Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
13 Февраль 2023, 09:10

«СӘЛӘМӘТЛЕК КӨНӨ» ҮТТЕ

Сара сиктәрендә халыҡ Баймаҡтан килгән һәм урындағы табиптарға күренде, диагностика үтте, лекциялар тыңланы һәм һаулыҡҡа арналған күргәҙмәләрҙе күрҙе.

«СӘЛӘМӘТЛЕК КӨНӨ» ҮТТЕ
«СӘЛӘМӘТЛЕК КӨНӨ» ҮТТЕ


Мәғлүм булыуынса, 11 февралдә ауылыбыҙҙа “Сәләмәтлек көнө” үткәрелде. Ауыл халҡы был көндө Баймаҡтан килгән һәм үҙебеҙҙең табиптарға күренеп, һаулыҡтарын тикшертә алды һәм флюорография, башҡа функциональ диагностика үтте. Ә Сибай медицина колледжы талиптары мәҙәниәт йортонда айыҡлыҡ темаһына лекциялар уҡыны, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Ошонда уҡ ҡул эштәренән, һөт ризыҡтарынан, кәзә итенән һәм һөтөнән яраштырылған аҙыҡ-түлектән, умарта балдарынан, тәбиғи таштарҙан күргәҙмәләр ойошторолдо, тамаша ҡылыусыларға үлән сәйҙәре, кислородлы эсемлектәр тәҡдим ителде.
Сәхнә лә буш торманы – унда ауылыбыҙ таланттары сығыш яһаны. Ә юғарынан килгән ҡунаҡ – “Берҙәм Рәсәй” партияһы Президиумының граждандар менән эшләү Комиссияһы ағзаһы, Дәүләт думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, ауыл халҡы алдында сығыш яһап, күп һанлы һорауҙарға яуап бирҙе, “Айыҡ ауыл” конкурсы, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау хаҡында һөйләне.
Спорт залында һәм боҙ майҙансығында спорт секциялары эшләне, хоккей буйынса ярыштар ойошторолдо.

 

Мәғлүмәт һәм фото Иҫке Сибай ауылының «Бәйләнештә» селтәрендәге битләүенән.

Автор:Резеда Валиева