АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Февраль 2023, 19:30

ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШҠАНДА АРТА

Бөгөн "Айыҡ ауыл"дар осрашты. Күгәрсен районының Бикбулат ауылы вәкилдәре Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылына барҙы. Ҡайтышлай Юлдыбай ауылында булдылар. Тәжрибә уртаҡлашҡандан кәмемәй, арта ғына бит.

ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШҠАНДА АРТА
ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШҠАНДА АРТА

 

 

--Күгәрсен районы Бикбулат ауылы вәкилдәре булып ҡайтты бөгөн Әбүбәкерҙә! Билдәле булыуынса, Бикбулаттар ҙа быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҙур ауылдар категорияһында үҙ районының данын яҡлай. Көнәркәш тип тормаған, күгәрсендәрҙең килеп ҡайтыу теләген хуплап ҡаршы алған ихлас әбүбәкерҙәр. Ауылға ингән ерҙә үк ҡунаҡтарҙы ауылдың аҡһаҡалдары ҡаршы алып, артабан ауыл буйлап экскурсия ойошторолдо. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәренең йыйылма отрядтары тупланған Утарбай тауындағы стелланан башланып, мәктәп, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәле, фельдшер акушерлыҡ пункты һәм мәсеттә булды ҡунаҡтар. Ауылдың мәҙәниәт йортонда дауам иткән осрашыу ауыл халҡының һәм ҡунаҡтарҙың йырлы моңло сәләмдәре менән үрелеп барҙы. Ауылдарҙың активы ҡатнашлығында уҙған түңәрәк өҫтәл эше барышында эскелек проблемаһын хәл итеү, айыҡлыҡҡа килеү юлдары, уңышлы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты ҡатнашыусылар. Йылы мөхиттә үтте осрашыу. Күптән белгән таныштарҙай ихлас аралашып, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып, йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты ике район вәкилдәре лә,--тип яҙа әбүбәкерҙәр.

Автор:Резеда Валиева