Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Февраль 2023, 10:20

БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС

Темәс уҡытыусылары махсус операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә утын ярып биргән!

БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС
БЕРҘӘМЛЕКТӘ - КӨС

Темәс уҡытыусылары СВО-ла ҡатнашыусының ғаиләһенә утын ярып биргән!

Украиналағы махсус хәрби операция башланыуға йылдаш ашты. Бөтә республика яуҙа ҡатнашҡан һалдаттарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Фронтҡа маскировкалау селтәрҙәре, тушенкалар, күсмә мунсалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрелә.

Баймаҡ районының Темәс ауылында урындағы мәктәп педагогтары үҙҙәренең коллегаһына - ире СВО-ға алынған география уҡытыусыһына ярҙам итергә ҡарар итә.

- Идея ҡапыл ғына килеп тыуҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә яҡшы эш эшләргә ҡарар иттек. Коллегабыҙға ярҙам да иттек, СВО-ға үҙ өлөшөбөҙҙө лә индерҙек, - тип һөйләне ир-егеттәр.

Ир-егеттәр татыу һәм берәгәйле эшләгәс, бер машина утынды бер көндә ярып та ҡуйған.

 

Сығаныҡ: Башҡортостаным/ яңылыҡтар

Автор:Резеда Валиева