бер өлөшө. Килен сәйе лә мул табын артында бик күңелле үтте. Килен кеше сәй табынында хәләл ефетенең туғандары, яңы күршеләре менән танышты.
Шулай итеп, матур ғаилә тыуҙы. Айнур менән Лилиәгә ғаилә бәхете, тигеҙ тиң ғүмер теләйбеҙ. Мөхәббәтегеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен

 

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА, мәғариф ветераны, ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы.

Автор:Резеда Валиева