Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
8 Март 2023, 18:55

ТЫЛЫ НЫҠТЫҢ - ИЛЕ НЫҠ

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан, махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең әсәләренә айырым иғтибар бүленде.

ТЫЛЫ НЫҠТЫҢ - ИЛЕ НЫҠ
ТЫЛЫ НЫҠТЫҢ - ИЛЕ НЫҠ

--Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһында “Тылы ныҡтың –иле ныҡ” исемле сара үтте. Был сара яугирҙәребеҙгә рухи һәм матди ярҙам күрһәткән, изге күңелле ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙға арналды. Шулай уҡ сараға махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең, мобилизацияланыусыларҙың әсәләре саҡырылды. Ауылдашыбыҙ, эшҡыуар Рәжәпов Булат Рәжәп улы ҡунаҡтарҙы 8 март - Халыҡ-ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе. Нурғәлина Ғәлиә апайҙың, Сирбаева Әлфиә апайҙың, ағинәйҙәребеҙҙең сығыштары матур байрам бүләге булды. Сарала ҡатнашыусылар аралашты, үҙҙәрен борсоған һорауҙарын, теләктәрен еткерҙе. Ир-егеттәр ҡоро рәйесе Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы саҡырылған әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, бүләктәрен бирҙе. Сара сәй табыны артында аралашыу менән тамамланды, --тип яҙа Сыңғаҙ ауылы китапханасыһы Миңзәлә Шахморатова.

Автор:Резеда Валиева